Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Хаҡ хәлифәт

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Праведный һүҙен нисек итергә тип баш ҡатырып ултырам. Ғәҙел тип алыусылар бар, әммә был бик үк теүәл түгел тип һанайым. Тәҡүә - Аллаһы тәғәләгә башкөллө инанған, Ул ҡушҡанса йәшәргә тырышҡан кеше - шул ныҡ тап килә. Праведный Халифат, праведные халифы. Ни эшләргә? Ғәҙелме, тәҡүәме? Һуғыштар алып барғандар, ул ғәҙел булыуҙанмы, әллә Аллаһ юлындамын тип инанып эш итеүҙәнме?--Guram52 (әңгәмә) 08:15, 9 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡорт телендәге сығанаҡтарҙы ҡарарға кәрәк. Уларҙа бер төрлө, БашВикила икенсе төрлө булмаһын ине. Википедия үҙе уйлап һүҙ ҡуймай, әгәр башҡа сығанаҡтарҙа булмаһа ғына мөмкин. Әлеге осраҡта булыуы бик тә ихтимал. Бәлки боронғо китаптарҙа барҙыр. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:29, 9 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Рәшиди хәлифәт?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәҡүә — иң тап килгәне. Бәлки Рәшиди тиергәлер ҙә ҡуйырғалыр? Рәшиди хәлифә тип йәнә Рәшиди хәлифәт. Эстә аңлатма бирергә--Guram52 (әңгәмә) 08:16, 9 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Төрөктәрҙә — Râşidîn Halifeliği, әзербайджандарҙа — Rəşidi xilafəti. Һәм бик телдә, шул иҫәптән инглиз телендә Рәшидин тигән һүҙ менән. Ҡарағыҙ.
эйе, күрҙем, шуны яҙайым ғына тигәйнем. Хәлифәтте рәшиди тип алһаҡ, хәлифәләрҙе нисек?--Guram52 (әңгәмә) 08:35, 9 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
Бик күп телдәр рәшиди тигәндән алған, йә ортодокс--Guram52 (әңгәмә) 08:38, 9 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Әзериҙәр “Doğru idarə edilən” (тоғро идара ителгән) тип аңлата, və yaxud “Rəşid xəlifələr” (рәшит хәлифәләр)--Guram52 (әңгәмә) 08:40, 9 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Хаҡ мосолмандар хәлифәте

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Викидаталағы башҡортса аңлатмаһын ZUFAr Хаҡ мосолмандар хәлифәте тип яҙған. Ул нимәгә нигеҙләнеп яҙғанын әйткәнен көтәйек. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:46, 9 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Ундай мәҡәлә булған, тимәк? Мин ҡабат яҙғанмынмы?--Guram52 (әңгәмә) 08:49, 9 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • Ундай мәҡәлә булмаған, викидатала төшөнсәгә аңлатма бирелгән. Академичекский словарь русского языка һәм Машинный фонд башкирского языка хаҡ мосолман, хаҡ динле мосолман тип тәржемә итә. Вәғәз уҡығанда ла хаҡ мосолмандар тип телгә алалар, башҡа төрлө әйкәндәрен ишеткәнем булманы.--ZUFAr (әңгәмә) 09:08, 9 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • ZUFAr, Рөстәм Нурыев Хаҡ һүҙенә минең ҡаршылығым юҡ, тәҡүә һүҙе динлеләр араһында йыш әйтелә, бары дөйөм йәмәғәт алдында хаҡ мосолман төшөнсәһе ҡулланыла. Мин Хаҡ хәлифәт тип алырға риза. Тик Хаҡ мосолмандар хәлифәте тигән дөрөҫ булмай тип тип уйлайым. Хәлифәт юҡҡа сығыу менән хаҡ мосолмандар ҙа бөтөп китмәгән бит, әле лә бар улар--Guram52 (әңгәмә) 09:39, 9 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Төшөнсәләр менән проблема

[сығанаҡты үҙгәртеү]

ZUFAr, Рөстәм Нурыев! Машинный фонд та, башҡа һүҙлектәр ҙә атеизм заманында һаҡланған һүҙҙәргә генә таяна, 90-сы йылдарҙан иһә дин тотоу рөхсәт ителеп, яңынан өйрәнелә башлау сәбәпле, онотолған төшөнсәләр кире ҡайта башланы. Әммә улар һүҙлектәрҙә юҡ. Дини мөхиттә даими ҡулланылһа ла, уларҙы дөйөм йәмәғәттә ҡулланыу яйға һалынмаған. Әгәр атеизм заманы һүҙлектәре менән генә сикләнә башлаһаҡ, проблемалар арта ғына барасаҡ, тау булып йыйыласаҡ - мин быны үҙ мәҡәләләрем аша беләм. Терминология комиссияһына йыйып тапшырырға кәрәк--Guram52 (әңгәмә) 09:45, 9 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Мөьмин — истинно верующий төшөнсәһе. Мөьмин мосолман да , Мөьмин насрани ҙа була. Ислам тәғлимәте буйынса кеше өс статуста була: Мөьмин — истинно верующий, ҡафыр — неверующий, монафиҡ — притворяющийся. Ә правоверный — дөрөҫ дингә ышаныусылар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:50, 9 июнь 2018 (UTC)--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:50, 9 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]