Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Ғөсөл

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Назир Сабитов яҙа: Ғөсөл буйынса тулыраҡ мәғлүмәт: Ғөсөл - ауыҙ-танау менән бергә бөтөн тәнде йыуыу. Енси яҡынлыҡ ҡылғас, йоҡлаған ваҡытта төш күреү сәбәпле ир-егеттә поллюция булғанда, ҡатын-ҡыҙҙың күрем һәм нифас хәлдәре тамамланғас ғөсөл ҡойоноу мотлаҡ. Ғөсөлдөң фарыздары Ғөсөлдөң фарыздары өсәү: 1 Һыу менән ауыҙҙы сайҡау. 2. һыу менән танауҙы сайҡау. 3. һыу менән бөтөн тәнде йыуыу. ҒӨСӨЛДӨҢ СӨННӘТТӘРЕ 1. Ниәт ҡылыу. 2. «Бисмилләһ» әйтеү. 3. Тәүҙә ғәүрәт ерҙәрен йыуыу. 4. Иң элек башҡа, унан һуң уң һәм һул ҡулбаштарға өсәр тапҡыр һыу ҡойоп, һәр ҡойоуҙа тәнде ышҡыу. 5. Ғәүрәт ерҙәрен ябыҡ тотоу. ҒӨСӨЛ ТӘҺӘРӘТЕ НИСЕК АЛЫНА? Сөннәт буйынса ғөсөл тәһәрәте түбәндәгесә башҡарыла: 1. Ғөсөлгә ниәт ителә. Таҙа булһа ла, ҡул, аяҡ һәм ғәүрәт ерҙәр йыуыла. 2. «Бисмилләһ» әйтеп, тулы бер намаҙ тәһәрәте алына. Аяҡ аҫтына һыу йыйыла торған булһа, аяҡтар иң һуңынан йыуыла. 3. Ғөсөл тәһәрәтендә ауыҙ-морон бик мул һыу менән сайҡатыла, сөнки был сайҡау ғөсөлдәге фарыз булған ауыҙ һәм танау эсен йыуыу урынына килә. 4. Башҡа өс тапкыр һыу ҡойола һәм һәр ҡойғанда сәстәр ышҡыла, һаҡал-мыйыҡ һәм сәстәр төбөнә ла һыуҙы тейҙереү тейешле. 5. Уң һәм һул яуырындарға өсәр тапҡыр һыу ҡойола һәм һәр ҡойоуҙа тән ышҡылып йыуыла. : 6. Кендек соҡоро ла йыуыла (йәғни тәндең бер ере лә ҡоро ҡалырға тейеш түгел). “Ислам нигеҙҙәре”. Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса. Өфө: Китап, 2016. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 03:17, 13 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Шул уҡ фекерҙәр бит инде. Мин Әбү Хәнифә мәҙһәбе китабы буйынса яҙған ирнем.--Азат Хәлилов (әңгәмә) 14:31, 13 февраль 2018 (UTC)[яуап бирергә]