Фекерләшеү:Ҡорбан салыу
«Ҡорбан салыу» мәҡәләһе ҡатнашыусы Азат Хәлилов тарафынан |
Ҡорбанды бүлеү
[сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорбанлыҡты бүлгәндә балталамайҙар (балта менән сабырға ярамай), быуынынан ғына бүләләр. Ашағанда хатта һөйәгенә лә теш тейҙерергә ярамай, ҡул менән йәки итен бысаҡ менән һыҙырып алып ҡына ашарға кәрәк, тиелгән. Мин бер ҡайҙа ла быға дәлил тапманым. Диндә тыйылмағанды тыйыу шулай уҡ ярамай бит. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 16:09, 18 ғинуар 2018 (UTC)
- Бындай тыйыуҙы минең дә ишеткәнем юҡ. Азат Хәлилов бәлки, үҙе аңлатма бирер.--ZUFAr (әңгәмә) 16:32, 18 ғинуар 2018 (UTC)
- Сабырға ярай!!! Аҡиҡа(ғаҡиҡа) ҡорбанын ғына ярамай, бында һүҙ шул турала бара.Сөнки, тиелә китапта, баланың сәләмәтлеге өсөн Һөйәген дә ташларға түгел, соҡор ҡаҙып күмергә тиелгән. --Азат Хәлилов (әңгәмә) 18:10, 18 ғинуар 2018 (UTC)
- Ниндәй китапта икәнен күрһәтергә ине--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 03:17, 19 ғинуар 2018 (UTC)
- Чтобы ребенок был здоровым, кости от курбана акика не ломают, разделяют по суставам и готовят таким образом. Это является мустахабом. Но есть также и другое мнение: чтобы ребенок был скромным, был защищен от плохого нрава, желательно ломать кости. Поэтому не нужно на этом зацикливаться.
Подробнее: http://islam-today.ru/zhenshhina_v_islame/kakie_sunny_neobxodimo_sdelat_posle_rozhdeniya_rebenka/--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 03:24, 19 ғинуар 2018 (UTC)
- Вики өсөн түгел инде был әйтеүем. Китаптан түгел, ә үҙ тәжрибәмдән. Ҡорбан малы менән дә бәйле түгел. Әтейем өйрәтеүе буйынса мал салығанда һөйәкте сәрпәкләмәй (балта тейҙермәй) генә быуындарҙан ысҡындырып өлөштәргә бүлә алған кеше оҫта мал салыусы һанала. Үҙемдең ваҡ малды шулай бүлгесләгәнем булды. Ауылда йәшәгән бажа тейеш кешем оло малды ла өлөштәргә балта тейҙермәй бүлә. Борондан килгән йолалыр ул. Бәләкәй кәстрүлгә һалмай, оло ҡаҙанда итте бешерһәң ит-һөйөк киҫәктәренең бәләкәй булыуы мотлаҡ түгел бит инде. Ҡорбан малына килгәндә уның салыу ҡанын һәм һөйәктәрен һыуға һалырға кәрәк тип өйрәткәйнеләр. Ергә күмһәң эт-ҡош соҡоп сығара тинеләр. Тире күмелмәй, ә эшкәртелергә һәм мәнфәғәттә ҡуллынылған. Хәҙер генә ныҡ байып киттек. Тирегә, малдың баш-тояғына, эс-ҡарынна һан бөттө. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 06:00, 19 ғинуар 2018 (UTC)
Ғәҡиҡә
[сығанаҡты үҙгәртеү]Тимәк, һөйәкте онтарға ярамай, теш тейҙерергә ярамай тигәнен алып ташларға кәрәктер? Ғөләмәләрҙең фекере лә бер иш түгел бит--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 12:42, 30 ғинуар 2018 (UTC)
- Беҙҙең бит Әбү Хәнифә мәзхәбенсә эшләнә. Башҡа мәзхәбтәргә иғтибар итергә түгел инде.Шафиҡи, Хәнбәли мәзхәбтәрен өҫтәргә кәрәктер бәлки.