Фортуни палаццоһы
Фортуни палаццоһы | |
Дәүләт | Италия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Венеция |
Хужаһы | Венеция |
Әҫәр заказсыһы | Pesaro[d] |
Архитектура стиле | интернациональная готика[d] |
Фортуни палаццоһы Викимилектә |
Фортуни палаццоһы (итал.Palazzo Fortuny), шулай уҡ Пезаро Орфеяһы палаццоһы (итал.Palazzo degli Pesaro Orfei), — төньяҡ Италияла, Венецияла тарихи һарай. Ул XV быуатта Пезаро ғаиләһе өсөн венеция готикаһы стилендә төҙөлгән[1].1902 йылдан һарай модельер Мариано Фортуни һәм уның ҡатыны Анриэтта Негрин өсөн йорт булып хеҙмәт итә. Хәҙер бинала Фортуни музейы (итал. Museo Fortuny) урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарай Венеция районы Сан-Маркола, ҡала үҙәгендә, Сан-Бенето сиркәүе һәм Ка'Микель каналы араһында урынлашҡан. Бинаның төньяҡ фасады Пезаро урамына сыға Һарай XV быуатта билдәле Пезаро ғаиләһе ағзаһы Бенедетти Пезаро заказы буйынса төҙөлгән, һәм Венецияла был ғаиләнең бер нисә һарайҙарының береһе булған[2]. Сан-Бенето ырыуы, Пезаро ғаиләһе тармағының береһе, XVII быуат аҙағына өҙөлә, ә 1720 йылдан һарай күп төрлө ҡуртымсыны алмаштыра. Улар араһында: Альбрицци типографияһы, ике музыкаль ассоциация (1786 йылдан Орфея дельяһы академияһы һәм 1835 йылдан Аполлинеа йәмғиәте) була[3].
XIX быуаттың күп өлөшө дауамында бина бүленә һәм төрлө һөнәрселәргә бирелә. Мариано Фортуни бинала үҙенең беренсе Венеция студияһына нигеҙ һалғанда, унда 350-гә яҡын ҡуртымсылар була[4]. Ул яйлап һарай биналарын һатып ала, бүлмәләрҙе баштағы ҡиәфәтендә тергеҙә, 1902 йылда Фортуни уны үҙенең резиденцияһы итеп ала[5]. 1907 йылда үҙенең ҡатыны Анриэтта Негрин менән бергә ҙур булмаған оҫтахана аса; бер нисә тиҫтә йыл дауамында һарайҙың ике ҡаты туҡыма, ебәк һәм бәрхәттән кейем тегеү менән мәшғүл була[6]
Фортуни 1949 йылда вафат була, ә 1956 йылда һарай Мариано Фортуниның тол ҡатыны Анриэтта вафат булғас, Венеция коммунаһына бүләк ителә, Фортуни музейы 1975 йылда асыла[7]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Alessandro Maggiore, Walter Hartsarich, Daniela Ferretti (2013). La facciata di Palazzo Fortuny – Racconto di un restauro (in Italian). Venice: Comune di Venezia; Fondazione Musei Civici di Venezia; Sovrintendenza per i Beni Architettonici e Paesaggistici di Venezia e Laguna.
- ↑ A.S. Byatt (2016). Peacock & Vine: Fortuny and Morris in life and at work. London: Chatto & Windus. ISBN 9781784740801.
- ↑ Gianjacopo Fontana (1967). Venezia monumentale: I palazzi (in Italian). Venezia: Filippi.
- ↑ Marcello Brusegan (2005). La grande guida dei monumenti di Venezia: storia, arte, segreti, leggende, curiosità (in Italian). Roma: Newton & Compton. ISBN 9788854104754.
- ↑ 2
- ↑ Palazzo Fortuny: Museo: La sede e la storia (in Italian). Fondazione Musei Civici di Venezia. Accessed September 2018.
- ↑ Mario Brunetti (1935). Pesaro (in Italian). Enciclopedia Italiana. Roma: Istituto dell’Enciclopedia Italiana. Accessed September 2018.