Футбол буйынса Косово йыйылма командаһы
Футбол буйынса Косово йыйылма командаһы | |
Флаг | |
![]() | |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
![]() |
---|---|
Квалифицирован для | мужской футбол[d] |
Спорт төрө | Футбол |
Спорт рейтингы | 190[1], 190[2], 183[3], 184[4], 180[5], 170[6], 165[7], 165[8], 165[9], 166[10], 172[11], 164[12], 164[13], 173[14], 168[15], 174[16] һәм 177[17] |
Дәүләт |
![]() |
Етәксе орган | Косово Футбол федерацияһы[d] |
Главный тренер | Жиресс, Ален[d] |
Капитан | Уйкани, Самир[d] |
Рәсми сайт | ffk-kosova.com |
Код страны ФИФА | KVX[18] |
![]() |
Футбол буйынса Косово йыйылма командаһы — өлөшләтә танылған Косово дәүләтенең халыҡ-ара футбол ярыштарында үҙен танытҡан йыйылма командаһы, ул Косово Футбол федерацияһы етәкселеге аҫтында туплана.
Ҡыҫҡаса тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1993 йылда Югославия тарҡалғандан һуң, Косовола үҙенең футбол буйынса танылмаған йыйылма командаһы барлыҡҡа килә, ул үҙенең тәүге уйынында албандарға ҡаршы сығыш яһай (уйын Албанияның еңеүе менән тамамлана — 3:1). Әлеге ваҡытта Косово командаһы ни бары бер нисә генә уйынын үткәрҙе, уларының күбеһе профессиональ клубтарға ҡаршы уйналды. Команданың иң ҙур еңеүе булып Мөхәррәм Сәхити етәкселегендә Монако йыйылма командаһын 7:1 иҫәбе менән еңеү тора. Косово йыйылма командаһы уйнаған әллә ни күп булмаған турнирҙарҙың береһе — ул 2005 йылдың ноябрь башында Төньяҡ Кипр Футбол федерацияһының 50 йыллығығы айҡанлы үткәрелгән турнир. Беренселекте турнир хужаларына биреп, һәм Лапландия командаһын уҙып, Косова йыйылма командаһы икенсе урынға сығыуға өлгәште[19].
2008 йылдың 6 майында Косово вәкилдәре үҙҙәрен ФИФА-ның тулы хоҡуҡлы ағзалары итеп таныуҙы, УЕФА зонаһында донъя һәм Европа чемпинаттарның һайлап алыу уйындарында ҡатнашырға рөхсәт итеүҙе һорап, ФИФА-ға хат ебәрә. Косово Футболы федерацияһы берләшмәһе президенты Фадиль Вокри был ваҡиғаны «тарихи мәл» тип атаны һәм Косовоның ФИФА составына тиҙ арала ҡабул ителәсәгенә ышаныс белдерҙе. Ләкин 2008 йылдың октябрендә ФИФА-нан килгән яуаптарҙың береһенә ярашлы, Косовоның был үтенесе ҡабул ителмәй. Косовоның үтенесе ФИФА регламентының 10-сы пунктын боҙғаны асыҡлана, ә был, үҙ нәүбәтендә, бары тик халыҡ-ара берләшмәләр тарафынан танылған дәүләттәр генә ФИФА ағзаһы була ала тигән ҡарарға ҡаршы килә[20]. Косовоның ФИФА-ға һәм УЕФА-ға алыуҙарын һорап биргән тағы үтенесе лә 2011 йылдың 22 октябрендә кире ҡағыла[21].
2012 йылдың декабрендә футбол донъя картаһында ғәмәлдә яңы дәүләт барлыҡҡа килде: Токиола үткән ФИФА башҡарма комитеты клубтарға, шулай уҡ Косовоның йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаларына ФИФА футбол ассоциацияһына ингән командалар менән иптәштәрсә матч үткәрергә рөхсәт итте[22].
2016 йылдың 3 майында Косово рәсми рәүештә ФИФА-ға ҡабул ителә.
Косово йыйылма командаһының донъя чемпионатына һайланма турнир сиктәрендә үткән рәсми кимәлдәге тарихи дебюты 2016 йылдың 5 сентябрендә Финляндияға ҡаршы уйналасаҡ 2018 йылғы донъя чемпионатына һайлап алыуҙың ҡунаҡтарса алышында үтте.
Баш тренерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ает Шошоли (1993)
Мухаррем Сахити (2005—2006)
Эдмонд Ругова (2006)
Куйтим Шала (2006—2008)
Альберт Буньяки (2009—)
Йыйылма команда составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионаты матчында Исландия йыйылма командаһына ҡаршы уйнаясаҡ Косово йыйылма командаһы составына баш тренер Альберт Буньяки түбәндәге футболсыларҙы саҡырҙы (2017 йылдың 24 марты):
- уйындар һәм голдар буйынса 2016 йылдың 16 ноябренә ҡарата мәғлүмәттәр:
№ | Позиция | Уйынсы | Тыуған ваҡыты | Матчтар | Голдар | Клуб | ||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Вр | Самир Уйкани ![]() |
5 июль 1988 йыл | 11 | 0 | ![]() | |||
Вр | Бледар Хайдини | 19 июнь 1995 йыл | 0 | 0 | ![]() | |||
Вр | Адис Нуркович | 28 апрель 1986 йыл | 0 | 0 | ![]() | |||
Защ | Фаноль Пердедай | 16 июль 1991 йыл | 11 | 0 | ![]() | |||
Защ | Леарт Пакярада | 8 октябрь 1994 йыл | 8 | 0 | ![]() | |||
Защ | Альбан Пниши | 20 октябрь 1990 йыл | 6 | 0 | ![]() | |||
Защ | Амир Ррахмани | 24 февраль 1994 йыл | 5 | 0 | ![]() | |||
Защ | Бенджамин Кололли | 15 май 1992 йыл | 1 | 0 | ![]() | |||
Защ | Ардиан Исмайли | 30 сентябрь 1996 йыл | 0 | 0 | ![]() | |||
Защ | Мергим Войвода | 1 февраль 1995 йыл | 0 | 0 | ![]() | |||
Защ | Фидан Алити | 3 октябрь 1993 йыл | 0 | 0 | ![]() | |||
ПЗ | Бернард Бериша | 24 октябрь 1991 йыл | 7 | 0 | ![]() | |||
ПЗ | Берсант Целина | 9 сентябрь 1996 йыл | 5 | 1 | ![]() | |||
ПЗ | Валён Бериша | 7 февраль 1993 йыл | 5 | 1 | ![]() | |||
ПЗ | Милот Рашица | 28 июнь 1996 йыл | 5 | 0 | ![]() | |||
ПЗ | Арбер Зенели | 25 февраль 1995 йыл | 4 | 0 | ![]() | |||
ПЗ | Херолинд Шаля | 1 февраль 1992 йыл | 4 | 0 | ![]() | |||
ПЗ | Хекуран Крюэзиу | 12 февраль 1993 йыл | 3 | 0 | ![]() | |||
Нап | Ведат Мурики | 24 апрель 1994 йыл | 3 | 0 | ![]() | |||
Нап | Эльбасан Рашани | 9 май 1993 йыл | 2 | 2 | ![]() | |||
Нап | Донис Авдияй | 25 август 1996 йыл | 0 | 0 | ![]() | |||
Нап | Атде Нухиу | 29 июль 1989 йыл | 0 | 0 | ![]() | |||
Нап | Бесарт Бериша | 29 май 1985 йыл | 0 | 0 | ![]() |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2016.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2016.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2017.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2017.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2017.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2017.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2016.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2016.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2017.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2017.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2017.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2016.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2017.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2017.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2016.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2017.
- ↑ Men's Ranking (ингл.) — FIFA, 2017.
- ↑ https://www.fifa.com/associations/association/kvx/ — ФИФА.
- ↑ TR Northern Cyprus — 50 Years Anniversary Cup 2005
- ↑ FIFA rejects Kosovo football body application 2014 йылдың 29 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Сборной Косова по футболу официальный статус придан не будет
- ↑ FIFA разрешила клубам из Косово проводить международные товарищеские матчи
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Косово Футбол федерацияһы рәсми сайты (алб.)(алб.) (инг.)(инг.)