Хәбибуллина Гөлсөм Инсаф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хабибуллина Гульсум Инсафовна битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент тултырылмаған

Хәбибуллина Гөлсөм Инсаф ҡыҙы (5 март 194322 декабрь 2016) — эстрада артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1977) һәм халыҡ (1987) артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлсөм Инсаф ҡыҙы Хәбибуллина 1943 йылдың 5 мартында Ҡаҙаҡ ССР-ының Хантаги ҡасабаһында тыуған, әммә үҙенең тыуған төйәге тип Миәкә районын иҫәпләй. 1964 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Ғ. Ғ. Ғиләжев курсында уҡый. 1964 йылдан 2004 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында һөйләү жанры артисы булып эшләй. Юмор һәм сатира оҫтаһы. Хәбибуллина Гөлсөм Инсаф ҡыҙына тамашасыны арбаусы һөйкөмлөлөк, башҡарыу тәбиғилеге, эмоционаллек хас. Уның сығыштарында республиканың, халыҡтың яҙмышы сағыла. Гөлсөм Хәбибулина кешеләрҙе борсоған проблемаларҙы, уларҙың эске кисерештәрен йәнле тел менән, йылмайып-көлөп кенә тамашасыларға еткерә.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлсөм Инсаф ҡыҙы көслө, буйһонмаусан холоҡло ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп төрлө характерлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ образдарын тыуҙыра. Интермедиялары: Ә. Ҡ. Атнабаевтың «Ир таптым» («Нашла мужа»); Д. Х. Булгакованың «„Кəзə мамығы“ фирмаһы» («Фирма „Козий пух“»), «Телохранитель»; М. Сәлимдең «Президентҡа сығам» («Выйду за президента»), «НЛО», «Кишерлəтə» («Оплата морковью»), «Самогонсы Сəмиға» («Самогонщица Самига»), «Реклама», «Клон»; Н. Ш. Хафизовтың «Иларһың да, көлөрһөң дə» («И в шутку, и всерьёз»), «Тартырға бир» («Дай закурить») һ.б. Атнабаев, А. Игебаев, М. Кәрим, Н. Нәжми, Ғ. Й. Рамаҙанов һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре буйынса әҙәби программалар менән сығыш яһай. СССР һәм Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1977).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1977).
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1987).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]