Эстәлеккә күсергә

Халҡым өсөн (Ш. Бабич)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

«Халҡым өсөн» — шиғыр, күренекле башҡорт яҙыусыһы Шәйехзада Бабич 1914 йылда ижад иткән. Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класы өсөн әҙерләнгән башҡорт әҙәбиәте буйынса хрестоматия китабына индерелгән.

«Был әҫәр — шағирҙең ижад программаһы, эстетик кредоһы», тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.[1]. «Халҡым өсөн» шиғыры менән Бабич шиғриәтенең иң ҡәҙерле биттәре асылып китә. Шағир «Халҡым өсөн» тигән принципты байраҡ итеп күтәрә. Ул «данлыҡ өсөн», «алтын өсөн» дә, шәхси зауҡы, дәрте өсөн дә йырламай, саф йөрәкле, дәртле, көләс кешеләрҙе яҡлап, «үҙ туған халҡы өсөн» һүҙ әйтәсәген, шуның яҙмышын ҡурсалап көрәшәсәген белдерә:

Йәш сағым, алтын сағым,
Ялҡын сағым булһын фиҙа
Халҡым алдында минең
Биргән таҙа антым өсөн.

Ил зары алдында лирик геройҙың үҙ ҡайғылары кесерәйеп ҡалғандай була:

Иламайым мин көндәрем
Һырғаҡ, һыуыҡ, һалҡын өсөн;
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн.
Шағир халыҡҡа тик бер яҡлы ғына ҡарамай. Халыҡ социаль һәм милли колониаль иҙеү һөҙөмтәһендә ҡарап тороуға «аяныс», «меҫкен» бер хәлгә килеп терәлгән, ләкин йәшәү дәрте, рухи ҡеүәте һүнмәгән: ул «мәңге шат, дәртле, көләс». Әҫәрҙә аяныс яҙмышҡа зарланыу, хәсрәтләнеү тойғоларына халыҡтың киләсәгенә ышаныу, өмөт сатҡылары яҡтылыҡ һибеп тора. Шағирҙең халыҡ алдында «таҙа ант» биреүе лә был ышаныстың ни тиклем көслө булыуы тураһында һөйләй[1].

Поэтик үҙенсәлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиғырҙың бөтә йөкмәткеһе антитеза алымына ҡоролған. Был стилистик сара арҡыры төп мәғәнәне — «йырҙарым» һәм «халҡым өсөн» һүҙҙәрен үҙгәрешһеҙ ҡалдыра килгән. Һәр строфала был һүҙҙәрҙең яңы сифатын белдереүсе эпитеттар менән биҙәп бара: ап-аҡ «алтын» йыр, саф «көмөштәй» йыр, «сәскә төҫлө» йыр, «дәртле ҡайнар» йырҙарым; «үҙ туған» халҡым өсөн, «саф йөрәк» халҡым өсөн, «ҡыҙҙарға бай» халҡым өсөн, «дәртле көләс» халҡым өсөн. Был поэтик сара аша автор туған халҡына булған тәрән һөйөү хистәрен еткергән[2][3].

Шағир ғәзәлгә хас рифмалашыу принцибын һаҡлаған һүрәттә шиғыр үлсәүен һәм строфаһын өр-яңыса ҡора: дүрт юллыҡ 8-7 ижекле үлсәүҙәге йыр формаһында[2].

«Халҡым өсөн» музыкала

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Йырҙарым — халҡым өсөн» исемендә Артур Туҡтағолов шиғырҙы көйгә һалған һәм уны үҙе башҡара.

  1. 1,0 1,1 Рауил Бикбаев. «Шәйехзада Бабич тормошо һәм ижады ». — Өфө: «Китап», 1981 й. — С. 101—103-сө.
  2. 2,0 2,1 Авторҙар коллективы. «Халыҡ шағиры халыҡ хәтерендә » Ғайса Хөсәйенов Ш.Бабич — шиғыр оҫтаһы. — Өфө: «Китап», 1996 й. — С. 71-се.
  3. К.Әхмәтйәнов. «Әҙәбиәт теорияһы» Бабич строфаһы. — Өфө: «Китап», 1971 й. — С. 247—249-сы.