Эстәлеккә күсергә

Хирса монастыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хирса монастыры
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Хирса монастыры Викимилектә

Хирса монастыры йәки Изге Стефан ҡорамы (грузин телендә: მონასტერი სტეფანწმინდის ხირსის) Грузияла Кахетия төбәгендәге грузин православ монастыры. Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡыларының исемлегенә индерелгән[1].

Хәҙерге заман интерьеры.

Тзге Стефапға арналған Хирса монастыры көнсығыш Кахетияла Сигнахи районының Тибаани ауылында урынлашҡан. Барлыҡҡа килеүе XIII быуат руханийы Арсен Булмаисимидзе, VI быуат монахы Стефан менән бәйле. Һуңғыһы ошо монастрырҙа ерләнгән тигән фараз бар. Базилика X быуатта көмбәҙле сиркәүгә әйләнә, һәм ул XI һәм XVI быуаттар дауамында реконструкциялана. Ниһайәт, сиркәү 1822 йылда йүнәтелә[2]. 1990 йылдарҙа Советтар Союзы тарҡалғандан һуң монастырҙы сираттағы рәүештә реконструкциялайҙар. Сиркәү Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән.[3]

Көньяҡ фасады.

Әлеге сиркәү 41,3 × до 23,4 м ҙурлыҡта, 15,4 м бейеклектә, эзбизташ ҡулланып төҙөлгән. Интерьеры дүрт колонна менән бүленгән һәм бығау формаһындағы апсида менән тамамлана. Бина бейек конус рәүешле кирбес көмбәҙ менән ослана һәм ун ике тәҙрә менән яҡтыртыла. Көмбәҙ аҫтындағы ташта урта быуат грузин яҙыуҙары бар, унда 886 йыл датаһы һәм танырлыҡ түгел исем яҙылған.[4][5]

Сиркәүҙең ике ишеге бар, береһе көнбайыш яҡта, икенсеһе көньяҡҡа ҡарай-һуңғыһы часовняға алып бара. Сиркәүҙең көньяҡ осонда Пресвятая Богородица Успениеһының часовняһы, ә һул яҡта изге Стефан Хирсанский кәшәнәһе урынлашҡан часовня тора.[4]

Тыштан фасады биҙәктәргә бай түгел. Берҙән-бер биҙәге булып көньяҡ тәҙрәлә рельефында уйып эшләнгән өс тәре менән аркитрау тора. Тәренең һул яғындағы яҙыу Кахетиянан Гагикҡа ҡарай (1039-1058), тәҙрәнең уң яҡтағы яҙыу батша Леванды хәтергә төшөрә (1520-1574). Сиркәүҙән көнбайышҡа ҡарай ишектә 1822 йыл менән даталанған тағы бер яҙыу бар. Уны "император Александр I һәм уның ғәскәре иҫтәлегенә", рус батшаһы Александарға һылтанманы арксимандрит Никепор урынлаштырған[6].

Сиркәүҙән көнбайышҡа табан Кахетиянан Леванға ҡараған нығытманың бейек диуары бар. Шулай уҡ өс ҡатлы манара һәм ике ҡатлы монахтар йорто урынлашҡан.

  1. «List of Immovable Cultural Monuments» (en georgià). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. [Consulta: 25 juliol 2019].
  2. «ხირსა [Khirsa]». A: ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი. Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia) (en georgià). Tbilisi: Georgian National Museum, 2013, p. 642. ISBN 978-9941-15-896-4.
  3. «A Georgian monastery that used to be the country's chief missionary center». Georgian Journal, 20 de desembre de 2015 [Consulta: 23 agost 2019].
  4. 4,0 4,1 «ხირსა [Khirsa]». A: ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი. Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia) (en georgià). Tbilisi: Georgian National Museum, 2013, p. 642. ISBN 978-9941-15-896-4.
  5. Fähnrich, Heinz. Die ältesten georgischen Inschriften (en alemany). Brill, 2013, p. 95-96. ISBN 978-90-04-25108-3.
  6. Barnaveli, Teimuraz. კახეთის ისტორიული ძეგლების წარწერები. Inscriptions from the historical monuments of Kakheti (en georgià), 1962, p. 148-152.