Хорю-дзи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хорю-дзи храмы
Хорю-дзи храмының Икаругалағы ҡапҡаһы (саммон)
Хорю-дзи храмының пагодаһы. Япониялағы иң боронғо ағас ҡоролма.

Хорю-дзи (яп. 法隆寺 Храм процветающей дхармы) — Японияның Нара префектураһындағы Икаруга ҡалаһының буддистар храмы.

Туп-тулы исеме — Хорю Гакумон-дзи (法隆学問寺), йәғни сиркәү өйрәнеү сәскә атыусы дхарманы өйтәнеү сиркәүе, храм семинария булыу менән бер рәттән монастырь ҙә булған. Донъялағы ағас ҡоролмалар араһында иң боронғоһы йорт булып һанала[1]. Японияла был храм иң боронғо храм данын тота.[2] Храм хоссо йәғни һинд фәлсәфә мәктәбе йогачараның төп урыны,Досёға нигеҙ һалған урын булып тора . Ул көньяҡтағы иң эре ете храмдар араһында иң ҙуры.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Храмға нигеҙҙе принц Сетоку һалған, һәм ул Икаруга-дэр исемен йөрөтә башлаған (斑鳩寺). Төҙөлөш 607 йылда Конго Гуми кампанияларын нигеҙләүселәр торған. Храм Якусиға, Медицина Буддаһы хөрмәтенә принцтың атаһы хөрмәтенә төҙөлгән[2]. Ҡаҙылмалар күрһәткәнсә, принц Сетоку хәҙерге замандағы храмдың бер өлөш территорияһында йәшәгән[3]. Элегрәк комплекс хәҙерге урында түгел, ә һарайҙан көньяҡтараҡ торған[3]. 670 йылда храмды йәшен һуҡҡан һәм ул бөтөнләй янып бөткән. 670 −700-сы йылдарҙа храм яңынан тергеҙелгән һәм уның тәғәйенләнеше үҙгәргән. өр-яңынан йорт торғоҙола, ай-һай переименовано[4]. 1374 һәм 1603 йылдарҙа храмды бер нисә тапҡыр төҙәткәндәр һәм яңынан күсереп һалғандар[5].Реконструкциялар ваҡытында Кондо төҙөгән ҡоролмаларҙың 15-20 % ғына храмдың тәүге оригинал материалдарын һаҡлап ҡалдырған[5].

Сога кланы Сётоку ырыуын еңгәс, был ырыу юҡҡа сыҡҡан[6]. Шулай ҙа Сога был ырыуға принцҡа хөрмәт йөҙөнән храмды яңынан тергеҙергә рөхсәт иткән[6].

Һуңғараҡ храм хоссо мәктәбенең үҙәгенә әйләнгән.1950 йылда храм хоссо мәктәбенең бер тармағы булған принц Сетокуға табыныусыларҙың бәләкәй мәктәбенә бирелгән.

Янғын тураһындағы бәхәстәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

670 йылда храм янғындан һәләк булған тигән фекерҙәргә ҡаршы кешеләр, храмда бер ниндәй ҙә янғын булмаған, тигән уйҙа торалар. Быны улар тупраҡҡа яһалған анализдар, архитектураны һәм боронғо яҙыуҙарҙан сығып иҫбат итәләр[7].

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Храм комплексы көнсығыш һәм көнбайыш территорияларына бүленгән. Көнбайыш өлөшөндә Алтын Зал («Кондо», авторы Курацукури-но Тори) һәм биш яруслы пагода бар. Көнсығышында Төштәр Залы («Юмэдоно») бар. Комплекста монахтарҙың дөйөм ятағы, лекциялар залы, аш бүлмәһе һәм китапханалар бар[4]. Храмдың төп бүлмәһендә Будда Медицинаның һыны тора. Ул 670 йылдағы янғын ваҡытында һаҡланып ҡалған[8].

Храмда Сётокуның йәне йәшәгән урын — Сёрёин павильоны бар.

Пагода[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Биш яруслы 32,45 м бейеклегендәге пагода — донъяла иң боронғо ағас ҡоролмалары боронғо корея йәки ҡытай донъяла үтәлгән иҫке корейское йәки ҡытай Тан стилендә төҙөлгән. Ул төҙөлөш 700. йылда тамамланған. Пагоданың нигеҙендә дини реликвиялар ҡуйылған ҙур таш ята. Пагоданың ауырлығы ҙур булғанлыҡтан, был реликвияларҙы өйрәнеү мөмкин түгел.

Кондо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юмэдомо, принц Сетоку менән тиңләштерелгән Төштәр павильоны

Кондо шулай уҡ ағастан төҙөлгән иң боронғо ҡоролма, уның ҙурлығы — 18,5×15.2. м. Ул ҡытай йәки корея стилендә төҙөлгән. Залында данлыҡлы Сяканың өс һынлы триадаһы тора.

Юмэдоно[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төштәр залында принц Сетоку яңғыҙ ҡалып буддистарҙың текстарын өйрәнгән. Павильонда бодхисаттва Гуаньиньдың (Каннон) һындары йәшереп ҡуйылған. Бында шулай уҡ будда канондарының даналары бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]