Эстәлеккә күсергә

Хциси Яхъя сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хциси Яхъя сиркәүе
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Хашурский муниципалитет[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Хциси Яхъя сиркәүе Викимилектә

Хциси Яхъя сиркәүе, Грузияла, Шида-Картли төбәгенең Хашури муниципалитетындағы Хциси ауылынан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Сиркәүҙең көнсығыш фасадындағы яҙыуға ярашлы сиркәү Баграт III осоронда, 1002 йылда төҙөлгән тип хәбәр ителә. Ҡомартҡы шул типтағы иң яҡшы сиркәү өлгөләренең береһе иҫәпләнә. Сиркәүҙең иң иғтибарға лайыҡ үҙенсәлеге булып баҫтырып эшләнгән хайуан фигуралары һәм бай биҙәктәр тора. Сиркәүҙән көньяҡҡа ҡарай ҙур булмаған часовня урынлашҡан, уның өҫкө өлөшө һәм аркалары емерелгән. Сиркәүгә ике инеү урыны бар, береһе көньяҡ яҡта, икенсеһе көнбайыштан. Көнбайыш, көньяҡ һәм көнсығышта берәр тәҙрә урынлашҡан. Көнсығыш диуарында өс аркаһы бар, урталағы бүлкәте ҡалған икеһенә ҡарағанда оҙонораҡ. Шулай уҡ төньяҡ һәм көнбайыш яҡта урталағы бүлкәттәр оҙонораҡ.

2006 йылда Хциси сиркәүе Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелә

  • Description monuments and cultural Georgian of historical, 5 volume. pages:460-462, Тбилиси; 1990.