Эстәлеккә күсергә

Хыялдар (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хыялдар
Нигеҙләү датаһы 1886
Атамаһы Мечты
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 15 (27) ноябрь 1886
Баҫылған Новое время[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

«Хыялдар» — Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе. 1886 йылда яҙыла, 1886 йылдың 15 ноябрендә «Яңы ваҡыт» гәзитенең 3849-сы һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән тәүге тапҡыр баҫыла.

А. П. Чеховтың «Хыялдар» хикәйәһе  1886 йылда яҙыла, 1886 йылдың 15 ноябрендә «Яңы ваҡыт» гәзитенең 3849-сы һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән тәүге тапҡыр баҫыла. 1887 йылда «Эңерҙә» йыйынтығында, 1898 йылда Мәскәү грамоталылыҡ йәмғиәтендә айырым баҫма булып сыға, яҙыусының А. Ф. Маркс нәшер иткән әҫәрҙәре йыйынтығына индерелгән.

Тере сағында Чеховтың хикәйәләре венгр, немец, поляк, чех теле һәм серб-хорват теленә тәржемә ителә.

Тәнҡит хикәйәне юғары баһалай. Д. В. Григорович та, А.С. Лазарев-Грузинский ҙа уға ыңғай баһа бирә (Чехов хәтирәләрҙә,  151-се б.).

«Күҙәтеүсе» журналында тәнҡитселәр хикәйәлә "туғанлығын белмәгән берәҙәкте ҡылыҡһырлау" бик оҫта һүрәтләнгән тип билдәләгәндәр[1].

Чехов хикәйәләр оҫтаһы булғанлыҡтан, К. К. Арсеньев «Хыялдар» әҫәрен хикәйәләү өлгөһө тип иҫәпләй, «һайланған тема ул кескәй сиккә еңел һәм иркен һыйғанлыҡтан, киң үҫеш талап итмәй». Уның фекеренсә, «ҡатнашыусыларҙың үткәненә үтеп инмәһә лә, улар менән ентекләп  танышмаһа ла», «авторға кинәт ҡалҡып сыҡҡан күңел кәйефен яңынан тергеҙеү мөмкин булған».  Тәбиғәт күренештәрен һүрәтләүҙә хикәйәнең көслө яғын күргән: «Ул тәбиғәтте йәнләндереү сәнғәтенә эйә, уны нәҡ кеше тормошо менән йәшәргә мәжбүр итә...»[2].

М. Белинский, «Хыялдар», «Тынғыһыҙ ҡунаҡ», «Сихырсы» һәм «Ҡурҡыныс» хикәйәләре «авторҙы күҙәтеүсе генә түгел, ә шағир, аҡыл эйәһе генә түгел, ә кешелекле кеше итеп күрһәтеүсе наҙлы һәм моңһоу тойғоларға бай булғанлыҡтан» Чеховты «урыҫ Боккачиоһы» тип атаған[3].

  • Андрей Птаха, йөҙ башы.
  • Сапожников Никандр, йөҙ башы.
  • Берәҙәк, ҡасҡын каторжан, Себерҙгә  һөргөнгә конвой менән оҙатыла, үҙенең исемен хәтерләмәй.

Хикәйәләге ваҡиғалар һуң көҙ көнө ике сотский Себергә конвой менән берәҙәкте оҙатып килтергән бысраҡ юлда бара. Юлда барғанда, сотский менән берәҙәк бродяга араһында һүҙ ҡуҙғала. Берәҙәк үҙенең исемен хәтерләмәй. Был сотскийҙың ҡыҙыҡһыныуын тыуҙыра. Берәҙәк үҙенең бала сағы, әсәһе  хаҡында һөйләй — үҙенең атаһын хәтерләмәй. Ҡасандыр ул әсәһе менән бер булып баринды мышаяҡ менән ағыулап үлтерә. Әсәһенә 20 йыл бирәләр, ә уға, енәйәттәшкә (баринға ағыулы стакан биргән) — 7 йыл каторга. Һуңынан ул ҡасып йөрөгән һәм был  турала сотскийҙарға асыҡтан-асыҡ һөйләй.

Берәҙәк Себерҙән ҡурҡмай. Ул әйтте: «Себер — шулай уҡ Рәсәй, алла һәм батша ла шундай уҡ һәм бында ла,  һинең менән минең кеүек, православиеса һөйләшәләр. Тик унда хөрриәт һәм халыҡ та байыраҡ йәшәй». Ул балыҡ тотоу тураһында хыяллана, балыҡ тотоу нескәлектәре тураһында йәнле итеп һөйләй: «Мин үҙ ғүмеремдә күпме балыҡ тотҡанмындыр! Үҙем дә белмәйем...»  Себерҙәге тормошто ирекле тип һанай. Сотскийҙар ирекле тормош картиналарын күҙ алдына баҫтыра һәм берәҙәккә, һаулығы торошо буйынса, һөргөн урынына әллә етер, әллә юҡ, тип әйтәләр.

  • Чехов А. П. Мечты // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Dictionnaire Tchekhov, page 252, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Rêves, traduit par Madeleine Durand et Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.
  1. Журнал „Наблюдатель“ 1887, № 12, отдел „Новые книги“, стр. 68
  2. «Вестник Европы», 1887, № 12, стр. 772, 774
  3. «Труд», 1892, № 2, отдел «Новые книги», стр. 479