Эстәлеккә күсергә

Хёго

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Хёго — Грузияла Кахетия төбәге Тушетия тарихи районындағы ауыл, Омало ауылынан 400—500 метр алыҫлыҡта, диңгеҙ кимәленән 2050 метр бейеклектә урынлашҡан.

2018 йылда Грузия хөкүмәте ҡарары менән милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы статусына эйә була[1].

Хего иконаһы Иоанн Предтеченский сиркәүе ихатаһының ҡаршыһында урман ситендә төҙөлгән. Риүәйәттәр буйынса Иоанн Креститель туғыҙ ауыл халҡының ҡылығы менән ҡәнәғәт булмай, Тушетияның Хего ауылына ҡасып китә. XX быуаттың икенсе яртыһына тиклем Хего ауылында башҡа байрамдар менән бер рәттән иконаның көсөн танып, Креститель Көнө лә үткәрелә.

Биләмәлә Иоанн Креститель иконаһы башнялары һәм комплекс урынлашҡан.

Иоанн Креститель иконаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комплекстағы бөтә биналар сланецтан төҙөлгән. Комплекс ныҡ зыян күргән. Ҡойманың бейеклеге 2,5 метр. Уның көнбайыш яҡтан инеү урыны бар, ул ослайып тора.

Өс башняның икәүһе тулыһынса һүтеп алынған, өсөнсөһө өс ҡатлы, ул ҡойманың тәньяҡ сигендә тора, планында квадрат формала һәм бөтә Тушетия башнялары кеүек үк түбәһенә ҡарай тарая.

Башнялар һуңғы урта быуатҡа ҡарай. Алты ҡатлы көньяҡ башняһы нигеҙендә трапеция формаһында, биш ҡатлы төньяҡ башня һаҡланып ҡалған. Планында ул һуҙылған тура мөйөшлө. Башнялар араһында һуңғы бина ҡалдыҡтары һаҡланған, көнбайыш стенала ишек уйымы һәм тура мөйөшлө ниша бар

  • საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 2, გვ. 178—180, თბ., 2008 წელი.
  • მაკალათია ს., თუშეთი, თბ., 1983