Хәйрүләкәй (йыр)
́
«Хәйрүләкәй» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Дауамлығы |
3,5 мин |
«Хәйрүләкәй» (урыҫ. Хайрулякай, ингл.Hairullakai) (башҡ. Хәйрүлләкәй) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алтын ғына микән, ай, был донъя,
Ҡушымта:
Йәнейем кеүек, Хәйрүләкәй,
Былбыл булып һайра әле.
Көмөш кенә микән был донъя? (2 тапҡыр)
Ҡәҙерҙәрен белеп көткәндәргә,
Ҡушымта:
Шау сәхрә лә икән был донъя.
Тып-тып итеп баҫҡан тура атыңды,
Ҡушымта
Йөҙ илле һум биреп тә һорарҙар. (2 тапҡыр)
Сит илдәргә китеп яҡшы йөрөһәң,
Ҡушымта
"Ҡайҙан килгән?" — тип (шул) һорарҙар,
"Кем балаһы?" — тип (шул) һорарҙар.
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риүәйәткә ярашлы, әсә кеше, сит ерҙәргә донъя күрергә тип сығып китергә йыйынған улына арнап, ошо йырҙы башҡара. Йырҙа тормош фәлсәфәһе ярылып ята: әйләнә-тирәңде ҡәҙерләһәң генә донъя матур, "шау сәхрә" була алауы билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта сит ерҙәрҙә ябай ғына күренеште лә аҡыл менән ҡабул итергә кәрәклеген һәм ҡайҙа булһа ла үҙ бәҫен юғалтмай йөрөргә тейешлеген дә аңғарта әсә кеше. Йәғни һәр ерҙә кеше тыуған ере, халҡы вөкиле булараҡ ҡабул ителеүе һәм баһаланыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Хәйрүләкәй" көйө киң диапазонлы (дуодецима), бай орнаментика һәм көйләүгә ҡоролған.
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡарыусылар — Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986) Ғәли Хәмзин.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983;
- Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988;
- Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. VIII. 42-43 б./