Эстәлеккә күсергә

Хәмзә бей мәсете (Сански-Мост)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хәмзә бей мәсете (Сански Мост) битенән йүнәлтелде)
Мәсет
Хәмзә бей мәсете
босн. Hamza-begova džamija
Ил Босния һәм Герцеговина Босния һәм Герцеговина
Ҡала Сански-Мост
йүнәлеш, мәктәп сөннилек
Мәсет төрө йәмиғ мәсет
Архитектура стиле мосолман архитектураһы
Төҙөлөштө башлаусы Хәмзә бей Бихарович
Төп даталары:
1557 йылға тиклем иҫке мәсет бинаһы төҙөлгән[1]
1992 йылдың 27 июнендә Серб Республикаһы армияһының хәрбиҙәре тарафынан емерелгән
1997—2000 йылдарҙа яңы мәсет төҙөлгән
Манаралар һаны 4[2]
Тәрәүих ДаY
Ифтар ДаY

Хәмзә бей мәсете (босн. Hamza-begova džamija) — Сански-Мост ҡалаһының иң ҙур мәсете. Босния һәм Герцеговинаның дүрт манаралы берҙән-бер мәсете. Сығышы менән Сански-Мост тирәһендәге Каменградтан булған санжак бей (санжак губернаторы) Хәмзә бей Бихарович тарафынан төҙөлгән.

1557 йылға тиклем төҙөлгән, сөнки уны нигеҙләгән Хәмзә бей 1557 йылда вафат булған. Фараз буйынса 1555 йылда төҙөлгән. Уның таш манаралар рәүешендә төҙөлгән бер ағас манараһы булған. Түбә уртаһында бәләкәй генә көмбәҙ ҡоролған. 1705 йылда мәсет үҙгәртеп төҙөлә һәм тап шул ваҡытта минбар аҫтында нәстәлик менән ошолай текст яҙылған: «Белем эҙләү һәр мосолман ир-атының һәм ҡатын-ҡыҙының бурысы. (Хәҙис). 1117 йылда имам ярлы Хәсән тарафынан яҙылған».

Һуңғы тапҡыр иҫке мәсет 1984 йылда реконструкцияланған. 1992 йылдың 27 июнендә Серб Республикаһы армияһының хәрбиҙәре мәсетте емергән, уның бөтә материалдары һәм тарихи әйберҙәре сүплеккә ташланған. Яңы мәсет 1997 йылдың июлендә төҙөлә башлай һәм 2000 йылдың 6 авгусында асыла[1][3]. Мәсет Босния һәм Герцеговина милли ҡомартҡыларын һаҡлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, Босния һәм Герцеговинаның милли ҡомартҡыларының ваҡытлы исемлегенә индерелгән[4].

1891 йылда — Хафиз Мөхәммәд бей, ә 1899 йылда Сәлих әфәнде Арнаутович дини уҡытыусы (хәлфә) булараҡ телгә алына[1][3].

Хәмзә бей мәсете имамдары[1][3]
Имам Йылдар
Хөсәйен әфәнде Вайзович 1869
Әхмәт әфәнде Билайбегович 1926–1938
Али әфәнде Муратович 1938–1946
Адил әфәнди Джаферагич 1946–1974.
Мостафа әфәнде Сушич 1974–1989
Дервиш әфәнде Дервишевич 1989–1992
Мөхәрәм әфәнде Ботич 1990–1992
Хөсәйен әфәнде Ковачевич һәм
Мирсад әфәнде Седич
1995 йылдан
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Vedad Biščević, Edin Biščević: Naseljena mjesta Općine sanski most Sanski Most 2009.
  2. Džamija sa 4 munare; Jedina u Bosni i Hercegovini – Članak(недоступная ссылка). Medžlisa Sanski Most. (31. oktobar 2013.)
  3. 3,0 3,1 3,2 Džemat Sanski Most (grad) – Članak 22. 6. 2013.. Medžlisa Sanski Most. (31. oktobar 2013.)
  4. Privremena lista Nacionalnih spomenika na web stranici Komisije za očuvanje nacionalnih spomenika. Дата обращения: 26. 11. 2013. Архивировано из оригинала 17. 4. 2015 года. 2015 йыл 17 апрель архивланған.