Эстәлеккә күсергә

Чертков тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чертков тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Асылған ваҡыты 1967 йыл
Урынлашыуы Ростов өлкәһе Чертков районы, Чертково ҡасабаһы
Директор Владимир Филиппович Олифир
Сайт chertkovo-muzey.ru

Чертов тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы  — Ростов өлкәһе Чертков районы Чертково ҡасабаһындағы музей.

Адресы: 346000 Ростов өлкәһе, Чертков районы, Чертково ҡасабаһы, Пионер тыҡрығы, 27.

Тарих һәм һүрәтләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей Ростов өлкәһе Чертков районы Чертково ҡасабыһында Чертков район советы халыҡ депутаттарының (21.09.1983 йыл)368-се ҡарары нигеҙендә барлыҡҡа килә. Музей Пионер тыҡрығы, 27-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.

Хәҙерге ваҡытта ул коммерция булмаған Муниципаль бюджет мәҙәниәт ойошмаһы (МБМО). Исеме — «Чертков тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы». Музей муниципаль милектә тора. Музей директоры — Владимир Филиппович Олифир.

Музей экспозициялары урындағы халыҡ йыйған экспонаттарҙан һәм Чертков районында алып барылған археологик ҡаҙылма табылдыҡтарҙан төҙөлгән. Хәҙерге ваҡытта музейҙа 2706 берәмек һаҡлана (2015), уның эсенә фоторәсемдәр, документтар, тарих һәм мәҙәниәт предметтары һ. б. инә. Музей экспозицияһы Ростов өлкәһе Чертков районының тарихы, мәҙәниәте, унда йәшәүсе кешеләрҙең тормошо тураһында һөйләй. Музейҙа Чертков спортсыларының ҡаҙаныштары тураһында материалдар: фоторәсемдәр, бүләктәр, кубоктар һ. б. бар. Район тәбиғәтен һүрәтләүсе төрлө хайуандарҙың: болан, ҡоралай, төрлө ҡоштарҙың толопло ҡарасҡылары экспозицияға ҡуйылған.

Музейҙың үҙәк өлөшөн Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы совет һәм немец авиацияһын, танктарын, пехотаһын күрһәткән диорама биләп тора. Был диорамала Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы әйберҙәр: автоматтар, рациялар, һуғыш кәрәк-ярағы йәшниктәре, хәрби каска, мылтыҡ, мина һәм башҡа предметтар бар.

Чертков тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында төрлө күргәҙмәләр ойошторола, Музейҙар төнө акцияһы уҙғарыла. Музей хеҙмәткәрҙәре район уҡыусыларына төрлө лекциялар уҡый. Бер йыл эсендә музейға сама менән 3300 кеше (2015)[1] йөрөй.