Шабельскийҙар йорто (Семибалки)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Шабельскийҙар йорто
Ил Россия
Адрес Семибалки ауылы, Азов районы, Ростов өлкәһе
Бөгөнгө хәле өлөшләтә һаҡланған

Шабельскийҙарҙың йорто шулай уҡ мәғлүм булғанса, Туркиндар йорто — Ростов өлкәһе Азов районы Семибалки ауылындағы йорт. Йорттоң баштағы хужалары бер нисә быуын алпауыт  Шабельскийҙар була, аҙаҡ йортто Владимир Михайлович Туркин ҡуртымға ала.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Павел Васильевич Шабельский Семибалки ауылында Черкасов бушлығының бер аҙ өлөшөн ул ерҙәрҙең элекке хужаһы Маргарит Мануилович Блазоның вариҫтарынан  һатып алған[1] [2].  Павел Васильевичтан һуң йорт уның улы Катон Павлович ҡулына күсә. 1829-1830 йылдарҙа яңы хужа был ерҙәргә  Орел өлкәһе Ушаков ауылынан 200 крәҫтиәнде  күсереп килтерә. Уның  Ново-Маргаритовка, Семибалки һәм Порт-Катон[3] ауылдарында 17 807 дисәтинә ере булған. 1860-сы йылдарҙа  ерҙең хужаһы  — уның улы Николай Катонович Шабельский. Ул ауылға  үҙ имениеһынан элек Харьков губернаһында йәшәгән  13 ғаиләне күсереп алып килгән. XIX быуаттың икенсе яртыһында алпауыт йорто төҙөлгән. Ул йорттоң нисек үҙгәреүе тураһында "Таганрог вестниғы "гәзитендә яҙылған. Мәҡәләлә Семибалки ауылындағы урамдарҙың киң , йорттарҙың йыйнаҡ, таҙа булыуы, ә алпауыт йортоноң тыйнаҡ стилле, иҫ киткес матур булыуы тураһында яҙылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан. йорт хужаһы бында йәшәмәгән, ә йортто үҙ милкенә күсергәс, уның идарасыһы итеп Владимир Михайлович Туркинды тәғәйенләгән. Туркин утарҙың эше менән шөғөлләнгән һәм крәҫтиәндәрҙе эш менән тәьмин иткән: Туркиндың балыҡ заводына крәҫтиәндәр тотҡан балыҡтарын балыҡ тотоу ҡоралдарына алмашҡа биргәндәр, ә ҡыш тотолған балыҡтарын крәҫтиәндәр үҙҙәренә алып ҡалғандар. Билдәле булғанса, 1912 йылда Туркин Семибалки ауылында ике класслы училище төҙөй. Ул үҙе хеҙмәтсе крәҫтиән ҡатыны Анна Сердюкҡа өйләнә.  1920-се йылдарҙа уларҙың  улдары тыуған. 1924 йылда Туркиндың ғаиләһен, кулак ғаиләһе тип, һөргөнгә ҡыуғандар.  Шабельскийҙарҙың хужалыҡ ҡоролмалары һәм сиркәүе юҡҡа сығарылған, бары тик алпауыт йорто ғына һаҡланып ҡалған. Был Шабельскийҙарҙың йортон йыш ҡына Туркин йорто тип атап йөрөткәндәр. 1956 йылға тиклем унда ғибәҙәт ҡылғандар , аҙаҡ йортто складҡа һәм конторға әйләндергәндәр. XXI быуатта Туркин йорто янында тирәктәр үҫеп ултыра, ә йорттоң алғы яғы крем төҫөнә буялған.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йорт план буйынса баҡсаға арты менән ҡаратып төҙөлгән. Өйҙөң алғы яғында аш әҙерләү бүлмәләре урынлашҡан. Уларҙың береһендә аҡ икмәк , икенсеһендә ҡара икмәк бешергәндәр. Утарҙың составына ат һарайы, ауыл хужалығы малдары өсөн һарайҙар, мал ҡуралары. каретниктар ингән. Уларҙан тыш ике иген амбары һәм идарасы йорто булған. Улар хәҙерге Мәҙәниәт йорто янында урынлашҡан булған. Йорттоң алғы яғы ике яруслы галереялы, улар колонна -бағаналар менән айырылып тора, галерея ярым түңәрәк формалағы йорт түбәһе терәлеп тора. Ҡунаҡ күтәрмәһе өс баҫҡыслы. Шул ваҡытта йәшәгән кешеләр әйтеүе буйынса, Туркиндар йәшәгән ваҡытта йорт эсендәге йыһаздар бик ябай булған.

Төрлө формалағы конденсаторҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Экономия Туркина.
  2. Виктор Литвиненко. Из истории названий приазовский сел. Часть 2.
  3. Очерки истории Азова, Том 10. Азовский краеведческий музей, 2005, С. 215