Шайтанташ яҙмаһы
Шайтанташ яҙмалары — Шайтанташ ҡаяһындағы һүрәттәр (Урал).
Урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шайтанташ Реж йылғаһының уң ярындағы ҡая. Уралдағы шундай атамалы ҡаялар араһында иң ҙуры.
Мөһабәт ҡая Октябрь ауылынан 4.5 км көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Геоморфологик һәм ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә.
-
Йылға Реж. Свердловск өлк.
-
Шайтанға Таш Ҡая. Йылға Реж. Свердловск өлк.
Яҙманы һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаялағы һүрәттәр Реж йылғаһының үрге һәм урта ағымдары тәңгәлендә табылған. Иң беренсе билдәле һүрәт — Шайтанташ яҙмаһы. Шайтан — Уралдағы бик күп ҡая һәм күлдәрҙең атамаһы. Уларҙы ғәҙәттә манси-вогулдар менән бәйләйҙәр Әммә шайтан һүҙенең сығышы мансиҙарҙыҡы түгел, ә төркиҙәрҙеке. Бындай топонимдар башлыса төрки мосолмандарға бәйле.
Шайтанташ - көлһыу төҫтәге граниттан тоған 40 метр бейеклектәге 400 метрға һуҙылған ҡая. Был тәңгәлдә йылғаның киңлеге 20-25 метр самаһы. Ҡая менән һыу араһы 25-30 метр. Бында ҡарағай, ҡайын, муйыл, миләш, уҫаҡ күп. Ҡая башында ҡарағай үҫә. Ҡая үҙе ике өлөшкә вертикаль бүленгән, был ярыҡтан өҫкә күтәрелеүе бик еңел.
-
Шайтанға Таш Ҡая.
-
Шайтанға Таш Ҡая.
-
Йылға үҙәне Реж. Шайтанға таш менән скал төрө.
Ҡаяның йөҙө тигеҙ, көлһыу һоро төҫтә, урыны менән аҡһыл, ҡыҙғылт, көрән юлаҡтар бар. Таштарҙа төрлө формалы һәм төҫтәге мүктәр осрай: йәшел, һары, ай һары, ҡара-һоро, ҡыҙғылт.
-
Шайтанға Таш Ҡая.
Өйрәнеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо һүрәттәрҙе 1976 йылда В.Т. Петрин, А.Ф. Шорин, В.Н. Широков таба. Артабан бер нисә тапҡыр тикшереүселәр була. 1990 йылда «Шайтанская и Северская писаницы на Среднем Урале», (Широков В. Н., Чаиркин С.Е.) хеҙмәте баҫыла. 2007 йылда Широковтың «Уральские писаницы: Реки Реж и Ирбит» китабы донъя күрә. Ул бөгөнгө көндә һүрәттәр буйынса тулы өйрәнелгән баҫма тип һанала.
Һүрәттәр төркөмө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡая һүрәттәре Шайтанташтың уң яғы өлөшөндә табылған. Уларҙың араһы 175 метр самаһы. Широков В. Н. һүрәтле биш урын билдәләй. Улар 17 төркөмгә бүленә. Һүрәттәрҙең бейеклеге 2 метрҙан бейегерәк. Уларҙың күбеһе етҙән 15-20 см бейеклектә яһалған.
Шайтанташтағы һүрәттәр ҡасан һалынғаны әлегә тиклем билдәһеҙ.
Һүрәттең сағыулығы буйынса ҡарағанда, Шайтан яҙмалары бер генә ваҡытта яҙылған тип әйтеп булмай. Уларҙың ҡайһылары өҫтө-өҫтөнә һалынған. Ҡайһы бер фигуралар асыҡ, ҡайһылары ныҡ ҡына юйыла башлаған. Бөтә һүрәттәр ҙә ҡыҙғылт-һоро төҫтән алып ҡуйы көрән төҫкә тиклем охра менән яһалған.
Беренсе төркөм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Беренсе төркөм һүрәтләгән рәсемдәр (Широков в. н. 2007. 9 с.)
-
Тәүге һүрәт төркөмөнән. Дөйөм төрө.
-
Тәүге һүрәт төркөмөнән. 1-3 фигура.
-
Тәүге һүрәт төркөмөнән. Фигуралар 1, 2. Өҫтөнән буяу эҙҙәре улар.
-
Тәүге һүрәт төркөмөнән. 3 түбәнге блогы фигуралар яһаны.
-
Эҙ буяуҙарҙан, геометрик мотивтары.
Тәүге төркөм Шайтанташтың көньяҡ осонан 19,4 метр бейеклектә башлана. Һүрәттәр насар күренә, 3 һын ғына асыҡ айырымлана (1-3). 3-сө һын тояҡлы хайуанды, йәки ҡуянды хәтерләтә.
Ике һын өҫтәрәк урынлашҡан. Улар яҡшыраҡ һаҡланған, тояҡлы хайуандар асыҡ күренә.
Икенсе төркөм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Икенсе төркөм һүрәтләгән рәсемдәр (Широков в. н. 2007. 10 с.)
-
Икенсе төркөм һүрәтен. Дөйөм төрө.
-
Икенсе төркөм һүрәтен. 6 фигура.
-
Икенсе төркөм һүрәтен. Фигураларҙан 5, 7.
Икенсе төркөм тәүгеһенән 20 метрһулғараҡ урынлашҡан. Һүрәттәр насар һаҡланған. Бында 4 хайуан һынын айырырға мөмкин.
Өсөнсө төркөм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Өсөнсө һүрәт төркөмөнән. Буяу эҙҙәре
-
Өсөнсө һүрәт төркөмөнән. Геометрик мотивтары билдәһеҙ.
Өсөнсө төркөм ҡаяның түбәнге өлөшөндә урынлашҡан. Бында геометрик фрагменттар күрергә мөмкин.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петрин В. Т. Новые наскальные изображения Урала.// Проблемы археологии Северной и Восточной Азии. Новосибирск. 1986
- Петрин В. Т., Широков В. Н. Об одном антропоморфном сюжете с Шайтанской писаницы (Средний Урал)// Первобытное искусство. Антропоморфные изображения. Новосибирск. 1987
- Широков В. Н., Чаиркин С. Е. Шайтанская и Северская писаницы на Среднем Урале. Свердловск. 1990
- Широков В. Н. Уральские писаницы.: Реки Реж и Ирбит. Екатеринбург. 2007
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уралдағы ҡая һүрәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Северская писаница
- Писаница на мысе Еловый
- Мыс Еловый
Рәсәй петрографтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Боярская писаница
- Сулекская писаница
- Канозерские петроглифы
- Томская писаница
- Бага-Заря
Донъя петрографтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андский канделябр
- Наска