Шампан шарабы (хикәйә)
Шампанское | |
Жанр |
рассказ |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле | |
Ижат ителгән ваҡыты |
1887 |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1887 |
Шампан шарабы | |
Нигеҙләү датаһы | 1887 |
---|---|
Атамаһы | Шампанское |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 5 (17) ғинуар 1887 |
Баҫылған | Петербургская газета[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Шампан шарабы — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 5 ғинуарында «Петербург гәзите»нең 4-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. П. Чеховтың «Шампан шарабы» хикәйәһе 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 5 ғинуарында «Петербург гәзите»нең 4-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. «Стоглав» китабында 1889 йылда баҫыла, ә 1890 йылда «Хмурые люди» йыйынтығында А. Ф. Маркс тарафынан нәшер ителә.
Чехов тере саҡта болгар, немец, серб-хорват һәм фин телдәренә тәржемә ителә.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙ заманында хикәйәнең нәфислек яғы тәнҡит тарафынан билдәләнә.
Н. К. Михайловский яҙыусы стиленең нәфислеген билдәләп үтә: « «Шампан шарабы» хикәйәһендә мин ошо матур юлдарҙа туҡтап үтәм: «Ике болот айҙан айырылып китеп шундай ҡиәфәт менән тора, әйтерһең дә улар ай белергә тейеш түгел әйбер тураһында бер-береһе менән шыбырҙашып һөйләшә. Үтеп киткән поездың тауышын еңелсә генә иҫкән ел дала буйлап ары йүгертеп алып бара». Был шул тиклем күңелгә ятыш, бындай һыҙаттар Чехов әфәнденең китабында һәм был хикәйәһендә сәсрәп һибелеп ята. Ул яҙған бөтә әйбер ҙә тере: болоттар айҙан йәшереп шыбырҙай, ҡыңғырауҙар илай, шөңгөрҙәр көлөшә, күләгә кеше менән бергә вагон эсенән тышҡа сыға. Был үҙенә күрә бер пантеистик һыҙат, һәм ул хикәйәне матурлап тора, авторҙың поэтик тойғолар кисереүен иҫбатлай»[1].
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйә беренсе заттан алып барыла. Тимер юл буйындағы бәләкәй генә бер станцияның йәш кенә балаһыҙ начальнигы ҡатыны менән икәүләшеп кенә ҡаланан алыҫта, буш ваҡытын араҡы эсеп һәм янынан үткән поездарҙы күҙәтеп йәшәй.
Тормош бында күңелһеҙ генә үтеп тора. Бер ваҡыт шулай Яңы йыл байрамы алдынан ул ҡатыны менән байрам өҫтәле артында ултыра. Ул әҙерәк әсеп алған һәм күңелһеҙлек тураһында уйланып ултыра. Улар икәүләшеп Яңы йыл тыуғанды көтә. Төнгө ун ике тулырға биш минут ҡалғас, ул шампан шарабы бутылкаһының ҡапҡасын аса, пробка ҡапҡас осоп китә, ә ирҙең ҡулындағы бутылка ҡулынан иҙәнгә шыуып төшә. Яңы йыл менән ҡотлауҙы ҡатыны ҡурҡыулы күҙҙәре менән ҡаршы ала. Бутылканың шулай ҡолап төшөүе насар һынамыш икәнен ул белгән була һәм яңы йылда ниндәйҙер алама хәл килеп сығыуҙан ҡурҡа.
Ҡатыны менән әрепләшкәндән һуң һөйләүсе ир өйөнән сығып китә, ул бынан да насарыраҡ хәл юҡтыр тип уйлай. Тышта йөрөгәндә ул мәрхүм булған ата-әсәһен, үҙен гимназиянан ҡыуып сығарғандарын, артабан эшһеҙ һәм дуҫтарһыҙ ил гиҙеп йөрөгәнен иҫенә төшөрә. Йәп-йәш кенә сағында уҡ өйләнгән ҡатынын да ул яратмай.
Өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ул ҡатынының бик күңелле кәйефтә булғанын күрә — баҡтиһәң, уларға өс көнгә изге күңелле апалары Наталья Петровна ҡунаҡҡа килгән икән. Апаһы быға тиклем үҙенең шундай ҡустыһы барлығын белмәгән булып сыға. Киске аш ваҡытында улар кәйеф-сафа ҡороп ултыра, шараптан баштары ла әйләнә башлай. Ир кеше үҙенең ҡайғы-хәсрәттәрен онота һәм башҡаса үҙе менән бер ҡасан да бер ниндәй ҙә аламалыҡ булмаясаҡ тип иҫәпләй.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Шампанское// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 49, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, (ISBN 978 2 296 11343 5)
- Le Champagne, traduit par Edouard Parayre, Bibliothèque de la pléiade, Édition Gallimard, 1970 (ISBN 2-07-010550-4)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Шампанское 2017 йыл 15 май архивланған.. Оригинальный русский текст
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Русский ведомости», 1890, № 104, 18 апреля