Сибаев Шаһиәхмәт Утарбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шаһиәхмәт Сибаев битенән йүнәлтелде)

Сибаев Шаһиәхмәт (Шәйәхмәт) Утарбай улы (1821, Ырымбур губернаһы, Вернеуральск өйәҙе, Бөрйән улысы, Сибай ауылы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы) — кантон башлығы, шағир-импровизатор, «Сибай» йырының авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәйәхмәт Сибаев 1821 йылда тыуған. Хеҙмәтен писарь булараҡ башлай, унан бер нисә ауылдың йорт старшинаһы була, хәрби хеҙмәттә ике тапҡыр — Аралды нығытыу һәм Аҡ мәсетте (1853) алыуҙа ҡатнаша. Аҡ мәсет фортына һөжүмде һәм Һырдарьяға походта ғәскәрен шәхсән үҙе ойоштороп етәкләй. Аҙаҡ Аҡ мәсет Ырымбур генерал губернаторы В. А. Перовский хөрмәтенә Форт-Перовский тип үҙгәртелә.

Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби хеҙмәте өсөн тәүҙә урядник,ә һуғышта ҡатнашыуы һәм үрнәкле хәрби хеҙмәте өсөн зауряд-хорунжий чины бирелә. Беҙгә килеп еткән шиғырҙары буйынса, ул Аҡ мәсетте алғанда йәрәхәтләнә. Даими хеҙмәттә 1853 йылдың майынан алып 1857 йылдың октябренә тиклем була. Ошонда уның тәүге шиғырҙары яҙыла.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике ҡатыны була: беренсе ҡатыны Ҡәмбәр (зауряд-есаул Үлмәҫбай Юлдыбаевтың ҡыҙы), икенсеһе — Фатима (кантон башлығы Ҡотләхмәт Биксуриндың ҡыҙы). Улы Шәһәрғәзи (документтар буйынса Ширғәзе), ҡыҙы Ғәйникамал. «Сибай» йырында һүҙ Фатима Ҡотләхмәтова (Биксурина) тураһында бара.

Сибаев Шәйәхмәт — 6-сы кантон башлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кантон башлығы булып торғанда Шәйәхмәт Сибаев халыҡ ихтирамын яулай. Был турала легендалар һәм тарихи документтар һөйләй: «Кантонным начальникам и попечителям. При обозрении мною 6-го кантона я от всех башкир, которые имели случай видеть, слышал самые лестные отзывы об их кантонном начальнике зауряд — сотнике Сибаеве и ни одной жалобы на него не поступило. Заслужить общую любовь подчиненных — есть лучшая рекомендация начальнику. А потому считаю обязанностью благодарить зауряд — сотника Сибаева и объявляю об этом войску. Генерал- лейтенант Тетеревников (2 июня 1860).»

1855 йылда Башҡорт ғәскәрҙәренә типтәрҙәр ҡушылыу һөҙөмтәһендә кантондар һаны 28-гә барып етә. Верхнеуральск өйәҙендәге 6-сы (7) кантон өскә бүленә: 4-се, 5-се, 6-сы. 4-се кантон башында Баймырҙа ауылынан Хәбибулла Баймырҙа улы Ҡансурин тора, 5-се кантон менән Ғәле ауылынан Ҡотләхмәт Ғәле улы Биксурин идара итә, 6-сы кантон башлығы — Шәйәхмәт Сибаев. Уның штаб-квартираһы Рәхмәт ауылында була (хәҙер Әбйәлил районы). «Сибай» йырының һуңғы куплеттары ошонда яҙыла.

Дәүләт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кантон башлыҡтары власть вәкилдәре булыу менән бер рәттән дәүләт эшмәкәрлеген дә алып бара. Архив документтарҙа күрһәтелеүенсә, Шәйәхмәт Сибаев үҙ ҡарамағындағы ауылдарҙа мәктәптәр асыуҙы, дауаханалар торошон хәстәрләй. Мәҫәлән, шул мәлдәрҙә булған 14 мәктәптә 14 мөғәллим (уҡытыусы) эшләй. Рәхмәт ауылындағы урыҫ-башҡорт мәктәбенә ул балаларҙы уҡытыу өсөн Верхнеуральскийҙан Кондрашинды саҡыртып ала.

Сибай сәсәндең тыуған төйәге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәйәхмәт Сибаев тыуған Сибай ауылы XVIII быуатҡа тиклем Атайсал тип атала. 17271755 йылдарҙағы яҙмаларҙа Атайсал тауы янындағы Атайсал ауылы тураһында һүҙ бара. XVIII быуат аҙағынан ул Шәйәхмәттең ҡартатаһы Сибай Тәнәкәйев исемен йөрөтә башлай. Тәнәкәйевтә һаҡланған Рәсәй батшаһы Алексей Михайловичтың Грамотаһы буйынса, уларға нәҫелдән-нәҫелгә күсеүсе ер менән идара итеү хоҡуғы, дворянин һәм кенәздәрҙең өҫтөнлөктәре бирелгән. Архив документтарҙа билдәләнеүенсә, Сибайҙың улдары Итбай (1775), Ҡотлогилде (1776), Тоҡман (1778), Амангилде (1785), Иҫәнгилде (1786), Дәүләтҡол (1787), Утарбай (1791). Шулай уҡ ейәндәренең дә исемдәре билдәле: Итбайҙың улы — Баймырҙа, Ҡотлогилденеке — Әбделфәтих, Иҫәнгилденең — Арыҫланғәле, Кирәйғәли, Мөхәмәтғәли, Дәүләтҡолдоң — Солтангәрәй менән Егет, Тоҡмандың улдары — Батырша, Солтанморат, Солтанғәли, Утарбайҙыҡы — Вәли, Шаһиәхмәт (Шәйәхмәт), Ҡотлоәхмәт, Шәрәфетдин.

Шәйәхмәт Утарбай улы Сибаевтың шәжәрәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Атайсал
  • Аҡмырҙа (Рәсәй батшаһы Алексей Михайлович биргән Грамота эйәһе)
  • Тәнәкәй Мурзин (Рәсәй батшаһы указы (6.02.1735) буйынса дворянин хоҡуғы бирелгән)
  • Әбзән Тәнәкәйев
  • Сибай Әбзән улы Тәнәкәев
  • Утарбай Сибаев
  • Шаһиәхмәт (Шәйәхмәт) Сибаев(1821 й.) — дәүләт эшмәкәре, 6-сы башҡорт казак ғәскәре башлығы, сәсән, импровизатор, «Сибай» йыры авторы.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]