Шуша дәүләт тарихи-архитектура ҡурсаулығы
Шуша дәүләт тарихи-архитектура ҡурсаулығы | |
Нигеҙләү датаһы | 1977 |
---|---|
Дәүләт | Әзербайжан |
Әһәмиәтле урын | Шуша[d] |
Архитектура стиле | Арранская архитектурная школа[d] |
Шуша дәүләт тарихи-архитектура ҡурсаулығы (әзерб. Tarix Şuşa Dövlət-Memarlıq Qoruğu) танылмаған Таулы-Ҡарабах Республикаһының Шуша районында (Әзербайджан дәүләте) урынлашҡан.
Тарихы. Архитектур һәм тәбиғи атрибуттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кавказдағы киҫкен сәйәси хәл-ваҡиғалар арҡаһында, бер нисә үҙаллы ханлыҡтар һәм султанаттар барлыҡҡа килә. Үҙ-ара ыҙғыш-талаштарҙа бәләкәй дәүләттәрен һаҡлап ҡалыр өсөн, ханлыҡтарҙа ҡәлғә-ҡалалар төҙөү башлана (шул иҫәптән Әзербайжанда ла). Яңыраҡ барлыҡҡа килгән Ҡарабах дәүләтенең батшаһы Панах Али Хан Панахабад (һуңынан Шуша) ҡалаһына нигеҙ һала. Уның төп ҡәлғәләре булып Баят (1747 г.) һәм Шахбулаг (1752 г.) тора. 1805 йылда Рәсәй дәүләте ханлыҡты баҫып алғандан һуң, баш ҡалаһы Шуша 1841-се йылда провинциаль үҙәккә әйләнә.
Шуша ҡалаһы өс этапта төҙөлә. Беренсеһе 1753—1754 йылдар: диаурҙары, башнялары һәм туғыҙ кварталы төҙөлә. Икенсе этап 1756—1805 йылдар (һигеҙ квартал илдең көнсығыш, ун икеһе көнбайыш яғында). Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң да төҙөлөш дауам итә. Әммә егерменсе йылдарҙа бер аҙға туҡтатылып тора.
Был үҙенсәлекле ҡала тау башында урынлашҡан. Шуға күрә уны «Ҡаялағы ҡала» тип тә йөрөтәләр. Ул бар яҡтан да ҡалын-ҡуйы урмандар менән уратылған. Дәүләттең иң бейек нөктәһе (диңгеҙ кимәленән ҡарап) 1600 метр, иң тәпәше 1300 метр тәшкил итә. Был ҡалала бик күп матур мәҙрәсә һәм мәсеттәр бар. Улар ерлектәге аҡ таштарҙан (мәҙрәсәләре — яндырылған кирбестән) төҙөлгән була. Унда тағы ла кәшәнә, музей, сиркәү, һарайҙар һәм башҡа бик куп биналар бар. Һәм өҫтәп үтер кәрәк: тап ошо ҡалала Ибраһим Хәлил Хана, Хөршидбаныу Натвана, Ғара Бойоҡ ханум, Вәзир Ғәджибеков, Бөлбөл һәм Джәббәр Гәрәгдиологлдар кеүек билдәле кешеләрҙең йорттары торған була. Шуша боронғо замандарҙа бай ҡарауан-һарайҙар берләшкән, халыҡ-ара сауҙа үҙәктәренең береһе булып торған. Уны тағы ла Әзербайджандың 18-19 быуаттарҙағы мәҙәни үҙәге тип тә йөрөтәләр.
Ҡала янындағы таш мәмерйәләре был төбәктәрҙә боронғо замандарҙан уҡ кеше йәшәгәнен иҫбатлап тора. Археологик ҡаҙылма эш барышында унда палеолит, мезолит, энеолит, бронза, тимер быуаттарҙан ҡалған бихисап элекке ҡоралдар, керамик һауыт-һабалар табыла.
Шуша ҡалаһы егерменсе быуат башында Ҡарабахта ҙур ҡалаларҙың береһе булып тора. 1920 йылдарҙа әзербайжан халҡы тарафынан 30 000 әрмән кешеһе үлтерелә, ҡаланың күп өлөшө юҡҡа сығарыла. Янған, емерелгән мәктәптәр, сиркәүҙәр, йорттар, килтерелгән кеше үлемдәре… Ә 1960-сы йылдарҙа бульдозерҙар менән һаҡланған нигеҙҙәрҙе лә юҡ итеп, Хрущевтың биналарын төҙөй башлайҙар. Шушадың һаҡланып килгән үҙенсәлекле тарихи мираҫының яртыһы юҡҡа сыға.
Ҡала Ҡарабах әрмән көстәре ярҙамында 1992 йылдың 8 майында тотҡонлоҡан ҡотола. Ошо һуғыштан һуң Таулы-Ҡарабах Республикаһының үҙалыллыҡ яулай. ә Шушада ҡайһы бер биналарҙы тергеҙеү эшен башлайҙар.
1977 йылдың 10 авгусында Шуша ҡалаһы (һәм уның эргә-тирәһе) Әзербайжан республикаһының тарихи-архитектур ҡурсаулығы булараҡ иғлан ителә .[1]
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ШУША 2012 йыл 6 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шуша дәүләт тарихи-архитектура ҡурсаулығы 2016 йыл 31 март архивланған.
- Reserve architectural and Susha historical (инг.)