Шәрипов Валерий Мөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Шәрипов Валерий Мөхәмәт улы (19 июнь 1945 йыл)— инженер, сәнәғәт, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. [1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Валерий Мөхәмәт улы Шәрипов 1945 йылдың 19 июнендә Башҡорт АССР-ынаң Черниковск (хәҙер — Өфө) ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. Юғары белемле, Өфө авиация институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт юлын 1962 йылда Өфө ҡалаһында 20-се почта йәшниге предприятиеһында токарь өйрәнсеге булып башлай, артабан токарь, электромонтёр була.

1968—1978 йй. — Өфө моторҙар эшләү заводының инженер-технологы, цех начальнигы урынбаҫары, партком секретары урынбаҫары.

1978—1994 йй. — Өфө ҡалаһы КПСС-тың Ленин район комитеты икенсе секретары, Ленин район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, заместитель главы Администрации Ленин районы Хакимиәте башлығының капиталь төҙөлөш һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

1994—1998 йй. — «Лирус» ЯСЙ-е директоры.

1998—2000 йй. — «СНЭМА» ААЙ-нең заместитель генераль директорының капиталь төҙөлөш һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары,

2003—2004 йй. — «СНЭМА» ААЙ-нең генераль директоры ярҙамсыһы.

2000—2001 йй. — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт контроль комитетының Өфө идаралығы баш белгесе — дәүләт инспекторы.

2001—2003 йй. — Өфө ҡалаһы Совет районы Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик идаралығы начальнигы.

2004—2006 йй. — заместитель директора ООО «Термокат» ЯСЙ-е директор урынбаҫары.

2007—2008 йй. — «Метрологик сервис предприятиеһы» ЯСЙ-енең баш инженеры.

2010—2013 йй. — «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Өфө ҡалаһы Совет районының урындағы бүлексәһе урындағы башҡарма комитетының етәксеһе.

«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы фракцияһы ағзаһы. Партияның Төбәк сәйәси советы ағзаһы.

2018 йылдың 9 сентябрь һайлауҙарында Шәрипов Валерий Мөхәмәт улы берҙәм һайлау округы буйынса, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһынан Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветеран эштәре буйынса комитет ағзаһы.

Башҡортостан Республикаһының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.

Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» почётлы исеме һәм миҙалы
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡаны өсөн» миҙалы[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 2020 йыл 20 июнь [https://web.archive.org/web/20200620161150/https://bashkortostan.er.ru/persons/17879/ архивланған. Шәрипов Валерий Мөхәмәт улы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе сайты
  2. gsrb.ru/ru/organization/deputats/62884/ Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай сайты.
  3. «Ветеран Башкортостана», Поздравляем с 75-летним юбилеем Валерия Мухаметовича Шарипова

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Ветеран Башкортостана», Поздравляем с юбилеем Валерия Мухаметовича Шарипова, председателя Башкирского республиканского совета ветеранов! 19.06.2020

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]