Эстәлеккә күсергә

Электрон ҡултамға

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Электрон ҡултамға
Рәсем
 Электрон ҡултамға Викимилектә

Электрон ҡултамға, Цифрлы ҡултамғаЭлектрон цифрлы ҡултамға (рус. электронная подпись, цифровая подпись, электронная цифровая подпись, ЭП, ЦП, ЭЦП) —  ябыҡ асҡыс файҙаланып, мәғлүмәтте криптографик әүерелдереү һөҙөмтәһендә алынған һәм ҡултамға булдырылған мәлдән алып электрон  документта мәғлүмәттең боҙолоуына юл ҡуйылмағанлығын (теүәллек), ҡултамғаның ҡултамға асҡысы сертификатының эйәһенеке булыуын   (авторлыҡ) тикшереү, тикшереү уңышлы үтһә, электрон  документҡа ҡул ҡуйылыу фактын раҫлау (кире ҡағылмаусылыҡ)  мөмкинлеген биргән электрон документ реквизиты.

Тәғәйенләнеше һәм ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Квалификациялы электрон ҡултамға электрон документҡа ҡул ҡуйған кешене асыҡлау өсөн тәғәйенләнә һәм закон менән ҡаралған осраҡтарҙа үҙ ҡулы менән ҡуйылған ҡултамғаға тиң тип һанала[1].

Электрон  цифрлы ҡултамға электрон иҡтисадтың һәм электрон документ һәм аҡса әйләнешенең түбәндәге төп маҡсаттарында файҙаланыла:

  • Тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе таможня декларациялауы (таможня декларациялары).
  • Күсемһеҙ мөлкәт объекттары буйынса килешмәләрҙе электрон теркәү.
  • Банк түләү системаларында ҡулланыу.
  • Электрон  коммерция (сауҙа).
  • Дәүләт бюджетын башҡарыуҙы (ил тураһында һүҙ барһа) һәм бюджет йөкләмәләренең смета тәғәйенләнештәре  һәм лимиттары башҡарылыуын  (был осраҡта тармаҡ йәки аныҡ  бюджет  учреждениеһы күҙҙә тотола) контролләү функцияһы.
  • Дәүләт заказдарына идара итеү.
  • Граждандарҙың власть органдарына мөрәжәғәттәренең электрон системаларында («электрон хөкүмәт» йә «электрон  граждан» проекттарында).
  • Дәүләт учреждениелары һәм бюджеттан тыш фондтар алдында мотлаҡ  һалым (фискаль), бюджет, статистик һәм башҡа төрлө отчетлылыҡты формалаштырыу.
  • Юридик легитим булған эске корпоратив, эске тармаҡ  йәки милли   электрон  документ әйләнешен ойоштороу.
  • Электрон цифрлы ҡултамғаны төрлө хисаплау һәм  трейдинг системаларында ҡулланыу.
  • Акционерлыҡ капиталы һәм өлөшләтә ҡатнашыу менән идара итеү.
  • Этил  спирты, алкоголле продукция һәм һыра етештереү һәм һатыу күләменә  ЕГАИС системаһы буйынса контроллек итеү.
  • Валюталарҙы билдәле курс буйынса  алмаштырыу  банк-ара баҙарының глобаль  системаларында (Forex).

Цифрлы ҡултамғаның дөйөм танылған һыҙмаһы  өс ғәмәлде солғай[сығанаҡ 2977  көн күрһәтелмәгән]:

  • Асҡыстар парын генерациялау.  
  • Ҡултамғаны яһау.  
  • Ҡултамғаны тикшереү (верификациялау).