Эрелаант Сакдари

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эрелаант Сакдари
Дәүләт Flag of Georgia.svg Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Эрелаант Сакдари — V—VI быуат грузин архитектураһы ҡомартҡыһы. Грузияла Кахетияның Ахмета район үҙәгенән көнсығышҡа ҡарай 4 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡорам ваҡланған таштан төҙөлгән, фасадтары эзбизташ плиталарҙан һалынған тәре-көмбәҙле сиркәү. Ҡорамдың планы ябай, формаһында тәре рәүешле, өс тәхетле. Сиркәү көнсығыш стенаһының көньяҡ һәм төньяҡ яғында 2 өҫтәмә апсидаға эйә. Түшәм көмбәҙенең әйләнәһендә квадрат көмбәҙҙәр урынлашҡан. Көмбәҙ һигеҙ ҡырлы, бер инеү урыны бар, көньяҡ яҡта декоры ябай. Сиркәү эс яҡтан штукатурланған һәм буялған, емерелгән көмбәҙе һәм көнбайыш өлөшө әлеге ваҡытта тергеҙелгән. Эрелаант Сакдари ҡорамы Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

გვერდწითელი რ., ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. 4, გვ. 181, თბ., 1979 წელი.