Эстәлеккә күсергә

Эсперантоның хәҙерге эволюцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эсперантоның хәҙерге эволюцияһы

Эсперанто теле барлыҡҡа килгәндән үк башҡа яһалма телдәргә ҡарағанда тотороҡло булып ҡала. Был эсперантосылар хәрәкәте асылын һәм төп принциптарын билдәләүсе 1905 йылдағы Булонь Декларацияһы (Declaration of Boulogne) документы менән бәйле. Декларацияны Заменһоф Людвик Лазарь яҙған. Декларацияға ярашлы, эсперанто теле нигеҙендә бөтәһе өсөн мотлаҡ «Эсперанто нигеҙҙәре» тигән әҫәр ята - уға бер кем дә үҙгәрештәр индереү хоҡуғына эйә түгел.

Эсперанто «Нигеҙҙәр»е авторы Л. Заменгоф

Телде үҙгәртергә маташыуҙарҙың күпселеге эсперанто һәм Идоға нигеҙләнгән Эсперантидо халыҡ-ара яһалма телдәр проектында сағылыш тапҡан. Эсперанто телендәге төп үҙгәрештәргә килгәндә, улар һүҙлек запасын техник терминдар иҫәбенә киңәйтеүгә ҡайтып ҡала, былар декларация тарафынан рөхсәт ителә, әммә синтаксиста һәм семантикала ла нескәрәк үҙгәрештәр булып тора.

Эсперантолағы техник терминдарға ҡағылышлы бәхәстәр сығып тора — яңы тамырҙар ҡулланырғамы, әллә традицион тамырҙарҙы ҡалдырырғамы тигән һорауҙар тыуа [1] Бындай тәнҡитле фекерҙәр mal- префиксына ҡағыла, уны дөйөм сифаттарҙа антонимдар яһау өсөн ҡулланырғамы-юҡмы: мәҫәлән, mallonga «ҡыҫҡа» - longaнан («оҙон»), йәки malmultekosta «арзан» - multekosta «ҡыйбат» тигәндә.Антонимдар өсөн тиҫтәләрсә неологизмдар уйлап сығарыла (kurta «ҡыҫҡа» һәм ĉipa «арзан»).

Эсперанто фонологияла ĥ өнөн бөтөнләй юғалта тиерлек. Мәҫәлән, ĥino «ҡытай» ĉino. тигәнгә алмаштырыла. Башҡа шундай осраҡтарҙа ĥ өнө k, өнөнә алмаштырыла, мәҫәлән, kemio - ĥemio («химия») урынына. Өндәрен һаҡлаған һүҙҙәрҙән бары ĉeĥo «чехса», eĥo «Эхо», һәм ĥoro (йәки koruso) «хор» ҡала, мәгәр өн сит ил исемдәрендә ҡулланылыуын дауам итә.

Тартынҡы өндәрҙе һуҙыбыраҡ әйтеүҙе индереү шулай уҡ оҙайлы фекер алышыуҙар тыуҙыра. Традицион эсперантола ҡуш тартынҡылар морфемалар сигендә була ала,мәҫәлән, mallonga (mal-longa) «ҡыҫҡа». Икешәрле хәрефтәр (шул иҫәптән һәм dĝ) үҙгәреш кисерә, мәҫәлән, BuddoBudao «Будда». Икешәрле тартынҡы һаҡлап ҡалдырылған иң киң ҡулланылған һүҙҙәр - finno «Финн», сөнки бер тартынҡылы килеш fino «тамам» һүҙенә синоним тиерлек. Ғinno һүҙен suomo тип алмаштырған булһалар ҙа, finno-ugra «фин-уғыр» тигәндә һүҙҙе ҡулланыу кәрәк булып ҡала.

Эсперанто морфологияһы яңысуффикстар индереү юлы менән киңәйтелә. Рәсми суффикс сифатында ике яңылыҡ: суффикс -io һәм суффикс индерелә, беренсеһе Meksikio «Мексика» , Vaŝintonio «Вашингтон» кеүек осраҡтарҙа ҡулланыла. Икенсеһе - -enda нимәлер эшләнергә тейешлеген күрһәтә - (pagenda «башҡарырға тейештәр менән». Идо теленән дә бер нисә суффикс эсперантоға индерелә (бигерәк тә шиғриәттә).

Шулай уҡ мужской род һүҙҙәре кәметелә.

Эсперанто синтаксисы буйынса бәхәстәр бара. «Ул тыуған» фразаһын нисек яҙыу буйынса фекер алышыу бара. Хәҙерге заман сифат ҡылымдағы герман һәм славян телдәре өсөн уңайлы -at-(naskata «тыуған» тигәнгә) тигәнде алырғамы, әллә роман телдәренә хас -it- (naskita),тигәндеме[2]

Тамырҙан ялғауҙы алып ташлап һүҙ яһау ҙа бар бар. Мәҫәлән, far - fare de тигәндә.

Эсперантола зат алмаштары
номер берлек күплек билдәһеҙ resenda***
(рефлексив)
сортҡа бүленгән беренсе икенсе өсөнсө беренсе икенсе өсөнсө
файҙаланыу ғәҙәти intima* мужской женский нейтральный**
алмаш mi vi ci li ŝi ĝi ni vi ili oni si

(*) Архаизм, бик һирәк ҡулланыла.

(**) Seksindiferenta (нейтраль, енесе билдәһеҙ объект тип билдәләнә).

(***) Өсөнсө зат өсөн генә ҡулланыла

  1. Piron, Claude Evolution Is Proof of Life. Дата обращения: 24 ноябрь 2012.
  2. Jordan, David Being Colloquial in Esperanto. Дата обращения: 24 ноябрь 2012. 2013 йыл 3 апрель архивланған.