Яңы Покровка районы (Ырымбур өлкәһе)
Ил | {{ {{{1}}} | размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant =
}} СССР |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Статус | район | ||||||||||||||||||
Төбәк | Ырымбур губернаһы, Урта Волга өлкәһе, Урта Волга крайы, Ырымбур өлкәһе, Чкаловск өлкәһе | ||||||||||||||||||
Эске бүленеш | {{{ Эске бүленеш }}} | ||||||||||||||||||
Административ үҙәге | Яңы Покровка | ||||||||||||||||||
Ойошторолған | 1927, 1934 | ||||||||||||||||||
Халыҡ һаны | 21 976[1] |
Яңы Покровка районы — Ырымбур губернаһы, Урта Волга өлкәһе, Урта Волга крайы, Ырымбур (Чкалов) өлкәләре составында административ-территориаль берәмек. Ул 1927—1931 һәм 1934—1959 йылдарҙа була. Административ үҙәк тәүҙә — Яңы Покровка ауылы була.
Яңы Покровка районы 1927 йылда Ырымбур губернаһы составында ойошторола. 1928 йылда Ырымбур губернаһы һәм район Урта Волга өлкәһенең Ырымбур округына (1929 йылдан алып — край) инә. 1930 йылда округтарҙы бөтөргәндән һуң район Урта Волга крайы күсә[2].
1931 йылдың 8 мартында Яңы Покровка районы бөтөрөлдө, ә уның территорияһы Орск районына тапшырыла.
1934 йылдың 5 февралендә Урта Волга крайы составында Орск сәнәғәт округы ойошторола. Уның составында Яңы Покровка районы төҙөлә (Орск районынан бүлеү юлы менән).
1934 йылдың 7 декабрендә Орск округы һәм Яңы Покровка районы яңы барлыҡҡа килгән Ырымбур (1938—1957 йылдарҙа — Чкалово өлкәһе) өлкәһе составына инә.
1945 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, 14 ауыл Советы үҙ эсенә алған:: Байкасинский, Баҡы, Имелля-Покровка, Карагай-Покровка, Ҡырым, Яңы Михайловка, Яңы Покровка, Яңы-Симбирск, Поимский, Сарбаевский, Һары, Чукарь-Иваново, Шубин һәм Ялчимбаевский[3].
Яңы Покровка районы 1959 йылдың 3 апрелендә бөтөрөлә, ә уның территорияһы Хәлил районына тапшырыла[2].