Ғәлиев Харрис Ғәрип улы
Ғәлиев Харрис Ғәрип улы | |
Харрис Ғәрип улы Ғәлиев (15.10.1918 - 24.09.1993) - хеҙмәт батыры, СССР ВДНХ бронза медале ияһы (1969 йыл), «Почет Билдәһе» ордены (1973 йыл), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» (1966 йыл), «Халыҡ хужалыгында уңыштары өсөн» медальләре ияһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Харрис Ғәрип улы Ғәлиев 1918 йылдың 15 октябрендә Ҡазан губернаһы Зөя өйәҙенең (хәҙерге Татарстан, Кайбыс районы) Кесе Урсаҡ ауылында тыуған. Күрше Оло Урсаҡ ауылында 7 йыллыҡ мәктәпте (1932 йыл), Апас районы Сатмыш ауылында урта мәктәпте (1935 йыл), Саратов танк училищеһын (1940 йыл) тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул Ҡазан педагогика институтының физика-математика факультетын, Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлаған. Мөслим районы Иҫке Ҡарамалы ауылында колхоз рәйесе, Мөслим ауылында машина-трактор станцияһы директоры булып эшләй. 1960 йылдарҙа Ҡазан партия мәктәбендә уҡый. 1962 йылдан «КИМ» тоҡом заводы директоры, һуңынан Татарстанның Куйбышев районы ауыл хужалығы идараһының баш агрономы.
«Почет Билдәһе» ордены (1973 йыл), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» (1966 йыл), «Халыҡ хужалыгында уңыштары өсөн» медальләре, СССР ВДНХ бронза медале (1969 йыл) менән бүләкләнгән.
1993 йылдың 24 сентябрендә вафат була, Болгар ҡалаһының ҡала зыйаратында ерләнгән.