Ҙур һыу (фильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҙур һыу
Жанр фильм-драма[d][1][2][3]
Ил Flag of North Macedonia.svg Төньяҡ Македония
Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Әҫәр яҙылған тел Македон теле
Нәшер ителеү ваҡыты 2004
Режиссёр Ivo Trajkov[d]
Сценарист Чинго, Живко[d]
Ivo Trajkov[d][4]
Ролдәрҙә Раде Шербеджия[d]
Николай Николаевич Гейко[d][4]
Композитор Kiril Džajkovski[d]
Продюсер Ivo Trajkov[d]
Оҙайлылыҡ 93 Минут
Төҫ төҫлө[d]

Ҙур һыу (макед. Големата вода) — 2004 йылда төшөрөлгән Македония фильмы, режиссеры һәм сценарисы Иво Трайков; Живко Чингоның шул уҡ исемдәге романы экранлаштырылған. Композиторы — Кирил Джайковский. 2004 йылдың 30 мартында экрандарға сыҡҡан.

Сюжеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сюжеты 1971 йылда сыҡҡан Живко Чинго романына нигеҙләнгән, был — фильмдың башында йөрәк өйәнәгенән һуң дауаханаға оҙатылған Лем Никодиноский хәтирәләре. Лем үҙенең бала сағы тураһында хәтерләй: нисек итеп ата-әсәһен юғалта һәм Икенсе донъя һуғышы тамамлағандан һуң тимер дисциплина хөкөм һөргән етемдәр өсөн приютҡа эләгә. Приют директоры Аритон етемдәрҙе бер-береһе менән даими рәүештә талаштырырға тырыша, уларҙы яңы власҡа дошман тип һанай, һәм уларҙы яңы идеологияға эйәрергә мәжбүр итә. Харизматик дуҫы Исак менән Лем, үҙ дәрәжәһен юғалтмайынса, Аритонға отпор биргән балаларҙың береһе булып китәләр

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сашо Кекеновский — Лем Никодиноскийҙың бала сағы
  • Майя Станковская — Исак Кейтен
  • Митко Апостоловский — Аритон
  • Верица Недеская — Оливера Срезоска
  • Мето Йовановский — ҡарт Лем Никодиноский
  • Раде Шербеджия — ҡарт Лем Никодиноский (тауышландырыу)

Тәнҡит һәм премиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ҙур һыу» фильмы Валенсия кинофестивалендә Гран-при яулай һәм хатта, 2005 йылда сит телдәге иң яҡшы фильм булараҡ, «Оскар» премияһына тәҡдим ителә, әммә шорт-листҡа эләгә алмай[5]. Тәнҡитселәр киноға юғары баһа бирә: мәҫәлән, Tomatoes Rotten сайты фильмға 21 баһалама нигеҙендә 71 % баһа биргән[6], икенсе Metacritic сайты 15 баһалама нигеҙендә фильмға 62 балл баһа ҡуйған[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]