Ҡалпаҡлы Бесәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡалпаҡлы Бесәй
The Cat in the Hat
Жанр

Балалар әҙәбиәте

«Ҡалпаҡлы Бесәй» (« Эшләпәле Бесәй», ингл. The Cat in the Hat) — америка яҙыусыһы Доктор Сьюздың иң билдәле әкиәте. Рус теленә бер нисә автор тарафынан тәржемә ителгән: Е. Липатова, Т. Макарова, М. Блинкина-Мельникова, М. Лукашкина һәм В. Гандельсман.

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балалар: һөйләүсе-малай Ник һәм уның һеңлеһе Салли — өйҙә балыҡ менән бергә үҙҙәре генә ултыралар (М. Лукашкина тәржемәһендә — табан-балығы) һәм нимә менән шөғөлләнергә белмәйҙәр. Бер ваҡыт өйгә ҡалпаҡ кейгән ҙур бер бесәй килеп инә һәм балаларға уйнарға тәҡдим итә. Бесәй жонглерлыҡ итә башлай, һөҙөмтәлә бөтә әйберҙәрҙе төшөрөп бөтә. Балыҡ бесәйҙе өйҙән ҡыуып сығарырға тәҡдим итә. Бесәй китә һәм оло бер ҡумта тотоп кире килә. Был ҡумтанан Нәмә Бер һәм Нәмә Ике исемле ике бәләкәй генә зәңгәр сәсле шаян кешекәйҙәр йүгереп килеп сығалар һәм өйҙө туҙҙырып бөтәләр. Балалар кешекәйҙәрҙе тоталар һәм бесәйҙе ҡыуып сығаралар. Бесәй өйҙө тәртипкә килтереп сығып китә. Балаларҙың әсәһе ҡайта.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1950 йылда нәшриәттәрҙең береһе Доктор Сьюзға кескәйҙәр өсөн 250 иң күп ҡулланылышлы һүҙҙәрҙән генә торған китап яҙырға тигән ҡыҙыҡлы бер тәҡдим менән мөрәжәғәт итә. Китап бер үк ваҡытта уҡыу өсөн еңел дә, ҡыҙыҡлы ла булырға тейеш була. Балалар өсөн китапҡа был яңы ҡарашты Доктор Сьюз беренселәрҙән булып хуплай һәм уңышҡа өлгәшә. «Сat» (бесәй) һәм «hat» (ҡалпаҡ) рифмаларын яҙыусы осраҡлы рәүештә күреп ҡала һәм яйлап сюжетын да уйлап таба. Был әкиәтте һөйләр өсөн яҙыусыға ни бары 220 һүҙ етә.

Мәҙәни йоғонтоһо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китап шул тиклем ҙур уңышҡа өлгәшә, шуға ла автор «Ҡалпаҡлы Бесәй кире ҡайта», «Ҡалпаҡлы Бесәйҙең йыһанға сәйәхәте», «Ҡалпаҡлы Бесәйҙең йыр китабы» һәм башҡа китаптарын яҙа. «Ҡалпаҡлы Бесәйҙең танып белеү китапханаһы» исемле китаптар серияһы сығарыла.

Ҡалпаҡлы Бесәй СВС каналында Доктор Сьюздың әкиәттәре буйынса эшләнгән һәр бер йәнһүрәттең башында күрһәтелә.

1971 йылда шул уҡ исемле йәнһүрәт сығарыла, бесәйҙе Алан Шерман тауышландыра. Был йәнһүрәттә малайҙың исеме Конрад, ә балыҡтыҡы Крикльбель.

1973 йылда Доктор Сьюздың «Сничи», «Закс» һәм «Йәшел йомортҡа һәм ит киҫәге» исемле әкиәттәре буйынса төшөрөлгән «Доктор Сьюз бөрсә өҫтөндә» йәнһүрәтендә Ҡалпаҡлы Бесәй һөйләүсе булараҡ сығыш яһай.

Совет экранизацияһы ла бар — «Ҡалпаҡлы бесәй», бында бәләкәй кешекәйҙәр юҡ.

2003 йылда китап буйынса «Бесәй» фильмы төшөрөлә.

«Лоракстың» уңышынан илһамланып, «Illumination Entertainment» студияһы компьютер-анимацион экранизацияһын төшөрөүҙе планлаштыра.