Эстәлеккә күсергә

Ҡапсыҡлы үрсем

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡапсыҡлы үрсем — Был ауырыу менән 6—10 көнлөк көпләнгән үрсем зарарлана. Ябай микроскоптан ҡарағанда күренмәй торған вирус өлкән ҡарышлауыҡтарға йоҡҡанда ауырыу май-июнь айҙарында башлана.

Ауырыуҙың билгеләре һәм ағымы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көндәр һалҡынайып, умарталар йылытылмаһа, күстә аҙыҡ етешмәһә, ауырыу көсәйә.

Ауырыуҙы барлыҡҡа килтереүсе вирус балда 30 көн, кәрәҙҙәрҙә — 80, һитәлә 100 көн һаҡлана. Вирус өлкән ҡорттарҙың тәнендә лә үрсей, тик бал ҡорттары бирешеп бармай, ауырымайҙар. Урындағы тоҡом ҡорттарының үрсеме лә был ауырыуға бик бирешеп бармай. Вирус варроатоз талпанының тәнендә лә яҡшы һаҡлана, һәм улар ауырыуҙы таратырға ярҙам итә.

Бал йыйыу осоро башланғас, ауырыу бер аҙ баҫыла, күп ваҡыт бөтөнләй туҡтала. Үрсем зарарланғанда көпләнгән кәрәҙҙә үлгән ҡурсаҡтар осрай. Үлгән үрсемдең күҙәнәк ҡапҡастары, бер-ике урындан тишелеп, аҫҡа эйелә. Үлгән ҡурсаҡтарҙы пинцет менән күтәреп ҡараһаң, шыйыҡса тултырылған ҡапсыҡты хәтерләтә. Шуның өсөн дә был ауырыуға ҡапсыҡлы үрсем тип исем биргәндәр. Тәүҙә үрсем һарғая, унан һоро төҫкә, һуңынан ҡуйы көрән төҫкә инә. Шул төҫтә кибә, ике яҡ осо күтәрелеп, йәш ай рәүешенә оҡшап ҡала. Ҡапсыҡлы үрсемдең еҫе булмай, уны Америка серегенән айырыуы ауыр түгел.

Умарталыҡта ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн, көслө бал ҡорто ғаиләләрен тоторға, ояларҙы яҡшылап йылытырға һәм етерлек күләмдә сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итергә кәрәк. Дауалау маҡсатында ҡуян һәм ат ҡанынан алынған махсус сыворотка ҡулланыла.

Инә ҡортто бер нисә көнгә ситлеккә ябып, һуңынан таҙа күстән алынған инәгә алыштырырға кәрәк.

Умарталарҙы, бүлгес таҡталарҙы һәм башҡа әйберҙәрҙе 4 процентлы водород перекисы иретмәһе менән дезинфекциялайҙар. Бер квадрат метр таҡтаны дезинфекциялау өсөн, ярты литр иретмә алына. Кәрәҙҙәрҙе зарарһыҙлау өсөн дә 4 процентлы водород перекисы иретмәһе тәҡдим ителә. Ирегән балауыҙҙы зарарһыҙлау өсөн, уны утта 70 минут ҡайнатырға кәрәк.