Ҡара Абыҙ археологик ҡомартҡыһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Благовещен ҡалаһынан 2 км алыҫлыҡта, Ағиҙелдең уң яҡ ярында беҙҙең эраға тиклем IV — VII быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡы — Ҡара Абыҙ ҡаласығы урынлашҡан. Уға ошо күлдең исеме бирелгән. Ҡаласыҡ тураһындағы тәүге мәғлүмәт 1769-70-се йылдарҙа Н. П. Рычков тарафынан ҡалдырыла.

Артабын был ҡомартҡы 1894 йылда Ф. Д. Нефедов, 1928 йылда А. В. Шмидт, 1952 йылда Н. А. Мәжитов, 1977 йылда В. А. Иванов хеҙмәттәрендә сағылыш таба. Майҙаны 4 000 квадрат метрға еткән ҡаласыҡ ике ур һәм соҡорҙар менән һаҡланған. Боронғо кешеләр тышҡы урҙы, таш менән бурап, балсыҡ менән һылап ҡуйған. Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә ҡараған керамика бар — табаҡҡа оҡшаған һауыттың ситтәренә биҙәктәр һәм һырҙар төшөрөлгән, уның төбө түңәрәк.

Экспонаттар араһында Бахмут мәҙәниәтенә ҡараған керамик изделиелар ҙа осрай. Шулай уҡ бронзанан эшләнгән уҡ башаҡтары һәм кельт-балта, балсыҡ һәм таштан орсоҡ баштары, тимер бысаҡтар, тире иләү өсөн ҡулайламалар, шулай уҡ XV быуатҡа ҡараған урыҫ тәңкәһе табылған. Күрәһең, был ерҙәрҙә көн иткән халыҡ һыйыр малдары һәм йылҡы аҫрағандыр. Игенселеккә ҡағылышлы әйберҙәр ҙә осрай. Улар һөйәктән әйберҙәр яһау, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейына ҡуйылған[1]..

2011 йылдаБлаговещен районы биләмәһендә Башҡортостан Республикаһының Археология йәмғиәте һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия унверситетының берлектәге экспедицияһы эшләй. Был ғилми берлек боронғо Ҡара Абыҙ ҡаласығында археологик ҡаҙыныу эштәрен алып бара.Һөҙөмтәлә быға тиклем билдәле булмаған ҡәберлектәр табыла. 50-70 сантиметр тәрәнлектә 30 ҡәберлек булыуы асыҡлана. Уларға ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, яугирҙәр ерләнгән. Ҡаҙылманың майҙаны — 300 кв. метр. Бронза уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, тиҫтәләгән ҡула биҙәүестәр табыла. Шунда уҡ ҙур булмаған балсыҡ һауыт та килеп сыға.

Был ҡәберлек беҙҙең эраға тиклем III -I быуаттарға, иртә тимер быуатына ҡарай. Ғалимдар шундай һығымта яһай: Ҡара Абыҙ ҡаласығы өс тарихи осрҙо үҙ эсенә ала — иртә тимер дәүерен, иртә урта быуат (беҙҙең эраның V — VII быуаттары), Алтын Урҙа дәүерен (беҙҙең эраның XIII — XIV быуаттары).

Благовещен районы биләмәһендәге яңы мәҙәни мираҫ объекты "Ҡара Абыҙ-2 тупраҡ ҡәберлек" тип теркәлә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Рычков Н.П. Журнал, или Дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства в 1769 и 1770 году. СПб., 1770; Збруева А.В. История населения Прикамья в ананьинскую эпоху //Материалы и исследования по археологии СССР. М., 1952. №30