Ҡармаҡ (журнал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Ҡармаҡ»

«Ҡармаҡ» — рәсемле сатирик журнал. Нәшер итеүсе-мөхәррире — М. Ғ. Мәржәни. 1915 йылдың ғинуарынан 1917 йылдың сентябрендә тиклем Ырымбур ҡалаһында айына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Барлығы 60 һаны донъя күрә. Журнал биттәрендә дини фанатизмды, наҙанлыҡты фашлаған фельетондар, шиғырҙар, шулай уҡ әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре, башҡорт һәм татар яҙыусыларының художестволы әҫәрҙәре баҫыла.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]