Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев/Тәҡдимдәр

    Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

    Башҡорт Википедияһы тәҡдимдәре

    Википедия мөмкинлектәрен өйрәнеү һәм уҡыу-уҡытыу барышында ҡулланыу маҡсатында киләһе эштәрҙе тормошҡа ашырырға тәҡдим итәбеҙ, уларҙы тормошҡа ашырыусы ирекмәндәрҙе көтәбеҙ, Мәғариф министрлығынан һәм башҡа рәсми ойошмаларҙан ғәмәли ярҙам һорайбыҙ:

    1. Башҡа сит тел бүлектәрендәге методик материалдарҙы һайлап алып башҡорт һәм рус теленә тәржемә итергә, йәки улар нигеҙендә яңыларын яҙырға;
    2. Ҡыҫҡа видео-дәрестәр төшөрөргө һәм Викимилеккә, Ютубҡа һалырға;
    3. Теләге булған уҡытыусыларҙан төркөмдәр төҙөргә һәм оҫталыҡ семинарҙарҙы үткәрергә;
    4. Уҡыусылар өсөн Википедия һәм Башҡортостан википедистары менән танышыу дәрестәре ойошторорға;
    5. 2019 йылдың ноябрь айында БДУ йәки БДПУ базаһында “Википедия + Мәғариф конференцияһы”н үткәрергә, сит илдәрҙән һәм Рәсәй өлкәләренән тәжрибәле ирекмәндәрҙе спикер итеп саҡырырға.
    6. 2019-2020 уҡыу йылынан башлап уҡыусыларҙың каникул ваҡытында ял итеп лагерҙарында маҡсатлы вики төркөмдәр ойошторорға.
    7. Википедия менән шөғөлләнеүсе уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы, мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек итеүсе ирекмәндәрҙе дәртләндереү сараларын күрергә.