Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев/Ҡыҫҡа дәрестәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Һаумыһығыҙ! Мин, Рөстәм Нурыев, Һеҙҙең иғтибарға Башҡорт Википедияһы тураһында ҡыҫҡа дәрестәр тәҡдим итәм. Нимә ул Википедия? Википедия — һәр кем бушлай ҡуллана алған ирекле онлайн энциклопедия. Әлеге ваҡытта башҡорт телендә 39 409 мәҡәлә бар. Был һан көндә үҙгәреп тора. Ирекмәндәр яңынан-яңы мәҡәләләр өҫтәй, булғандарын тулыландыра. Уны төҙөүҙә тәлеге һәм һәләте булған һәр кеше ҡатнаша ала. Бәлки Һеҙ ҙә битараф ҡалмаҫһығыҙ, бәләкәйме-оломо, үҙ өлөшөгөҙҙө индерерһегеҙ. Ә был ҡыҫҡа дәрестәр Һеҙгә ярҙам итер. Бар булайыҡ, бергә булайыҡ. Уңыштар Һеҙгә!


Беренсе дәрес. Википедия интерфейсы тураһында. Википедия сайтының интерфейсы өс өлөштән тора: 1) һул яҡта вертикаль меню: сайттың төрлө биттәренә һылтанмалар исемлеге, 2) өҫкө яҡта горизонталь меню: иң өҫкө юлда теркәлгән ҡатнашыусының шәхси мәғлүмәте һәм көйләүҙәре, икенсе юлда мәҡәләне йәки башҡа төрлө битте ҡулланыу мөмкинлектәре.

  Шул уҡ юлда Википедия эсендә эҙләү урыны. 

3) интерфейстың төп өлөштә, мәҡәлә йәки башҡа төрлө биттең эстәлеге күренә, йәки ағымдағы битте мөхәррирләү урынын асырға була.

Вертикаль һәм горизонталь меню һәр ваҡыт бер төрлө була, төп өлөш эстәлеге үҙгәреп тора.

Киләһе дәрестәрҙе уларҙы етекләп өйрәнебеҙ.


Икенсе дәрес. Википедияла мәҡәлә эҙләү.

Мәҡәлә табыу ысулдары бер нисә төрлө. Беренсе ысул: "Википедия эсендә эҙләү" урынында мәҡәлә исемен яҙып ҡарағыҙ, Һеҙ яҙған һүҙгә башланған мәҡәләләр исемлеге күренәсәк. Кәрәккәнен һайлап алығыҙ һәм шул биткә күсегеҙ. Әгәр тап килгән мәҡәләләр исемлеге күренмәһә, экрандағы Лупаҡа йәки клавиатуралығы ЕНтер төймәһенә баҫып ҡарғыҙ. Эҙләгәненеҙ бәлки башҡасараҡ аталалыр.

Икенсе ысул: Һул яҡтағы менюла "Алфавитлы күрһәткес" йүнәлешен һайлығыҙ һәм шул биттә күренгән һүҙ башланғысына күсегеҙ. Әлеге хәрефтәргә башланған мәҡәләләр исемлеге асылыр. Үҙегеҙ эҙләгән мәҡәләне исемлектән ҡарағыҙ.

Өсөнсө ысул: Баш биттең төп өлөшәндә, "Википедия эсендә эҙләү" урынынан аҫтараҡ "Рубрикация" йүнәлешен һайлағыҙ, артабан темалар буйынса эҙләп ҡарағыҙ.

Эҙләгән мәҡәләгеҙ табылмаһа, тимәк ул мәҡәлә төҙөлмәгән әле. Бәлки Һеҙ уны төҙөрһөгөҙ.

Күк төҫ менән яҙылған һүҙҙәр мәҡәләләргә һылтанма булыуына иғтибар иткәнһегеҙҙер, ә бына ҡыҙыл төҫтәге һүҙҙәр мәҡәләнең булмауын, әммә ундай мәҡәлә Башҡорт Википедияһында булырға тейешлеген күрһәтә.

Икенсе дәрес тамам. Киләһе дәрестәрҙе лә ҡарағыҙ, беҙҙең менән ҡалығыҙ. Уңыштар Һеҙгә!


Өсөнсө дәрес. Википедияла мәҡәлә мөхәррирләү. Википедия мәҡәләһен мөхәррирләү ҡатмарлы түгел. Уны ике төрлә ысул менән мөхәррирләргә була. Бит өҫтөндәге, йәки мәҡәлә бүлеге янындағы «Үҙгәртергә» йәки «Вики-тесты үҙгәртергә» төймәһе аша мәҡәләне мөхәррирләү урыны асыла.

Мәҡәлә эстәлеген төҙөткәндән һуң яҙҙырып ҡуйырға кәрәк.