Ҡатнашыусы:Azamazazaza
Башҡортостан Республикаһы Благовещен ҡалаһы
муниципаль бюджет дөйөм биреү учрежденияһы
«А.Я.Першин исемендәге 4-се белем биреү мәктәбе»
Проект эше
Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?
Башҡарыусы: Благовещен ҡалаһы
VIII Б класы уҡыусыһы
Миңнеәхмәтова Азалияның
конкурс эше
Етәксеһе: башҡорт теле уҡытыусыһы
Рамазанова Раушания Фаис ҡыҙы
Эстәлеге
1. Кереш
2. Төп өлөш
3. Йомғаҡлау
4. Әҙәбиәт
Проекттың маҡсаты: үҙемдең туғандарым исемдәренең мәғәнәләрен асыҡлау.
Проекттың бурыстары: Ғаилә ағзаларыбыҙҙың исемдәре тураһында мәғлүмәттәр туплау. Уларҙың исемдәре ниндәй мәғәнә аңлатҡанын асыҡлау.
Проект эшенең актуаллеге. Был проект эшендә ҙур иғтибар үҙҙебеҙҙең ғаиләләге иң якын кешеләребеҙҙең исем мәғәнәләренә бирелә. Беҙ быға тиклем исемдәрҙең ниндәй мәғәнә аңлатыуына иғтибар итмәгәнбеҙ. Эш барышында үҙем өсөн зур һәм файҙалы мәғлүмәт тупланым. Күп кенә исемдәрҙең ниндәй мәғәнә аңлатҡанын белдем.
Зәлиә апайым икенсегә ҡыҙ көтә ине. Тыуасаҡ сабый тураһында бөтә туғандар ҙа нимәлер һөйләшә ине. Һүҙ кейем, уйынсыҡтар тураһында ла барҙы. Ә иң ҡыҙыҡлыһы, нидәй исем биреү тураһындағы бәхәс ине. Бәләкәй сабыйга исем биреү бик ябайҙан булып сыҡманы.Тәҡдимдәр бик күп булды. Әлбиттә, һәр бер кешегә үҙе һайлаған исем оҡшаны. Шулай ҙа бер уйға килеп, Алина, тип ҡушырға булдылар. Шул ваҡытта мин исемдәрҙең мәғәнәһе тураһында уйлана башланым. Проекттың барлыҡҡа килеүе лә шуға бәйле.
Балаға исем ҡушыу — яуаплы эш. Кеше тыуғас та алған исемен ғүмере буйына йөрөтә Исем кешегә ғүмерлеккә ҡушыла. Бөтә халыҡ элек-электән исем ҡушыуга ҙур яуаплылыҡ менән ҡараган.Тыуған сабыйга ҡушыу өсөн исем эҙләгәндә, уның еңел әйтелешле, яҡшы мәғәнәле булырға тейешлеген иҫтә тотоу мөһим.
Иң беренсе булып, үҙебеҙҙең ғаиләбеҙҙәге кешеләрҙең исемдәренең мәғәнәләрен асыҡларға булдым.
Зәйтүнә - Әмирйән |
Әнүзә - Рәфиҡ | Әфлүзә - Фаис |
Марат - Альмира |
Айнур | Алмаз |
Фәнүзә Тимерхан | Резеда Радик | Фәнил Римма | Розалия Айҙар | Данил
Зилә |
Раушания
Азат |
Булат
Гөлшат |
Тахир | Лилиә
Рәмзил |
Зәлиә
Руслан |
Айҙар
Алина |
Илдар
Анастасия |
Айгөл | Руслан | Рөстәм | Динар | Илмир | Илгиз | Азалия |
Диләрә | Айнур | ||
Диана | |||
Давид | Аделина | ||
Зарина | Алина | Тамерлан | |
Самира | |||
Марсель | Әҙилә | ||
Зәйтүнә – мәңге йәшел зәйтүн ағасы, зәйтүн гөлө атамаһынан
Әнүзә – яҡтыртҡыс
Альмира - алтын
Әфлүзә (Һәнүзә) – һаман да, әле лә
Фәнүзә – яҡтыртҡыс, маяҡ
Гөлшат – гөл батшаһы
Әҙилә – тура һүҙле
Резеда – еҫле гөл
Лилиә – аҡ төҫтәге сәскә, томбойоҡ
Самира – һөйләүсе
Зәлиә – аҡ йөҙлө
Зарина – ҡояш нуры, алтын
Алина – аҫыл
Римма – алма
Розалия – (Роза исеменең бер төрө) гөл баҡсаһы
Айгөл – ай+гөл, ай гөлө
Диләрә – һөйөклө
Анастасия – яңы тыуыусы
Аделина – ғәҙел
Диана – илаһи
Зилә – таҙа, саф
Раушания – нурлы
Азалия (Әзәлиә) – мәңгелек, бөтмәҫ-төкәнмәҫ, ҡыуаныс алып килеүсе
Әсәйемдәр ғәиләһендә алты бала тәрбиәләнгән. Дәү әнием менән дәү әтием уларға бик матур исемдәр ҡушҡандар: Фәнүзә, Резеда, Фәнил, Розалия, Данил, Раушания.
Әсәйемдең исеме – Раушания. Уның мәғәнәһе - нур эйәһе, нур һибеүсе, яҡты. Әсәйем һөйләүе буйынса, дәү әтием гел “Раушаниям бәғерем” йырын йырлай торған булған, шуның өсөн ғаиләлә ҡыҙ бала тыуғас, Раушания исемле ҡушҡандар. Уның исеме үҙенә бик тә тап килеп тора.
Үҙемдең исемемдең мәғәнәһен мин бер һүҙлектә - мәңгелек, бөтмәҫ-төкәнмәҫ, ҡыуаныс алып килеүсе, тип яҙылғанды тапһам, икенсе һүҙлек буйынса ул “азалия гөлө” эре сәскәле үҫемлектәр атамаһынан алынған. Әсәйем дә, исемде һиңә сәскә атамаһынан сығып ҡуштыҡ, тип әйтә.
Эзләнеүҙәрҙең һөҙөмтәһе:
Проектты мин бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән эшләнем. Эҙләнә,ижади фикер йөртә торғас,исем мәғәнәләренең ниндәй бай хазина икәнен аңланым. Эш барышында китаптарҙы, һүҙлектәрҙе файҙаландым, интернет аша күп мәғлүмәт тупланым.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
· Таңһылыу Кусимова “Исемдәр донъяһында”. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. Башҡортостан китап нәшриәте, 1991 йыл
· ғаиләлә өлкәндәр һөйләүе.
· интернет ресурстар