Ҡатнашыусы:Comp1089/Provejo/Македон теленең дөрөҫ яҙыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Файл:Pravopis 1991.jpg
1991 йылдағы "Македон әҙәби теленең дөрөҫ яҙыуы" китабы
Блаже Конески

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Македон теленең үҙ имләһе һәм орфографияһы 19-се быуатта (Мәғрифәтселек дәүере башланыу менән) булдырыла башланы. Мәғрифәтселәр "халыҡ телен" ҡулланырға саҡырған, шулай уҡ улар яҙған китаптары был телендә булған. Башта ошо китаптар дини китаптары булған (динде халыҡҡа яҡынайтыу өсөн, макед. за да ја приближат верата до народот)

Македон әҙәби теленең булдырыу башланыусылары араһында Йоаким Крчовски, Кирил Пейчинович, Теодосий Синаитски, Гёргия Пулевски, Крсте Петков Мисирков (макед. Јоаким Крчовски, Кирил Пејчиновиќ, Теодосиј Синаитски, Ѓорѓија Пулевски, Крсте Петков Мисирков) тора. Һуңғыһы яҙған „За македонцките работи“ китабында македон әҙәби телен булдырыу тураһында үҙ фекеренде яҙып бирә.

Македонияның Азат Итеү Буйынса Антифашист Йыйылышы (макед. АСНОМ, Антифашистичко Собрание за Народно Ослободување на Македонија) беренсе ултырышында (2 Урағай 1944) македон дәүләтендә македон теленең хеҙмәтсе тел рәүешендә ҡулланыу тураһында ҡарары (макед. Решение за воведување на македонскиот јазик како службен јазик во македонската држава) ҡабул ителгән. Был турала тел һәм дөрөҫ яҙыу комиссияһының макед. Комисија за јазик и правопис резолюцияһы 5 Һабанай 1945 йылда ҡабул ителде.

Македон теленең тағы бер кодификацияландырыусы Блаже Конески булған. Ул яҙған китаптар: "Македон әҙәби теленең грамматикаһы" (макед. „Граматика на македонскиот литературен јазик“), "Македон әҙәби теленең һүҙлеге" (макед. „Речник на македонскиот литературен јазик“). Бынан тыш, ул һәм Крум Тошев яҙған "Македон әҙәби теленең дөрөҫ яҙыуы" (макед. „Правопис на македонскиот литературен јазик“) 7 Июнь 1945 көнөндә ҡанунлаштырылған.

Өндәрҙе яҙҙырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Македон әлифбаһында 31 хәреф. Һәр хәрефтә бер өн тура килә, һәр өнөнә бер хәреф тура килә.

Аа
Бб
Вв
Гг
Дд
Ѓѓ
Ее
Жж
Зз
Ѕѕ
Ии
Јј
Кк
Лл
Љљ
Мм
Нн
Њњ
Оо
Пп
Рр
Сс
Тт
Ќќ
Уу
Фф
Хх
Цц
Чч
Џџ
Шш
/a/
/b/
/v/
/g/
/d/
/gʴ/
/e/
/ʑ~ʒ/
/z/
/d͡z/
/i/
/j/
/k/
/ɫ/
/l~λ/
/m/
/n/
/ɲ/
/o/
/p/
/r/
/s/
/t/
/kʴ/
/u/
/f/
/x/
/t͡s/
t͡ɕ~t͡ʃ
/d͡ʑ/
/ʃ/

Диалекттарҙа Ќ һәм Ѓ хәрефтәре /tʃ/ һәм /dʒ/ өндәрҙә тура килә.

Тартынҡы өн төрҙәре. Ассимиляция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Македон теленең тартынҡы өндәрҙең 3 төр бар: һаңғырау, яңғырау һәм сонор тартынҡы өндәре.

Македон һаңғырау һәм яңғырау тартынҡы өндәренең корреляция парҙары
яңғырау тартынҡы өндәре: б д г в з ж (-) ѕ џ ѓ
һаңғырау тартынҡы өндәре п т к ф с ш (х) ц ч ќ

Ҡағиҙәләр:

а) һаңғырау тартынҡы өн яңғырау тартыңҡы менән ассимиляция:

пред-+пријатие=претпријатие
Љубе + -чоЉупчо

б) яңғырау тартынҡы өн һаңғырау тартынҡы менән ассимиляция:

сват+-ба=свадба

Ј хәрефе дөрөҫ яҙыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

а) И һәм А хәрефтәре араһында һәр ваҡыт Ј тип яҙыла

Иҫкәрмәләр
Дөрөҫ Яңылыш
алиас алијас
иако ијако
триаголник тријаголник
Мәҫәлән
Дөрөҫ Яңылыш
Марија Мариа
историја историа
Македонија Македониа

б) ҡылымдан яһалған исемдәренең -јач суффиксында һәр ваҡыт Ј тип яҙыла

Мәҫәлән
Дөрөҫ Яңылыш
пејач пеач
сејач сеач
скијач скиач

в) Берәй һүҙҙә йәки һүҙ формаһында рәттән 3 һүҙынҡы хәреф булһа, ике һуңғы хәреф араһында Ј яҙыла.

Мәҫәлән
Дөрөҫ Яңылыш
пееја пееа
умееја умееа
знаеја знаеа

г) Ј хәрефе императив формаларында (бойороҡ ҡылымдарҙа) яҙыла. Мәҫәлән: пиј(те), пеј(те)
ғ) Ј хәрефе -јќи сифат ҡылымдары суффиксында яҙыла. Мәҫәлән: одејќи, пеејќи, мислејќи, бидејќи
д) Ј бер нисә һүҙҙең берлек һаны формаһында яҙыла: мој, кој, свој, твој, секој...
Ҙ) Әгәр һүҙҙә йәки һүҙ формаһында рәттән 2 һуҙынҡы хәреф булһа ә икенсеһе И йәки Е булһа, ошо һуҙынҡы хәрефтәр араһында Ј яҙыламай.

Мәҫәлән
Дөрөҫ Яңылыш
мое моје
бои боји
крои кроји
шие шије

Ќ һәм Ѓ хәрефтәре дөрөҫ яҙыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

а) ќе киҫәксәһендә һәр ваҡыт Ќ тип яҙыла

Мәҫәлән
Дөрөҫ Яңылыш
ќе одам ке одам
ќе учам ке учам