Ҡатнашыусы:Comp1089/Provejo/Македон теленең дөрөҫ яҙыуы-2
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Македон теле имләһе һәм орфографияһы 19-се быуатта (Мәғрифәтселек дәүере башланыу менән) төҙөлә башлай. Мәғрифәтселәр "халыҡ телен" ҡулланырға саҡыра, шуға улар яҙған китаптар был телдә яҙыла. Динде халыҡҡа яҡынайтыу өсөн беренсе китаптар дини булған, (макед. за да ја приближат верата до народот)
Македон әҙәби телендә яҙа башланыусылар араһында Йоаким Крчовски, Кирил Пейчинович, Теодосий Синаитски, Гёргия Пулевски, Крсте Петков Мисирков (макед. Јоаким Крчовски, Кирил Пејчиновиќ, Теодосиј Синаитски, Ѓорѓија Пулевски, Крсте Петков Мисирков) тора. Һуңғыһы „За македонцките работи“ тигән китабында македон әҙәби теле формалашыуы тураһында үҙ фекерен яҙа.
Македонияны Азат Итеү Буйынса Антифашист Йыйылышы (макед. АСНОМ, Антифашистичко Собрание за Народно Ослободување на Македонија) үҙенең беренсе ултырышында (2 Урағай 1944) македон дәүләтендә македон телен рәсми тел рәүешендә ҡулланыу тураһында ҡарар (макед. Решение за воведување на македонскиот јазик како службен јазик во македонската држава) ҡабул итә. Был турала тел һәм дөрөҫ яҙыу комиссияһы (макед. Комисија за јазик и правопис) резолюцияһы 1945 йылдаң 5 Һабанайында (май) раҫлана.
Македон теленең тағы бер кодификацияландырыусыһы — Блаже Конески. Ул яҙған китаптар: "Македон әҙәби теле грамматикаһы" (макед. „Граматика на македонскиот литературен јазик“), "Македон әҙәби теле һүҙлеге" (макед. „Речник на македонскиот литературен јазик“). Бынан тыш, ул һәм Крум Тошев яҙған "Македон әҙәби теле орфографияһы" (макед. „Правопис на македонскиот литературен јазик“) 1945 йылдың 7 Июнендә раҫлана.
Өндәрҙе яҙҙырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Македон әлифбаһында 31 хәреф. Һәр хәрефкә бер өн тура килә.