Эстәлеккә күсергә

Ҡатнашыусы:Guram52/Һөнәрбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Миңә компьютер бүләк иттеләр. Ҡатырға ҡумталарҙың дәүенән тәүҙә телевизорға оҡшаған нәмә килеп сыҡты.Тик уның «тәҙрә»һе экран тип түгел, ә монитор типатала икән. Шунда яҙып та, хаталарын төҙәтеп тә, һүрәт эшләп тә була, ти.

Ручка ала һалып, мониторға һыҙғыслап ҡарағайным, бер ни ҙә яҙылманы. Атайым быны күреп :

-Улай ярамай, компьютер таҙалыҡты ярата,хатта артыҡ туҙандан боҙолоуы ла мөмкин, -тип тыйҙы.

-Ҡыҙыҡ, ә уның эсенә яҙыу нисек инә һуң?

-Хәҙер күрерһең, сабыр ит.

Атайым компьютерҙы урынлаштырған арала яңы дуҫыма исем һайлай башланым. Бик башлы, тиҙәр үҙен. Үҙе башлы, үҙе һөнәрле. Әһә,таптым, Һөнәрбаш тип кенә йөрөтәсәкмен мин уны!


Һөнәрбаш



Өйөмә ашҡынам,
Ашығам-ашығам,
Иң яҡын дуҫҡайым -
Компьютер ҡаршына.
Ул шахмат уйнаһа
Гел еңә атайҙы,
Эшен тиҙ өлгөртә
Иҫәпсе апайҙың.
Әсәйҙе өйрәтә
Бәйләмгә, аш-һыуға,
Миңә лә дуҫ әҙер
Мәктәптән ҡайтыуға.
Һөнәрбаш дуҫымдың
Һөнәре, һо-о-о, һанһыҙ:
Нисәмә кешегә
Торошло ул яңғыҙ!



Атайым миңә бик серле итеп ҡараны ла:

-Сысҡандан ҡурҡаһыңмы? - тип һораны.

Ҡурҡып торорға әллә - беҙ егет кеше ләһә! Хәҙер бына диванға ғынаултырып алабыҙ ҙа.

Иң бәләкәй ҡумтанан атайым еҫле һабынға оҡшаған йоморсаҡ сығарҙы.

-Был «мышка». Аҡыллы сысҡан ул. Компьютерға уның аша ғына бойороҡ бирәһең, - тип аңлатты атайым.

«Мышка»тигәненең ҡойроғо оҙон, әммә күҙе юҡ. Һуҡыр сысҡан, йәғни, төрткө инде улай булғас. Ҡойроҡ яғындағы уйымдарына төрткөләп кенә Һөнәрбаштан ни теләһәң шуны эшләтеп тик ултыраһың икән.

Үҙенең бәләкәй генә шыма келәме лә бар. Унда ике бесәй балаһы төшөрөлгән. Шуларҙан ҡурҡып, йүгереп кенә тик йөрөр инде, меҫкен төрткө!


Ярҙамсы


-Төрткө, төрткө,
Һуҡыр сысҡан,
Ҡайҙа китеп бараһың?
- Һөнәрбашҡа!
-Һи-һи, һи-һи,
Һуҡыр сысҡан,
Һин ни эшкә ярайһың?
- Мин булғанда эш башҡа,
Бойорам Һөнәрбашҡа.
Ҡойроғом - уҫал ҡамсы,
Мин - кешегә ярҙамсы.



Өсөнсө ҡумтанан яҫмаҡ таҡтаса килеп сыҡты. Хәрефтәр яҙылған шаҡмаҡтар беркетеүле өлөшө«кла-ви-а-тура» тип атала икән. Әйтә алмай йонсой торғас, мин уны «хәрефлек»тип кенә йөрөтөргә булдым.

Атайым Һөнәрбашты,төрткөнө, хәрефлекте үҙ-ара беркетте лә розеткаға тоташтырҙы. Төрткөгә төрткөләгәйне, Һөнәрбаштың монитортигән тәҙрәһе яҡтырып китте.

Мин ҡыуанысымдан:

* * *


-Эһе-һей, мони-мони,
Эһе-һей, монитор,-



тип йырлап ебәрҙем.

Атайым хәрефлеккә баҫҡылағас, «тәҙрә»лә минең исемем күренде: Булат. Миндә түҙмәй эшкәтотондом. Клавиатурала хәрефтәр алфавит буйынса урынлашмаған. Тейешлеһенберәмләп кенә эҙләп табам да шул шаҡмаҡҡа баҫам. Тиҙҙән мониторҙа: «Атай, рәхмәт!» -тигән һүҙҙәр хасил булды.


Клавиатура


Кла-кла,кла-кла,
кла-клави,
ату-ату- атура.
Әйтә алмай шул һүҙҙе
Көн-төн башты ҡатырам.
Клави-клави,
клавиа,
клави - клави -атура,
Булды: клавиатура.
Әйтә алдым бит,
Ур-ра!



Ололар - ҡунаҡта



Әсәйем дә өйҙә юҡ,
Атайым да өйҙә юҡ,
Апайым да ҡунаҡта -
Кейемдәре сөйҙә юҡ.
Әлдә һин бар,Һөнәрбаш,
Күпме уйын беләһең,
Йыр йырлайһың, яҙаһың,
Рәхәтләнеп көләһең.
Тик арҡамдан ҡаҡмайһың,
Йоҡларға ла һалмайһың,
Атай була алмайһың,
Әсәй була алмайһың.
Төрткө, әйҙә хат яҙып,
Ололарҙы эҙләйек,
Йөрөмәһендәр оҙаҡлап,
Ҡайтыуҙарын тиҙләйек!
Һөнәрбаштың почтаһы
Шәп йөрөтә хаттарҙы,
Урай һалып та сыға
Алыҫ-алыҫ яҡтарҙы.
Яуап килде атайҙан:
- Ҡайтып киләбеҙ, - тигән, -
Борсолмай ғына ултыр,
Тиҙҙән булырбыҙ өйҙә.



Һөнәрбаштар һөйләшә!

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөнәрбаш донъялағыбарса компьютерҙар менән һөйләшә, кәрәк мәғлүмәтте һораша ала икән дәһә. Үҙҙәренең Интернет тигән элемтәһе бар.

Бер саҡ ул мине лә дуҫтары менән таныштыра башланы.

Англиялағы бер һөнәрбаштың хужаһы Бобби исемле малай булып сыҡты.

Мин мәктәптә инглиз телен өйрәнәм бит. Белгән генә һүҙҙәремде ҡулланып,уға хат яҙҙым.


Хат


Һаумы, Бобби!
Мин - Булат,
Миңә тиҙҙән ун тула,
Атайым бар, әсәйем,
Мин Өфөлә йәшәйем.
Яҡын дуҫым бар - Илгиз.
Беҙ - башҡортбоҙ, һин - инглиз.
Һау бул, Бобби, яҙ хаттар,
Түгел хәҙер беҙ яттар.



Булатҡа Боббиҙан хат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һау ду ю ду, Булат!

Хәлдәрең нисек,Булат!

Беҙ бик оҡшаш сәләмләшәбеҙ икән. Башҡорт телендә беҙҙәге кеүек «ҙ», «ҫ», «һ», «ң» өндәребулыуы ла ғәжәп.

Һин урыҫ, башҡорт телдәрен яҡшы беләһең, инглиз,төрөк телдәрен өйрәнәһең икән. Мин француз, испан телдәре менән ҡыҙыҡһынам.

Мин бығаса Башҡортостан тигән республика барлығын белмәй йәшәгәнмен. Рәсәйҙә гел урыҫтар ғыналыр тип уйлай инем.

Төрлө телдәр белеүең бик һәйбәт. Интернет буйынса бик күп илдәрҙә дуҫтар таба алаһың.

Башҡортостан тураһындакүберәк белергә теләйем. Хат көтәм.

Бобби.

Боббиға икенсе хат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бобби! Һау ду ю ду!

Республикабыҙ тураһында һөйләүемдеһорағанһың. Башҡортостанда дүрт миллиондан ашыу кеше йәшәй. Милләттәр һаны йөҙҙән ашып китә, улар төрлө дин тота. Башҡорттар - мосолман. Беҙ бик татыу йәшәйбеҙ, милләткә лә, дингә лә айырма яһамайбыҙ.

Тәбиғәтебеҙ матур һәм бай. Тауҙар ҙа, далалар ҙа, урмандар ҙа, иген баҫыуҙары ла, йылғалар ҙа, күлдәр ҙә күп.

Башҡортостан нефть,алтын-көмөш, аҫыл таштары менән дан тота.

Сана шыуыу шәп микән, Саңғы шыуыу шәп микән, Әллә тимераяҡ кейеп Сәкән һуғыу йәп микән? Алдым, һалдым, Алдым, һалдым, Көнө буйы уйланым, Ултырҙым да... Һөнәрбашта Сана шыуып уйнаным. |}}

Компьютер булһаң ине



Белгәнемде оноттом,
Бына хәтер тигәнең,
«Ике» алдым дәрестә -
Әй атайҙар тиргәне!
-Етте, - тине әсәйем,
-Етте, - тине атайым,-
Һөнәрбашты бөгөндән
Берәйһенә һатайым.
Эшең дә юҡ дәрестә,
Бар белгәнең -Һөнәрбаш,
Көн-төн шунда ултырып
Йә булырһың түмәрбаш!
...Их, беҙҙең дә мейелә
Булһа икән компьютер,
Рәхәт,
кәрәк сағында
Төрткө төртөп тикултыр!
Әлдә компютертүгелмен
Нимә булды һиңәбөгөн,
Һөнәрбаш дуҫҡай?
Ҡуҙғата алмай төрткө лә-
Бар эшең туҡтай.
Яҙыуҙар юйылып бөткән,
Буталған башың,
Ултырам ғәжәпкә ҡалып,
Башымды ҡашып.
Хәтерең юйылған, тиҙәр,
Вирустан кисен.
... Әлдә компьютертүгелмен,
Кешесә - иҫем.



Һөнәрбаштар ҙа сирләй икән шулай.Нәҡ беҙҙеке кеүек вирустарыбар. Беҙ ауырыһаҡ, үлән төнәтмәләре,дарыуҙар эсәбашлайбыҙ. Уларҙың да үҙ «дарыу»ҙары бар - махсуспрограммалар индереп дауалайҙар. Дуҫым вирустан йонсоғанда миңә бик күңелһеҙ булды.

Атайым уны һауыҡтырғанын саҡ көтөп алдым. Әммә хәҙер уны йәлләп кенә тотонам, бик кәрәк сағында ғына ҡабыҙам. Дуҫ тигәс тә, уны шул тиклем йонсоторға ярамай ҙа инде! Ул да киреләнмәй, һәр үтенесемә яуап бирергә тырыша.

Күберәк саф һауала йөрөйөм,спорт менән шөғөлләнәм, атай-әсәйемә булышам - үҙем дә сәләмәт булғым килә.