Ҡатнашыусы:Lizalizaufa/Кофе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡәһеүә эсемлеге

Кофе —эсемлек, Мареновые (Rubiaceae) ғаиләһенә, Ҡәһеүә (Coffea) ырыуына ҡараған төрлө үҫемлектәрҙең орлоғон (ашлығын) ҡурып, ваҡланған ононан әҙерләнә. 

Ҡәһеүә етештереү, үҫтереү һәм бизнесы тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIV быуатҡа тиклем ҡәһеүә ҡырағай шарттарҙа Эфиопияла үҫкән. Һуңынан ҡәһеүә ағасы Ғәрәп ярымутрауына килтерелә.  XVI быуатта ул Осман империяһында киң тарала башлай. XVI быуат ахырында европа сауҙагәрҙәре ҡәһеүәне ғәрәп порттарында һатып алып Европаға килтерә башлайҙар. Легендалар һөйләүенсә, XVII быуат урталарында мосолман кәмәһе йәшерен рәүештә ҡәһеүә орлоҡтарын Көньяҡ Һиндостанға алып сыҡҡан. Унан инде, XVII быуат ахырында, голланд сауҙагәрҙәре йәшерен рәүештә ҡәһеүә ағасын Ява һәм Суматру утрауҙарына алып сыҡҡандар. Был хәл ҡәһеүә үҫтереү буйынса ғәрәп монополияһының тамамланыуына килтергән. 

Һуңынан, 1706 йылда голланд колонистары ҡәһеүә ағасы үҫентеһен Амстердам ботаник баҡсаһына ебәргәндәр. Тап ошо ағастан Яңы Ер колонияларында был үҫемлекте күпләп үҫтерә башлағандар. Бер нисә йылдан француз короле голландлыларҙан бүләккә был ағастың үҫентеһен ала һәм тиҙҙән француздар мокко сортын Йәмәндән Бурбон (хәҙерге Реюньон, Мадагаскар утрауы янындағы ) утрауына алып сығалар. Шулай итеп билдәле арабика сортының "бурбон" төрө тарихы башлана.

1721 йылда Гвиана һәм Мартиникала плантацияларға нигеҙ һалына. 1727 йылда — Бразилияла, 1730 йылда — Ямайкала ( атаҡлы Blue Mountain сортының башланғысы), 1748 йылда — Кубала, 1760 — Гватемалала, 1779 — Коста-Рикала ҡәһеүә плантациялары барлыҡҡа килә.

Ҡәһеүә етештереү төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәһеүә (Coffea) ырыуына ҡараған 90 төр үҫемлек иҫәпләнә.

Күпләп етештереү өсөн ҡәһеүә ағастарының һәм шулай уҡ уның орлоҡтарынан алынған ашлыҡтарҙың ике төп төрөн ҡулланалар: Coffea arabica L.  — арабика һәм Coffea canephora, йәки робуста, уны ҡайһы ваҡыт конголез ҡәһеүәһе тип атайҙар. Был ике төр, төрлө баһаламалар буйынса, бөтә етештерелгән ҡәһеүәнең  98% ҡа тиклем өлөшөн тәшкил итә. Әлеге күләм, нисбәте буйынса,  70 % — арабика, 30 % — робустаға тура килә. Ҡалған ҡәһеүә төрҙәренә донъялағы етештереү күләменең бары тик  2 % ғына тура килә.

Ҡәһеүәнең киң таралған арабика сорты диңгеҙ кимәленән 900 ҙән алып 2000 метр бейеклектә үҫә. Ашлыҡ, ҡағиҙә булараҡ, оҙонса, тышы шыма, уртаһында "S" хәрефенә оҡшаған һыҙығы була. Шул һыҙыҡта, ғәҙәттә, еңелсә ҡурғандан һуң янып өлгөрмәгән ҡәһеүә емешенең киҫәксәләре тороп ҡала.

Робуста төрө тиҙ үҫеүсе һәм, арабикаға ҡарағанда, ҡоротҡостарға бирешмәүсән була. Диңгеҙ кимәленән 0 дән 600 метр бейеклегендә, айырыуса Африка, Һиндостан һәм Индонезияның тропик райондарында үҫә. Был ашлыҡ йоморо, аҡһыл-көрәндән көлһыу-йәшел төҫкә тиклем була.

Робуста, ҡағиҙә булараҡ, хуш еҫе буйынса бик затлы ҡәһеүә һаналмай. Шул уҡ ваҡытта унда кофеин күберәк, шулай уҡ ул йыш ҡына экспрессо-ҡатнашмаларҙа ҡулланыла, сөнки унан сифатлыраҡ ҡәһеүә күпереге эшләнә һәм был ҡәһеүә хаҡын бер аҙ  арзанайта.  

Башҡа сорттар, мәҫәлән, либерика һәм эксцельса, күпләп етештереү әһәмиәтен алмағандар. Азияла (Индонезия, Филиппиндар, коньяҡ Һиндостан) тештерелгән "Копи Лювак" йәки "Капе Аламид" сорты иң ҡиммәтле ҡәһеүә һанала (бер сынаяғы 50-75 доллар тирәһе). Сөнки дөрөҫ әҙерләү өсөн аш эшкәртеү сылбырын үтергә тейеш ул: мәҫәлән, мусанга, йәки азия пальма циветтаһы (Paradoxurus hermaphroditus) - виверры ғаиләһенә ҡараған ҙур булмаған йәнлектәрҙең ашҡаҙан-эсәктәре аша үтергә тейештәр. Шунһыҙ был ҡәһеүәнең тәме һәм хуш еҫе маҡтанырлыҡ булмай. 

Күптән түгел Копи Лювак, "Monkey Coffee" (Манки Кофе) күпкә арзаныраҡ (10 тапҡырға) ҡәһеүә барлыҡҡа килгән. Ул Формоз тауҙарының тайвань  плантациялырында үҫеп, сей ашлыҡтарҙы эшкәртеүҙең шундай уҡ ҡатмарлы сылбырынан ғибарәт.  

Примечания[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]