Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Ишбаев
Яңы мәҡәләләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайһы бер терминдарға төшөнсәне ошонанда табырға була. Категория ҡуйырға онотмағыҙ.--Саган (әңгәмә) 14:58, 5 ғинуар 2015 (UTC)
Конференция
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Конференцияға рәхим итегеҙ! --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:12, 29 ғинуар 2015 (UTC)
☆ Орден ☆
[сығанаҡты үҙгәртеү]
|
- To Ишбаев. Байрам менән, егет!--Ykt www (әңгәмә) 11:37, 23 февраль 2015 (UTC)
Индейҙар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Сәләм! Һүҙлек индеец тип бирә бит, индей һүҙе ҡайҙан алынған икән.
Русско-башкирский словарь (З.Г.Ураксин, Ю.З.Ураксин, 2004) индеец индеец
Русско-башкирский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 2005) ИНДЕЕЦ м; ед. индеец ир-аты
- Фән кандидаттары һәм докторҙары булған тел белгестәре төҙөгән һәм рәсми баҫылған һүҙлектәрҙе һанға һуҡмай, гәзит-журналдарҙа, радио һәм телевидениела, дәреслектәрҙә, башҡа фәнни-популяр әҙәбиәттә ҡулланылғанға иғтибар итмәй, терминология комиссиялары эшен үҙеңә алып, уйлап сығарылған йә ниндәйҙер сит телдән алынған яһалма һүҙҙәрҙе этеп-төртөп башҡорт теленә индерергә тырышыу бер нисек тә аңлашылмай. Бындай эштәрҙе «Википедияла һәр кем ирекле» тигәнде үтә ябайлаштырыу тип баһалайым. Ишбаев ҡустының һөнәре буйынса кем икәнлеген белмәйем, шуға ла уның иғтибарын халыҡтағы "Һәр кем үҙе эше менән шөғөлләнергә тейеш" тигән фекергә туранан-тура йүнәлтәм. Ниндәйҙер оло үҙгәртеүҙәр яһар алдынан мотлаҡ фекерләшеү үткәрергә, белгестәр яҙғанды ҡарарға, улар әйткәнгә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Үҙгәртеү өсөн генә үҙгәртеүҙәр, үҙ-үҙеңде күрһәтергә ынтылыуҙар күбәйә түгелме һуңғы ваҡытта? --Айсар (әңгәмә) 09:29, 9 октябрь 2015 (UTC)
Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов. (Г.К. Кунафина, Т.Д.Ишкина, 2001) индейҙар Америка ҡитғаһының төп халҡы.
Һуңғы көндәрҙә мин РУС һәм Инеецтар һүҙен үҙгәрттем. Һүҙҙең икеһе лә һүҙлектәрҙә бар. Хәҙер миңә аңлат Айсар ниндәй яһалма һүҙҙәрҙе мин этеп төртөп индерергә маташам? Ишбаев
- Ике варианттарҙы ла (рус-урыҫ, индей-индеец) ҡулланырға мөмкин, һүҙлектәрҙә бар. --Ryanag (әңгәмә) 09:51, 9 октябрь 2015 (UTC)
- Башҡорт теленең һүҙлеге ике томда (Авторҙар: Агишев И. М., Биишев Ә. Ғ., Зэйнуллина Г. Д., Ишмөхәмәтов 3. Ҡ.,
Кусимова Т. X., Ураҡсин 3. Ғ., Яруллина У. М.) Был һүҙлектә ИНД тип кенә бирелә ИНД и. Америкала борон-борондан йәшәп, уның төп халҡын тәшкил иткән ырыу, ҡәбиләләрҙең дөйөм атамаһы (хәҙерге көндә Көнъяҡ һәм Төнъяҡ Америкала һаҡланған) һәм шул көбиләнең бер кешеһе. Инд катыны. Инд теле. Ишбаев
- Был варианттарҙың барыһында төп мәҡәләлә һүҙлектәргә төшөрмәләр ҡуйып күрһәтер кәрәк. Мәҡәленең исемен үҙгәрткәнәдә икеләнеү барлыҡҡа килһә ошо биттә - Википедия:Исемен үҙгәртеүгә яңы тема башлап яҙығыҙ. Фекерләшеү битендә хәбәрегеҙҙең аҙағында ҡултамғағыҙҙы ҡуйыр өсөн аҫта күрһәтелгән
~~~~
билдәне ҡулланығыҙ. Шулай уҡ мөхррирләгәндә өҫтәге кнопканы ҡулланырға мөмкин ул ошоно өҫтәй —-- ~~~~
. --Ryanag (әңгәмә) 13:31, 9 октябрь 2015 (UTC)
- Был варианттарҙың барыһында төп мәҡәләлә һүҙлектәргә төшөрмәләр ҡуйып күрһәтер кәрәк. Мәҡәленең исемен үҙгәрткәнәдә икеләнеү барлыҡҡа килһә ошо биттә - Википедия:Исемен үҙгәртеүгә яңы тема башлап яҙығыҙ. Фекерләшеү битендә хәбәрегеҙҙең аҙағында ҡултамғағыҙҙы ҡуйыр өсөн аҫта күрһәтелгән
- Улай булғас, «индтар» тип атау дөрөҫөрәк булмаймы? Индей тигәс ҡошто хәтерләтә. --Саган (әңгәмә) 13:41, 9 октябрь 2015 (UTC)
- Фекерҙәрегеҙҙе бында ҡалдырыу һорала. --Ryanag (әңгәмә) 13:52, 9 октябрь 2015 (UTC)
Үтенес
[сығанаҡты үҙгәртеү]Хәйерле көн! Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы Башҡорт теле көнөн билдәләүгә һәм уны рәсмилләштереүгә арналған мөрәжәғәтнамәгә бәйле тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.--Ryanag (әңгәмә) 03:59, 21 октябрь 2015 (UTC)
Проект:Википедияла Азия айлығы
[сығанаҡты үҙгәртеү]Проект:Википедияла Азия айлығына һин дә ҡушыл. 1 миллиардлы ҡытайҙарға ҡарағанда күберәк кешеле команда менән сығыш яһайыҡ әле. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:22, 25 октябрь 2015 (UTC)
Совет=кәңәшмә
[сығанаҡты үҙгәртеү]Сәләм. Был осраҡта һүҙлектәр «Совет» һүҙенә өс вариант менән тәржемә бирә: 1)совет (Верховный Совет СССР - СССР-ҙың Юғары Советы) 2)кәңәш, мәслихәт (дать совет - кәңәш биреү) 3)кәңәшмә, әңгәмә (на семейном совете - ғаилә кәңәшмәһендә). Шул уҡ ваҡытта мәҡәләлә «Совещание» һүҙе ҡулланыла (Совещание министров стран-членов Арктического совета), ә ул тик «кәңәшмә» тип тәржемә ителә, һәм һөҙөмтәлә мәҡәләлә ике төшөнсә болғана. Арктика советы ул даими эшләүсе халыҡ-ара ойошма булып тора, шунлыҡтан совет һүҙен ҡулланыуҙан бер ниндәй зыянын күрмәйем.--Ryanag (әңгәмә) 03:56, 8 декабрь 2015 (UTC)