Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙағстанда кәләш урлау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Кәләш урлау (ҡаҙ. қыз алып қашу — ҡыҙ урлау) — ҡаҙаҡтарҙың туй йолаларының береһе Хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһында көсләп өйләндереү тәжрибәһе боронғо заманда уҡ барлыҡҡа килгән һәм совет осоронда был күренеш бөтөрөлгән тип иҫәпләнһә лә, ул әлеге көндә лә йәшәп килә. «Ысын» урлауҙан тыш, ике яҡтың килешеүе буйынса урлауҙы имитациялау тәжрибәһе лә бар.

Никахлашыу өсөн боронғо кәләш урлау йолаһы патриархаттың барлыҡҡа килеү ваҡытына ҡарай[1]. Урта Азияла һәм Ҡаҙағстанда кәләш урлау йолаһын һирәк ҡулланғандар. Бындай хәл ата-әсәләрҙең никахҡа ризалыҡ бирмәгәнендә йәки туй үткәреү көнөн һуҙғанда булған[2].Ҡаҙаҡтар никахлашыуҙа әйттереп (ҡоҙалыҡ) өйләнешеүгә һәм ҡалым түләп, кәләште «һатып» алыуға өҫтөнлөк биргәндәр. Ҡағиҙә булараҡ, ҡаҙаҡтарҙа кәләш урлауҙың бер нисә төрө йәшәп килгән һәм уларға ҡарата халыҡта төрлө мөнәсәбәт булған. Әгәр ҡыҙҙың атаһы ҡоҙалашыу шартын боҙоп, кейәү кеше әйттерелгән кәләшен урлаһа (егет һәм ҡыҙ «урлау» тураһында алдан һөйләшәләр[3]), был ауыр енәйәт тип һаналмай. Ә инде башҡа кеше әйттергән кәләште урлаһа, ул ауыр енәйәт булып тора[4].

Совет рәсми сығанаҡтарына ярашлы, Ҡаҙаҡ ССР-ында кәләш урлау йолаһы тамырынан бөтөрөлгән тип һанала[5]. Ысынында иһә, был йола юҡҡа сыҡмай, ә бары тик «урланған» булып һаналған ҡыҙҙың, килешеү буйынса, өйҙән «ҡасыуына» үҙгәрә. Ризалыҡ алмай урлау һәм көсләп өйләндереү осраҡтары совет осороноң һуңғы йылдарында һәм унан һуңғы йылдарҙа яңынан күҙәтелә башлай.[6].

Хәҙерге Ҡаҙағстанда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын яҡлау ойошмаларының баһаһы буйынса, Ҡаҙағстанда кәләш урлау күренеше йылына 5 меңгә тиклем барып етә. Бындай осраҡтарҙы иҫәпкә алыуҙың рәсми статистикаһы юҡ. Был йоланы бөтөрөү өсөн, Енәйәт кодексында кәләш урлау буйынса махсус статья булдырыу планлаштырылмай, сөнки ғәмәлдәге ҡануниәт сиктәрендә кеше урлаған өсөн яза ҡаралған. Әммә был бары урланған ҡыҙ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән осраҡта ғына мөмкин, сөнки ҡыҙҙырҙың күбеһе бындай яҙмышына күнеп йәшәй. Быға ҡайһы бер ата-әсәләрҙең урланған ҡыҙҙарын кире ҡабул итергә теләмәүе лә булышлыҡ итә[7].

Ғәҙәттә, кәләш урлауҙа бер ни ҙә һиҙмәгән "кәләш"тең әхирәттәре һәм таныштары ҡатнаша, уны кеше йөрөмәгәнерәк ергә алып сығалар, ә артабан «кейәү» уның ихтыярынан тыш, автомобилгә ултыртып, үҙ йортона алып ҡайта. Егет йортона килеү менән, "кәләш"кә яулыҡ ябындыралар, байрам табыны әҙерләйҙәр, кейәүҙе маҡтарға тотоналар, ә егеттең инәйҙәре һәм өләсәләре ҡыҙҙы никахҡа ризалашырға өгөтләй башлайҙар. "Кәләш"те үҙ йорттарында ҡалдырыу өсөн, кейәүҙең өләсәһе тупһаға арҡыры ятыуға тиклем барып етә: ҡаҙаҡтарҙа кеше аша, бигерәк тә оло кеше аша, атлап сығыу гонаһ һанала. Урланған ҡыҙ, быларҙың бөтәһенә ҡаршы торор өсөн, һәм үҙенең тәҡдиренә күнмәҫ өсөн, ғәҙәттән тыш ҡыйыу булырға тейеш[8].

Хәҙерге Ҡаҙағстанда ҡыҙҙың һәм уның ата-әсәһенең ризалығын алмайынса «ысын» ҡыҙ урлауҙан тыш[9], кейәүҙең ҙур туй үткәрергә матди хәле етмәһә, ике яҡтың килешеүе буйынса, кәләш урлау «имитацияһы» ла үткәрелә[10][11]. Кәләштең бындай «урланыуынан» һуң, туй тантанаһы бары кейәүҙең ата-әсәһе йортонда ғына үткәрелә, бының менән, ҙурҙан ҡубып үткәрелгән туй йолаларының кәмеү тенденцияһы һәм туй сығымдары арзанайыуы күҙәтелә[12][13].

Ҡаҙағстан Республикаһы Енәйәт кодексында (125-се статья) кеше урлаған өсөн, 4 йылдан алып 7 йылға ҡәҙәр иректән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған. Әгәр кеше урлау төркөмдөң алдан килешеүе буйынса башҡарылһа; күп тапҡыр, көс ҡулланып, һаулыҡҡа һәм кеше ғүмеренә зыян килтерерлек булһа; ҡорал йәки уны алмаштырыусы әйбер ҡулланылһа; балиғ булмағанға ҡарата күрәләтә эшләнһә; ауырлы ҡатынға ҡарата ҡулланылһа, бер йәки унан күберәк кешегә ҡарата булһа; файҙа алыу өсөн эшләнелһә, был осраҡта, урлаусының мөлкәтен тартып алыу һәм 7 йылдан 12 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Әгәр ҙә енәйәт бер төркөм кеше тарафынан урланған кешене эксплуатациялау маҡсатынан сығып ҡылынһа, йә булмаһа, урланғандың аңғармаҫтан үлеменә сәбәп булһа, йәки башҡа ауыр эҙемтәләргә килтерһә, ул саҡта мөлкәтен тартып алып, йәки мөлкәтенә теймәйенсә, 10 йылдан алып 15 йылға тиклемге мөҙҙәт менән иркенән мәхрүм ителә. Урланған кешене үҙ теләге менән кире иреккә ебәргәндәр иһә, әгәр уларҙың ҡылығында башҡа енәнйәт составы булмаһа, енәйәти яуаплылыҡтан азат ителәләр[14].

  1. Жандосов Ж. К., Степанян Ц. А. Общее и особенное в процессе перехода к социализму. — Казахстан, 1978. — С. 62. — 336 с.
  2. Кишяков Н. А. Очерки по истории семьи и брака у народов Средней Азии и Казахстана. — Наука, 1969. — С. 97. — 240 с.
  3. Джелбулдин Е. Обычаи и традиции. — Масс-Медиа, 2001. — С. 13. — 134 с.
  4. Абиль Е. История государства и права Республики Казахстан. — 2-е изд. — ИКФ Фолиант, 2001. — С. 108—109. — 184 с.
  5. Турсунбаев А. Б. Победа колхозного строя в Казахстане. — Казахское государственное издательство, 1957. — С. 246. — 325 с.
  6. Pauline Jones Luong. The Transformation of Central Asia: States and Societies from Soviet Rule to Independence. — Cornell University Press, 2004. — P. 60—61. — 332 p. — ISBN 9780801488429.
  7. Аскар Муминов Кража невест – часть реального Казахстана, - эксперты // Курсив. — 12 июня 2015.
  8. Операция “Похищение невесты” // Караван. — 9 января 2009.
  9. Мустафина Р. М. Представления, культы, обряды у казахов: в контексте бытового ислама в южном Казахстане в конце XIX—XX вв.. — 1992. — С. 45. — 172 с.
  10. Джунусбаев М. Дж. Образ жизни семьи в Казахстане. — Чимкентский педагогический институт, 1991. — С. 132. — 147 с.
  11. Россия и мусульманский мир, Выпуски 7-12. — Институт научной информации по общественным наукам РАН, 2005. — С. 213.
  12. Жданко Т. А. Семейный быт народов СССР. — Наука, 1990. — С. 458. — 519 с.
  13. Кауанова Х. А. Образ жизни и быт рабочих семей: на материалах Казахстана. — Издательство «Наука» Казахской ССР, 1982. — С. 98—100. — 157 с.
  14. Уголовный кодекс Республики Казахстан от 3 июля 2014 года № 226-V. Дата обращения: 28 ғинуар 2016.
  • Райхан Рахим, Чингиз Сайханов, Искандер Салиходжаев. Украденные невесты. Vox Populi (11 июль 2014). Дата обращения: 28 ғинуар 2016.