Ҡаҙағстандың үҙәк ғилми китапханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡаҙағстандың үҙәк ғилми китапханаһы
Нигеҙләү датаһы 1932
Дәүләт Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Алматы
Адрес Շևչենկո փողոց 28
Рәсми сайт library.kz/ru/

Ҡаҙағстан үҙәк ғилми китапханаһы (ҡаҙ. Орталық ғылыми кітапхана) — Ҡаҙағстандың Ғылым ордасы (Алма-Ата) комплексында урынлашҡан фәнни һаҡлағыс.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғилми китапхана 1932 йылда СССР Фәндәр академияһының ҡаҙаҡ бүлеге составында ойошторола. Тәүге китап фонды СССР Фәндәр академияһынан ике мең дана күләмендә тапшырылған. 1946 йылда нигеҙ һалынған Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһының беренсе ултырышында исеме Үҙәк ғилми китапхана тип үҙгәртелә. Шул уҡ йылда китап фондында 74 258 ватан баҫмалары һәм 15 000 дана тирәһе сит ил әҙәбиәте йыйыла. Шулай уҡ СССР китапхананалары һәм ғилми учреждениелары араһында китаптар менән алмашыу ойошторолған[1].

1959 йылда һирәк китаптар секцияһы булдырылған. Ҡаҙаҡ ғилми әҙәбиәт фонды Үҙәк Азия тарихы һәм мәҙәниәте буйынса материалдар һәм әҙәбиәт сығанаҡтары йыя. 1950-1960-сы йылдарҙа китапхана мәскәү, петербург, рига, львов һәм ташкент китапханаларынан килгән китаптар менән тулыландырылды. 1979 йылда 1,5 миллион дана самаһы китап иҫәпләнә ине.

1980-сп һәм 1990-сы йылдарҙа Үҙәк ғилми китапхана йыл һайын ҡаҙағстан ғалимдарының 60-90 меңләгән дана китабын баҫтырып сығара. Ул берҙәм китапхана системаһына әүерелә. Үҙенең эшмәкәрлеге дәүерендә 800 меңдән ашыу сит ил фәнни әҙәбиәтен йыйҙы һәм 62 илдең 884 китапханаһы һәм тикшеренеү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итә. Үҙәк ғилми китапхана йылына 352 мең кешене хеҙмәтләндерҙе.[1]

1999 йылда, мәғариф системаһына үҙгәртеп ҡороуға ярашлы, Үҙәк ғилми китапхана берләштерелгән министрлыҡ ҡарамағынан сығарылған һәм, Ҡаҙағстан фәндәр академияһы.[2]менән тура бәйләнешен юғалтып, Фән буйынса комитетҡа буйһондоролған.

Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 11 февралендә сыҡҡан 84-се Ҡарарына ярашлы, Ҡаҙағстандың мәғариф һәм фән министрлығының[3]Фән буйынса комитеты ҡарамағындағы "Ғалимдар йорт"он һәм Үҙәк ғилми китапханаһын ҡушыу юлы менән, «Ғылым ордасы» дәүләт предприятиеһы ойошторолдо.

Һирәк китаптар музейы экспозицияһын ойоштороу сиктәрендә, ғилми китапхана фондының бер өлөшө унда тапшырылды.[4]

Китапхана фонды[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фонд составына: XIX—XX быуат ҡаҙаҡ телендәге ғилми әҙәбиәт; рус китабының һирәк осрай торған баҫмалары — авторҙар үҙҙәре йәшәгән дәүерҙә сыҡҡан баҫмалар, боронғо славян баҫмаларының һирәк осраған китаптары; XVII—XVIII быуаттағы гражданлыҡ баҫмалары; художестволы биҙәү һәм полиграфия башҡарылышы буйынса иҫ киткес сифаттарға эйә булған китаптар; XVI—XIX быуат баҫмалары; XII—XIX быуат көнсығыш баҫмалары; автографтар, фотодокумент материалдары ингән «Казахстаника» фонды; ҡулъяҙмалар фонды — фольклор материалдарының, Ҡаҙағстан тарихына, иҡтисадына һәм мәҙәниәтенә ҡараған ҡулъяҙма документтарҙың ҙур йыйынтығы; Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһының учреждениелары Ғилми советында яҡланған диссертациялар фонды; китапхана-ара абонемент буйынса алынған микрофильмдар һәм микроиғландар, әҙәбиәт фонды[5]инә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 «Қазақстан»: Ұлттық энцклопедия / Басс. мөхәррире. Нысанбай — Алматы «Қазақ энциклопедияс» Бас редакцияс, 1998 ISBN 5-89800-123-9, шул vii
  2. 24 июль 1999 йылда ҡаҙағстан республикаһы хөкүмәте ҡарары № 1055 «үҙгәртеп ҡороу тураһындағы фән министрлығының үҙәк ғилми китапхана — ҡаҙағстан республикаһы фәндәр академияһының»
  3. Ҡаҙағстан республикаһы хөкүмәте ҡарары № 84 2010 йылдың 11 февралендә "Республика дәүләт предприятиеһы төҙөү тураһында «Ғылым ордасы»
  4. Роза Кәрібжанова, «Ғылым ордасы» бас рмк директоры: қаржыландыру келеді ұлғайып Отандық ғылымды
  5. Ҡаҙағстан һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар тикшерелде.

Ҡалып:Гылым Ордасы