Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙағстан тәбиғәте музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙағстан тәбиғәте музейы
Файл:Академия наук Казахстана.jpg
Асылған ваҡыты 1961 йыл
Урынлашыуы Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан, Алма-Ата, Шевченко урамы, 28
Директор Тләүбирҙина Пирүзә Аблай ҡыҙы
Сайт gylymordasy.kz/…

«Ғылым Ордасы» тәбиғәт музейы — Ҡаҙағстан Милли Фәндәр академияһының Ғылым ордасы (Ҡаҙағстан, Алма-Ата) комплексына ҡушылған палеонтология музейы.

Ҡаҙағстан территорияһында беренсе палеонтологик ҡомартҡы булып 1912 йылда табылған гигант мөгөҙморон һөлдәһе һанала. Шунан һуң тиҫтәләрсә фәнни асыштар яһалды, һәм улар Ҡаҙағстанға донъя күләмендә палеонтологик тикшеренеүҙәр буйынса уникаль ил булараҡ танылыу килтергән. Үҙенең географик урыны, территорияһының күләме һәм ландшафт төрлөлөгө арҡаһында, Ҡаҙағстан боронғо дәүерҙән башлап хәҙерге заманға тиклем хайуандар донъяһының төрлөлөгө менән ҡылыҡһырлана. 1932 йылдан алып 1957 йылға саҡлы коллекцияның байтаҡ өлөшөн Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһының Зоология институты ғалимдары йыйған[1].

Тәбиғәт һәм палеонтология музейы ысынбарлыҡта 1959 йылда Ленин проспекты (хәҙерге Алма-Ата ҡалаһындағы Достыҡ проспекты), 85 адресы буйынса эшләй башланы.

Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы Президиумының 1961 йылдың 29 апрелендә сыҡҡан 44-се һанлы Ҡарарына ярашлы, Ҡаҙаҡ ССР-ының 40 йыллыҡ юбилейы айҡанлы музейҙы рәсми асыу тантанаһы ойошторола[2].

Ҡаҙағстан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы фән буйынса комитетының 2010 йылдың 1 июнендә сыҡҡан 35-ПР бойороғона ярашлы, музейҙарҙы һәм коллекцияларҙы өйрәнеү һәм популярлаштырыу, фәнни, тарихи һәм мәҙәни мираҫты киң таратыу һәм ғилми-тикшеренеү һәм мәҙәни-ағартыу эшен атҡарыу маҡсатында, Ҡаҙағстандың Тәбиғәт һәм палеонтология музейы «Ғылым ордасы» үҙәге ҡарамағына күсә[3].

2012 йылда, реставрациянан һуң, музей «Ғылым ордасы» комплексы сиктәрендә — Ҡаҙағстан Фәндәр академияһы [4] бинаһында, яңы адресы буйынса, ҡабаттан асыла.

Экспонаттар араһында хайуандар һәм үҫемлектәрҙең, динозаврҙар, тарбозаврҙар һөлдәләре, шулай уҡ башҡа боронғо фауна вәкилдәренең ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары бар. Ҡаҙағстан биләмәләрендә ҡаҙыныу һөҙөмтәһендә табылған[5] әйберҙәрҙән тороуы коллекция предметтарының үҙенсәлеге булып тора.

Музейҙың зоология секцияһы ҡунаҡтарға республиканың бай һәм төрлө флораһын һәм фаунаһын күрһәтә. Республика территорияһында йәшәгән ҡоштар һәм бөжәктәр, имеҙеүселәр һәм һөйрәлеүселәр төрҙәре, моғайын, зоологияға битараф булмаған кешене хисләндерер[6].

  1. Музей природы 2022 йыл 3 июль архивланған.
  2. Постановление Президиума АН Казахской ССР от 29 апреля 1961 года № 44 «О мероприятиях, приуроченных к юбилею Казахской ССР»
  3. Приказ Комитета по науке Министерства образования и науки Республики Казахстан от 1 июня 2010 года № 35-ПР
  4. Музеи «Гылым ордасы» встречают гостей в обновленном виде
  5. 10 музеев Алматы, которые обязательно нужно посетить
  6. Музеи Казахстана. Музей природы и палеонтологии

Ҡалып:Гылым Ордасы Ҡалып:Музеи Алма-Аты