Эстәлеккә күсергә

Ҡотҡарыусы Христос ғибәҙәтханаһы (Уральск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡотҡарыусы Христос ғибәҙәтханаһы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Ғайса
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Уральск
Епархия Уральская и Атырауская епархия[d]
Бағышланған Ғайса
Архитектор Чагин, Владимир Иванович[d]
Архитектура стиле Урыҫ стиле[d]
Дата официального закрытия 1917
Адрес Nazarbaev avenue, 202
Рәсми сайт uralsk-eparhiya.kz/26.ht…
Карта
 Ҡотҡарыусы Христос ғибәҙәтханаһы (Уральск) Викимилектә

Ҡотҡарыусы Христос ғибәҙәтханаһы — Уральск ҡалаһында православие ғибәҙәтханаһы, 18911907 йылдарҙа Урал казак ғәскәренең Рәсәйгә хеҙмәтенең 300-йыллығына арналған. Уральск һәм Аҡтүбә епархияһына ҡарай.

Ғибәҙәтханаға нигеҙ һалыу, 1891 йыл

1891 йылда Көнсығыштан Петербургҡа ҡайтып барышлай буласаҡ император Николай II ҡатнашлығында ғибәҙәтхананың нигеҙенә таш һалыу тантанаһы була. Проекттың авторы архитектор В. Н. Чагин. Ун алты йыл төҙөлгәндән һуң ғибәҙәтхана 1907 йылда изгеләндерелә. Совет осоронда бинала атеизм музейы урынлаша, ә бер көмбәҙе аҫтында планетарий ойошторола. 1990 йылдың ноябрь айында Христос ҡорамы Рус православие сиркәүенә ҡайтарып бирелә һәм һуңынан иғәнәләр ярҙамында ғибәҙәт ҡылыу өсөн яңынан үҙгәртеп ҡорола. Биҙәктәрен украин рәссамы А.Мензак башҡара.

Эшҡыуар Валерий Сурков аҡсаһына Мәскәүҙә эшләнгән Святослав исемендәге ҙур ҡыңғырау 1995 йылдың октябрендә ҡуйыла. Уральск халҡы Христос Ҡотҡарыусы ҡорамын «Алтын» тип атай.

Ҡорам эргәһендә ҡаланың иң боронғо йәкшәмбе мәктәбе эшләй.

Фотоһүрәттәр галереяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡотҡарыусы Христос ҡорамы
Уральск сиркәүе.