Эстәлеккә күсергә

Ҡылыс (фехтование)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡылыс
Рәсем
 Ҡылыс Викимилектә
Спорт фехтованиеһы

Спорт фехтованиеһы 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта уның өс төп (иң киң таралған) спорт дисциплинаһы бар: ҡылыс, шпага һәм рапира. Элегерәк шулай уҡ һығылмалы штык ҡулланылған спорт ярышы булған, әммә ул хәҙер бик аҙ таралған. Ҡылыс — спорт фехтованиеһының сабыу алымы ҡулланылған берҙән-бер төрө. Спорт ҡылысында ҡулды ҡабырғанан сабыуҙан һаҡлау өсөн ҙур гарда һәм һабының һул яғында  электр шнурын беркетеү өсөн "игеҙәк" (двойник) ҡуйылған. Ҡылыс хәнйәренең уртаса оҙонлоғо — 87 см (88 см-нан артыҡ түгел), ҡылыстың үҙенең оҙонлоғо — 104 см (105 см-нан артыҡ түгел) һәм ауырлығы 400—500 гр.

Шпага һәм рапиранан айырмалы рәүештә ҡылыс һуғыуҙарҙы электр ярҙамында теркәү менән йыһазландырылған — ҡылыс хәнйәренең осо юҡ, электр аппараты өсөн ҡылыс хәнйәренең, гарданы ла индереп, ҡайһы өлөшө менән һуғылыуы мөһим түгел. Һәр бер хәнйәр тупаҡ — хәүефһеҙлек маҡсаттарында ул мотлаҡ ҡалынайтып тамамлана,  әгәр ҙә хәнйәрҙең тупаҡ өлөшө һынған йәки зыян күргән булһа, уны файҙаланырға ярамай.

Ҡылыссының кейеме һәм уны камиллаштырыу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡылыстарҙа алышыу (фехтование), ҡайһы бер техник ҡатмарлылыҡтар булыу сәбәпле (шпага йәки рапира осона төймә ҡуйыуҙағы ҡыйынлыҡ), электрлаштырыу системаһына һуңғыларҙан булып күсә.  Иҫке спорт ҡылыстарында беркетелгән электр шнуры булмай. Тәүҙә ҡылыстар, гардаһын да индереп, тулыһынса ҡоростан етештерелә. Һаптары һырланған ағастан ҡуйыла. Бындай ҡылыстар тупаҫ һәм бик ауыр була, өҫтәүенә ҡул тиреһен өйкәй. 70 — 80-се йылдарҙа СССР-ҙа заманса алюминь гардалы, эрзинкә менән ҡапланған һаплы, еңеләйтелгән ҡорос хәнйәрле (Венгрияла етештерелгән) ҡылыстарға күсәләр. Был хәнйәрҙең төп үҙенсәлеге — ваҡыт үтеү менән яраҡһыҙлана барыуы. Ундай хәнйәр үҙен тиҙ күрһәтә —  ғәҙәттә, һәр алыштан һуң ул үҙ формаһын юғалта, һәм ҡылыссыға уны юлға (уны ғәҙәттә баҡырҙан эшләйҙәр, һәм юлдан ситтә алышыу тыйыла) "ышҡып" турайтырға тура килә. Иртәме-һуңмы бындай хәнйәр баребер һына, һәм алышты туҡтатып торорға тура килә. Әгәр ҡаршы уйнаусының хәнйәре дәғүәсеһенә батман-һуғыу алымын ҡулланғанда һынһа, был һуғыу уның иҫәбенә яҙыла. Туҙған хәнйәр менән дәғүәсенең һағын үтергә мөмкин. 

Һаҡлағыс кейем дә үҙгәреш кисерә. Иҫке түшелдеректәр ҡара төҫтән эшләнгән була. Оҙаҡ ваҡыт һаҡлағыс салбарҙар ҙа ҡулланылмай, уның урынына алыш ваҡытында ғәҙәти күнекмә салбарҙары кейелә.  Ваҡыт үтеү менән фехтование өсөн сәнәғәттә етештерелгән махсус бирсәткәләр, терһәк ҡаплағыстар һәм ярымкедаға  йәки сепрәк, тик эске яҡтан эрзинкә ҡаплағыстар ҡуйылған теннис туфлиҙарына оҡшаш махсус "тәпешкәләр"  барлыҡҡа килә. Битлектәр ҙә үҙгәрә — артыҡ ауыр һәм уңайһыҙ битлектәр урынына камиллашҡан битлектәр килә.

Күнекмә алышында ҡатнашыу өсөн минималь йыйылма — ҡылыс, битлек, түшелдерек. Битлекһеҙ алыш алып барыу, йәки хатта шаяртып ҡына алышҡан булып күренергә тырышыу ҡәтғи тыйыла.  Түшелдерекһеҙ, бирсәткәһеҙ алышыу ҙа тыйыла. Ҡалғаны өҫтәмә кейемгә ҡарай һәм һәр саҡ талап ителмәүе ихтимал. Ә бына битлектең туҙыуын-туҙмауын ентекле тикшереп торорға кәрәк. 

Ҡылыстарҙа спорт фехтованиеһының төп ҡағиҙәләре һәм уларҙың үҫеш тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билбауҙан (кәүҙә, ҡулдар, бирсәткәләр һәм битлек) юғары һуғыуҙар ғына иҫәпкә алына. Һуғыуҙы беренсе булып башҡарыу мөһим. Әгәр һуғыуҙар бер юлы яһалһа, алға табан хәрәкәт итеүсе өҫтөнлөккә эйә, әммә ҡаршы яҡтың хәнйәрен тотоп ситкә тайшандыра алһа, өҫтөнлөк шул уйынсыға күсә.

Һөжүм мәлендә һуғыуға ҡарағанда һаҡланып ҡалыуҙың бик ҡатмарлы булыуы ҡылыстарҙа фехтованиеның бер үҙенсәлеге. Шуға күрә күптәр, бигерәк тә яңы был уйынға килгәндәр йышыраҡ һөжүм итергә тырыша. Бәхәсле мәлдәр килеп тыуһа, бер кемгә лә һуғыу иҫәпләнелмәй. Бер юлы һөжүм итеүҙең даими ҡабатланыуына, туҡтауһыҙ юлдың аҙағына сығыуға ҡарата аныҡ ҡағиҙәләр системаһы булдырылған.

Алыш уйынсыларҙың бер-береһен сәләмләүҙән һәм судьяның командаһынан һуң башлана. Алышты тамамлау командаһынан һуң һәм фехтование юлынан ситтә эшләнгән һуғыу иҫәпкә алынмай. Ниндәйҙер сәбәп менән ҡаршы яҡ уйынсының башында битлек булмаһа һәм ул буш ҡулын күтәрһә, алышты дауам итергә ярамай, шулай уҡ дәғүәсенең ҡулында ҡылысы булмаһа ла ярышты башлау тыйыла. Ауырттырып һуҡҡан өсөн ғәфү үтенеү яҡшы тон, тип иҫәпләнелә. 

Буш ҡулды артҡа йәшерергә мөмкин, әммә күп кенә фехтовальщиктар быны эшләмәй. Шул уҡ ваҡытта бер генә тәжрибәле ҡылыссы ла алыш ваҡытында буш ҡулын билбауҙан түбән төшөрмәй йәки ҡораллы ҡулын юғары күтәрмәй.

Хәҙер сатраш аҙым (ҡоралһыҙ яҡтағы аяҡтың алда булыуы) рөхсәт ителмәй. Элек был алым ҡулланылған һәм флеш-һөжүм тип аталған. Ғәмәлдә был уйын юлы буйынса тәртипһеҙ хәрәкәт барлыҡҡа килтергән, бигерәк тә яңы уйнай башлаусылар ошо алымды йышыраҡ ҡулланған.

Шулай уҡ, 2016-2017 миҙгеле башында һәм 2016 йыл аҙағына тиклем ваҡытлыса түбәндәге үҙгәреш индерелде - хәҙер уйынсылар алышты бер-береһенә 1 метрға яҡыныраҡ килеп башлай.

  • Фехтованиела халыҡ-ара ярыштарҙа судьялыҡ итеүҙе француз телендә алып барыу традицияһы бар. Шуға күрә күп кенә фехтовальщиктар төп терминдарҙың французса атамаларын яҡшы белә.
  • Ҡылыс менән алышта ҡаршы яҡ уйынсының кәүҙәһенә диоганаль буйынса һуғыу бар. Был да традияцияға эйәреп кенә башҡарыла, ғәмәлдә бындай һуғыу спорт алышын алып барыу алымына инмәй. 
  • Рәсәйҙә абруйлы халыҡ-ара ярыштар даими үткәрелә — мәҫәлән, Мәскәү Ҡылысы турниры.
  • Һәр ҡылыссыға иртәме-һуңмы манекендә күнекмәләр үтәргә тура килә. Бындай клубтарға йөрөүселәр манекенды «Вася ағай менән күнекмә» тип шаярта.
  • Билдәле актерҙар биографияларында фильмда төшөргә әҙерләнгәндә аҙмы-күпме ҡылыста алышырға тура килеүе тураһындағы хәтерләргә "ярата". Бында һүҙ арт-фехтование тураһында бара, ти белгестәр. Арт-фехтованиеның реаль алыш менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, улар шпага, рапира йәки ҡылыстарҙа ысынға оҡшаш алыш күренешен генә тыуҙыра.