Ҡырымтатар академия музыкаль драма театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡырымтатар академия музыкаль драма театры
Эшләй башлаған

1901

Театр бинаһы
Урынлашҡан

Симферополь, Менделеев урамы, 5/1

Етәкселәре
Директоры

Биләлов Биләл Шәүкәт улы

Төп дирижёр

Эннанов Ю. Л.

Баш балетмейстер

Аблаев М. Ф.

Ссылки

kirimtatar-teatri.org

 Ҡырымтатар академия музыкаль драма театры Викимилектә

Ҡырымтатар академия музыкаль драма театры (ҡырымтат. Qırımtatar akademik muzıkalı drama teatri, Къырымтатар академик музыкалы драма театри ) — Ҡырымда (элек Украинала) берҙән-бер төрки телле театр, ҡырым татарҙарының  донъяла берҙән-бер театры.

Был театрҙың традициялары, моғайын, ХIV—ХV быуаттарҙа ҡырым хандарының һарайҙарында театрлаштырылған тамашалар ҡуйыуҙан баш алғандыр.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1901 йылда Ҡырымда ҡырым татарҙары театрының даими бинаһы асыла. Ул саҡта театрҙа тик ирҙәр уйнай, ҡатын-ҡыҙ ролдәрен дә ирҙәр башҡара. 

1922 йылдан Ҡырымтатар театрының дәррәү үҫеше башлана, ул осорҙо театр белгестәре  "ҡырымтатар ренессансы дәүере" тип атай. Шекспир һәм Мольер, Ипчи һәм Латиф-задә, Гольдони һәм Бомарше, Толстой һәм Тренёв пьесалары сәхнәләштерелә. Театрҙа мәшһүр актёрҙар, режиссёрҙар, драматургтар эшләй, улар традициялар тыуҙыра һәм ҡабатланмаҫ милли театр мәктәбен хасил итә, бөгөнгө Ҡырымтатар академия музыкаль драма театры уны дауам итеүсе булып тора. [1] [2]

Актёрҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Биләл Биләлов
  • Ринат Бекташев
  • Мөнир Аблаев
  • Диләүер Сәттаров
  • Сәйтабла Мәмәтов
  • Алиә Темирҡаяева
  • Фатма Асанова
  • Зарема Биләлова

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]