Ҡытай баҡсаһы
Ҡытай баҡсаһы
| |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Ғәҙәти ҡытай теле: | 中國園林 | ||||||
Ябайлаштырылған ҡытай теле: | 中国园林 | ||||||
| |||||||
Ҡытай баҡсаһы | |||||||
ғәҙәти: | 中國古典園林 | ||||||
ябайлаштырылған: | 中国古典园林 | ||||||
|
Ҡытай баҡсаһы — өс мең йыл буйы формалашҡан баҡса-парк сәнғәте стиле. Был төшөнсә бер үк ваҡытта үҙенең ҙурлығы менән таң ҡалдырырлыҡ император ғаиләһе баҡсаһын һәм ғалимдарҙың, шағирҙарҙың, чиновник, һалдат һәм сауҙагәрҙәрҙең яңғыҙлыҡта уйланып ултырыу өсөн тәғәйенләнгән ыҡсым ғына баҡсаларын да берләштерә. Улар кеше менән тәбиғәт араһында булырға тейеш гармонияға ишаралаған идеаллаштырылған бәләкәй генә ландшафтты сағылдыра.
Ғәҙәттәге ҡытай баҡсаһы стена менән уратып алына. Унда бер нисә быуа була, тегендә-бында таштар өйөлөп ҡуйыла, төрлө ағастар һәм сәскәләр ултыртыла. Тәбиғи мөмкинлектәрҙе ҡулланып, үҙенсәлекле итеп йыһазландырылыған залдар һәм коридорҙар борма-борма һуҡмаҡтар менән үҙ-ара тоташа. Улар буйлап бер урындан икенсеһенә күсеп, баҡсаға килеүселәр зауыҡ менән биҙәлгән һәм ысынлап та һоҡланырлыҡ кескәй генә тәбиғәт мөйөштәрен бер-бер артлы күҙҙән үткәрә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо "Шиғриәт китабы"нда «шатлыҡ баҡсаһы» булыуы телгә алына[1]. Пекинда ике быуаһы булған император паркы 1267 йылда төҙөлә. Пэнлай мифик утрауына оҡшатып Төньяҡ диңгеҙендә (Бэйхайҙа) яһалма утрау төҙөйҙәр. Һуңғараҡ, XVIII быуатта, күл уртаһында яһалма утрауы булған ҡайғы-хәсрәтһеҙ ял паркы ҡорола. «Тау» һәм «һыу» донъя тауын һәм донъя океанын хәтерләтә, был бәйләнеш парк төҙөү традцияһында һаҡланып ҡала, донъя төҙөлөшөнөң ныҡлы символы булып урын ала.
Баҡсаларҙы император баҡсаһына һәм шәхси баҡсаға бүлеү V быуатта башлана. Император баҡсаһы бөтә донъя картинаһын һүрәтләй, шәхси баҡса иһә айырым деталдәрҙе һәм миниатюр композицияларҙы күрһәтә.
Баҡсаның төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Классик ҡытай баҡсаһы уны тотошлайы менән бер юлы күрә алмаҫлыҡ итеп проектлана. Баҡса айырым арауыҡтарҙан тора. Уларҙың сиктәре галереялар, павильондар һәм баҡса эсендәге кәртәләр менән ҡәтғи билдәләнә[2]. Баҡса буйлап йөрөгән кеше төрлөсә биҙәлгән күренеште күҙәтә. Ҡапҡанан һуң артабанғы баҡса күренешен тау йәки ағастар ҡаплап тора. Фольклорҙа аңлатылыуынса, бындай үҙенсәлекле экран яуыз рухтан һаҡлай. Күренештәрҙең алмашыныуы уларҙың хужаға, күршеләргә һәм эргәнән үтеүселәргә нисек күренеүен иҫәпкә алып эшләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Baridon M. Les Jardins — paysagistes, jardiners, poḕts / Robert Laffont. — 1998. — 1233 p. — ISBN 978-2221067079.
- ↑ Baridon M. Les Jardins — paysagistes, jardiners, poḕts / Robert Laffont. — 1998. — 1233 p. — ISBN 978-2221067079.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытай баҡсаһы Викимилектә |