Эстәлеккә күсергә

Ҡышлауйылға ауылы ер - һыу атамалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡышлауйылға ауылы топонимдары битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Ҡышлауйылға (рус. Кшлау-Елга) — Башҡортостан Республикаһының Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 345 кеше[2]. Почта индексы — 452885, ОКАТО коды — 80204837001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 48 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 58 км

Ҡышлауйылға ауылы Ҡышлау йылғаһының уң яҡ ярына урынлашҡан. Ул Төлгөҙ йылғаһына ҡоя. Төлгөҙ йылғаһы ауылдан ярты км самаһы йыраҡлыҡта төньяҡтан үтә. Балтик диңгеҙе өҫтө менән сағыштырғанда Ҡышлауйылға ауылы 155,20 м бейеклектә урынлашҡан. Тәгәрмән тау башы вышкаһы океан өҫтө тигеҙлегенән 204 метр бейеклектә тора. 1885 йылдарға ҡәҙәр был ерҙәр ҡалын урман менән ҡапланған булған. Урманында төрлө хайуандар йәшәгән. Бигрәк тә айыуҙар менән бүреләр күп булған.

Ауылдың исеменең килеп сығышы тураһында легенда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡышлауйылғаһы буйына башта Иҫке Ҡаҙансы халыҡтары килеп ҡышлап урман ҡырҡып ятҡандар, йылғаны быуып ҡара урман эсендә мунсала һалдырғандар. Мунсаланы көҙ көнө сығарғандар, йылға буйында ҡыуыш яһап ҡунып ятҡандар. Йәй, көҙ көндәрендә арба менән кереп булмағанлыҡтан, мунсаланы ҡар яуғас, ҡыш көнө сана менән ташығандар. Йылғаға Ҡышлау тигән исем биргәндәр. Урман ҡырҡыусылар һуңынан ғәиләләре менән күсеп килә башлағандар. Асҡын районы Ҡышлау йылғаһы бассейнында күберәге топонимик һәм мифологик легендалар бар. Топонимик легендалар ер-һыу, тау-таш исемдәренең, төрлө географик атамаларҙың килеп сығышын аңлаталар. Үҙҙәренең күләме, йөкмәткеһе, характеры менән күп төрлө. Бында боронғо кешеләрҙең үҙҙәрен уратып алған тәбиғәтте аңларға һәм аңлатырға тырышыуҙары күренә. Бындай легендаларҙың ҡайһы берҙәре мифологик легендалар менән дә уртаҡ. Мәҫәлән, ауылдың исеменең килеп сығышы тураһында шундай легенда һаҡланып ҡалған:

Борон заманда йылға буйында бер бик матур ер булған, ти. Бында әле кешеләр йәшәмәгән, тик ҡара урмандар ғына ҡаплап торған. Берҙән-бер көнде бер ҡарт үҙенең Ҡара Ҡашҡа аты менән йәшәргә урын эҙләп йөрөгәндә, әле бер кемдә аяҡ баҫмаған был ерҙәрҙе күреп ҡала ла һәм уның матурлығына, янында ғына ағып ятҡан йылғаһының сафлығына таң ҡала. Был ҡарт күп тә уйлап тормай бында ҡышларға ҡалырға була һәм үҙенең ҡәбиләһен алып килә.

Ҡышлауйылға ауылының ер — һыу атамалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ауыл исемдәренең генә түгел, ә төрлө тау, ялан, соҡор исемдәренең дә легендалары байтаҡ: Тәгәрмән-тау, йылғаны быуып тәгәрмән эшләгәндәр. Тауҙың исеме лә шунан ҡалған тиҙәр. Хәҙерге ваҡытта Тәгәрмән тауы бар, ләкин быуаһы һәм тәгәрмәне юҡ. Яңы Ҡаҙансы һәм Ҡышлауйылға ауылдары араһында данлыҡлы бер шишмә бар. Төлгөҙ йылғаһына ҡушылыусы мөлдөрәме тулы күҙҙәй был шишмәнең тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыуы иҫ киткес таҙа, уны йылдар буйына һаҡлаһаң да боҙолмай, тәләһә ҡайһы миҙгелдә температураһы 4 градус тирәһе була.Изге шишмә тураһында риүәйәттәр быуындан-быуынға, телдән-телгә күсә килә. 18-се быуат аҙағында Мәккәнән хаж ҡылып Көнгәккә ҡайтып килеүсе бер хажи юлда ҡапыл сирләп китә һәм вафат була. Бер нисә көндән уны Ҡышлауйылғанан өс саҡрым алыҫлыҡта табалар һәм шул урында уҡ ерләйҙәр. Икенсе көндө килһәләр, хажи ҡәберендән алыҫ тугел быға ҡәҙер әҫәре лә булмаған шишмәне күреп кешеләр таң ҡала. Уны халыҡ «Изге шишмә» тип йөрөтә башлай. Йәнә бер риүәйәт бар. Унда әйтелеүенсә Пермь өлкәһенең Чернушка районы ерендәге Николай сиркәүенән алтын икона юғала. Күпмелер ваҡыттан уны шишмә эргәһендә табалар һәм шишмәне шул хәлдән һуң изге тип һанай башлайҙар. Ошо ваҡиғанан һуң проваславие динен тотоусылар шишмәгә табынырға йөрөй башлай, был бөгөнгөсә дауам итә.

Шишмәнең дауалау үҙенсәлектәре бер урыҫ ер үлсәүсеһе тарафынан осраҡлы рәүештә генә асыҡлана. Ул, шишмә һыуы менән битен йыуғас, трахома менән сирле күҙҙәренә еңеллек килеүен тоя. Бер нисә тапҡыр йыуынғандан һуң урыҫтың күҙҙәре тулыһынса һауыға. Аҙаҡ ул шишмәгәүҙенең тыумыштан һуҡыр һеңлеһен дә алып килә һәм, ни ғәжәп,ҡыҙ ҙа күпмелер ваҡыттан һуң күрә башлай. Шишмә тураһында әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәр тирә-йүнгә тиҙ тарала. Имеш, уның һыуы бик күп сирҙәрҙән дауалай, яра-йәрәхәттәрҙе тиҙ төҙәтә,хәтта боҙомдарҙы бөтөрөргә һәләтле. Бөгөнгө көнгә"Яҡты шишмә"эргәһенә нур балҡып торған яҡты «Танып» шифаханаһы төҙөлә. Ә "Яҡты шишмә"гә бөгөнгө көнгә тиклем алыҫ ерҙәрҙән кешеләр килеп һыу менән һауығалар.

Автор: Асҡын районы Ҡышлауйылға урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шәйхуллина Эльмира Фәүзәт ҡыҙы.

  1. Шәйхуллина Э. Ф. Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылы тарихы һәм фольклоры. 7-8, 16-18, 48-56-сы биттәр. Өфө,2018
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)

]]