Эстәлеккә күсергә

Ҡыя йорттар (Алматы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыя йорттар
Нигеҙләү датаһы 1934
Рәсем
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Алмалинский район[d]
Архитектура стиле конструктивистская архитектура[d]
Рәсми асылыу датаһы 1937
Тасуирлау биттәре mk-kz.kz/social/2018/05/…
Карта
 Ҡыя йорттар Викимилектә

«Ҡыя йорттар» — Алматының Панфилов — Ҡорманғаҙы — Абылай хан — Шевченко урамдары квадратындағы торлаҡ йорттар.

Ҡаланың көнсығыш һәм көнбайышындағы Ҡаскелен, Красноармейская, Артиллерия һәм Лагерь урамдары квадраты араһындағы микрорайон Петр Мартынович Вильгельмзон проекты буйынса 19341937 йылдарҙа кварталды үрге һәм түбәнгегә бүлеп төҙөлә. Микрорайондың «Белгестәр йорто» тип аталған 11 ҡатлы ике корпусына күренекле фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, күренекле дәүләт чиновниктары күсә[1], уларҙың күпселеге — хәҙерге иҫәпләүҙәр буйынса 109 кеше — 1937-38 йылдарҙа репрессияланған булған[2]. Тәүге микрорайондың үҙенсәлеге булып йорттарҙың урам фронтондарына ҡарата мөйөшләп урынлаштырыу була, шунлыҡтан квартал «Ҡыя йорттар» исемен ала. Торлаҡ йорттар «Алтын квадрат» тип йөрөтөлгән урында тора.

2001 йылда йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡыя йорттарҙы архитектура мираҫы исемлегенә индереү үтенесе менән Президентҡа мөрәжәғәт итә. Йорттарҙы һүтеү тураһындағы ҡарарҙы Алматы хәкиме Виктор Храпунов сығара[3].

2004 йылда микрорайонды һаҡлау һәм биналар комплексы объекттарын дәүләт һаҡлауы аҫтына ҡуйыуҙы булдырыу йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килә, улар шулай уҡ ҡаланың тарихи объекттарын да дәүләт һаҡлауы аҫтына ҡуйыуҙы талап итә[4].

Оҙайлы суд тикшереүҙәренән һуң, 2007 йылда булған бөтә йорттар һүтелә[5].

Буш урындағы участкалар 2009 йылда ҡуртымға тапшырыла[2], әммә финанс мәсьәләләре арҡаһында ер участкалары йәмәғәт ҡулланылыуында ҡала.

2013 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Алматы ҡалаһында конструктивизм стилендәге бер «ҡыя йорт» һаҡланып ҡала. Ул 1935 йылда төҙөлгән һәм торлаҡ йорт булмаған. Ул Бөгенбай батыр урамы (Киров) һәм Досмөхәмәдов (Мичурин) урамдары мөйөшөндә урынлашҡан һәм спорт мәктәпбенә ҡарай[6].

«Ҡыя йортта» Ҡаҙаҡ ССР-ының билдәле сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре йәшәгән. Улар араһында[6] Байсәитова Күләш, Әхмәт Жубанов, Иван Панфилов, Си Синхай, Евгений Брусиловский һәм башҡа күптәр.