Ҡыҙыл Тәре йәмғиәте йорто (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Ҡыҙыл Тәре йәмғиәте йорто (Таганрог)
| |
Файл:ТаганрогҠыҙыл Тәре дауаханаһы бинаһы.jpg | |
Урыны | ҡала |
Бина тибы | Айырым йорт |
Нигеҙләүсе | Алексопуло |
Төҙөлөшө | ХIХ быуаттың икенсе яртыһы—ХIХ быуаттың икенсе яртыһы йылдар |
Ҡыҙыл Тәре йәмғиәте йорто— Таганрогтың үҙәк өлөшөндәге ике ҡатлы йорт. Таганрогтың архитектура ҡомартҡыһы. Хәҙерге ваҡытта унда 2-cе ҡала поликлиникаһы урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был Таганрог ҡалаһының Грек урамындағы 104-се йорт, элекке 90-сы һәм 92-се йорттарҙы тоташтырып эшләнгән. Бина ХIХ быуаттың икенсе яртыһында грек коммерсанты Алексопуло аҡсаһына төҙөлгән.
1817—1837 йылдарҙа сауҙагәр Захаровтың милке булһа, 1937—1887 йылдарҙа шулай уҡ саүҙагәр Аделаиде Алексопуло хужа була, 1890—1898 йылдарҙа Мальтиада Алексопулоға ҡала. Унан йортто Эпоминонд Алафузов һатып алған.
1880 йылдарҙа бында 5-се запастағы артиллерия бригадаһының лазареты урынлаша.
Йорт хужаһы Э. Н. Алафузов 1902 йылда йортто Таганрог Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенә амбулаторияға һәм дауаханаға бүләк итә. Ул бының өсөн 2-се дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә. Дауахананы 1904 йылдың 14 майында изгеләндергәндәр.
Эпоминонд Алафузов Таганрог Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенә нигеҙ һала. Йәмғиәттең тәүге ағзалары — Азов банкы рәйесе Теодор Геймандың, Дон алпауыты Марковтың ҡатындары.артиллерия офицеры Городецкая-Краснощекова, присяжный поверенный ҡатыны Анна Бесчинская һәм Павел Филевский. Баш табибы Владимир Шимановский була.
XX быуаттың 20-cе йылдарында бинала беренсе үҙәк поликлиникаһы упынлаша. Һуңыраҡ бинаның төньяҡ-көнсығыш фасадында төкәтмә яңы корпус төҙөлә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң көньяҡ-көнсығыш фасадҡа кирбес төкәтмә өҫтәлә.
XX быуаттың икенсе яртыһында бинала 3-cө ҡала дауаханаһының бүлексәһе эшләй, ул 2003 йылда һаулыҡ һаҡлау муниципаль "2-се ҡала поликлиникаһы " учреждениеһына әүерелә.
Хәҙерге ваҡытта йорт Таганрог ҡалаһы архитектура ҡомартҡылары реестрына индерелгән.
Архитектура үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ҡыҙыл Тәре» йәмғиәтенең ике ҡатлы йорто кирбестән классицизм стилендә төҙөлгән. Фасадтан алға сығып торған өсмөйөшлө фронтонлы портикты дорик колонналар күтәреп торалар. Бинаның кәрнизе дентикулалар менән биҙәлгән. Өй алдында колонналы көмбәҙле ҡапҡа. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң йорттоң алды өлөшләтә яңынан һалынған, уның ике яғына төкәтмә эшләнгән. Хәҙер, йортҡа өҫтән ҡараһаң, ул һаплы сүкешкә оҡшап тора.
ХХ быуат башында бинаға ҙур балконлы 2 ҡатлы кирбес йорт терәтеп һалғандар.
Бинаның арҙаҡлы хужалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың почётлы гражданы Мальтиад Алексопуло.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта йорт ремонтланған, тышҡы яҡтан ҡыҙыл буяу менән булған, колонналары — аҡ буяулы, йорт ҡапҡаһы һүтелгән, ишек алдындағы йорт төҙөлөп бөткән.
Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0
- Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с.