Ҡыҙыл яҙ сауҡалығы
Ҡыҙыл яҙ сауҡалығы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 50 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1880 йыл йыл |
Урынлашыуы | |
47°25′ с. ш. 40°04′ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Ростов өлкәһе |
Яҡындағы ҡала | Новочеркасск |
Ҡыҙыл яҙ сауҡалығы Викимилектә |
Ҡыҙыл яҙ сауҡалығы, шулай уҡ «Весна» йәки Краснокутск сауҡалығы — урман паркы. Ростов өлкәһендә, Новочеркассктан көнбайыштараҡ урынлашҡан[1]. Сауҡалыҡтан алыҫ түгел, «Черёмушки» микрорайоны ята[2]. Ҡыҙыл яҙ сауҡалығы — урындағы әһәмиәттәге һаҡланыусы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ростов өлкә советының 87-се номерлы ҡарары менән (22.04.1992)һаҡ аҫтына алынған[3]. Тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтенән тыш, мәҙәни һәм ял итеү урыны ла[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1880 йылда башлап нигеҙләнгән. Атаман Краснокутский Николай Александрович хөрмәтенә сауҡалыҡҡа Краснокутский атамаһы бирелә.
1913 йылда бында туберкулез менән сирләүселәр өсөн санаторий асыла. Совет осоронда сауҡалыҡтың атамаһын Ҡыҙыл яҙ тип үҙгәртәләр.
1940-сы йылдарҙа ағастарҙы ҡырҡыу һөҙөмтәһендә сауҡалыҡ ҙур ғына зыян күрә.
1942—1943 йылдарҙа был урынды Румыния һәм Германия хәрбиҙәре өсөн зыяратҡа әйләндерәләр. Сауҡалыҡтың баштағы майҙаны 50 гектар була. 1992 йылға сауҡалыҡтың майҙаны 44 гектар тәшкил итә[3]. Сауҡалыҡта афган һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйылған.
2012 йылда был урман паркының торошон асыҡлау ойошторола[3].
2014 йылда ҡала властары субботниктар ойоштора. Һуҡмаҡтар, баҫҡыстар, эскәмйәлар ҡуйыла. Яҡтылыҡ үткәрелә. 60 төп артыш ултыртыла. Клумбаларҙы һуғарыу ҡоролмалары ҡуйыла. Афган һуғышсыларына арналған һәйкәл алдына пушка ҡуйыла һәм мәңгелек ут ҡабыҙыла.
Өлкәндәр өсөн ике спорт майҙаны, балалар өсөн уйын майҙансығы эшләйҙәр. 2015 йылға сауҡалыҡты тергеҙеү эштәре ойошторола[4]. Биләмәгә инеү урыны ремонтлана[5].
Һүрәтләмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡланыусы зонала дардар ағасының (ясень) ике төрө үҫә: ябай дардар һәм ланцет япраҡлы дардар. Бында, шулай уҡ, имән, шыма ҡарама, тәбәнәк ҡарама, өс энәле гледичия үҫә[3].Аҡ акация, алыча, ҡарағай, күгән, муйыл, энәлек, саған, тирәк, слива ултыртылған[1]. Урман эсендә ҡара мәрүәр (Бузина чёрная, лат. Sambucus nigra), һары акация (Карагана древовидная, лат. Caragana arborescens) һәм скумпия (лат.Cotinus coggygria) үҫә. Сауҡалыҡҡа зыян килтереүсе сәбәптәр: ағастарҙы ҡырҡыу, сирҙәр һәм ҡоротҡостар[3]. 2012 йылда торошо насар була. Сүп-сар, һынған ағастар, шырлыҡтар ҡаплаған була[3]. Ҡыҙыл яҙ сауҡалығы берҙән бер иң ҙур урман паркы булып тора. Әммә уны төҙөкләндереү өсөн етерлек аҡса бер ҙә бүленгәне юҡ. Шуға аллеялар асфальтланмаған. Биләмә айҙар буйына ҡыйлы ятырға мөмкин[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Роща Весна(недоступная ссылка)
- ↑ Жители Новочеркасска пытаются остановить вырубку рощи «Красная весна»
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Современное состояние рощи «Красная весна», г. Новочеркасск
- ↑ 4,0 4,1 В Новочеркасске за год восстановили рощу «Красная весна»
- ↑ В Новочеркасске привели в порядок рощу «Красная весна»